8 майҙа Мәскәүҙең Еңеү музейында «Еңеү диктанты-2023» акцияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. 20 еңеүсе Ҡыҙыл майҙандағы парадҡа билеттар алды, улар араһында - Өфөләге иҡтисадты тәрән өйрәнеүсе 101-се мәктәптең 11-се класын тамамлаусы Валерия Чепель. «Еңеү диктанты»нда еңеүемде белгәс, ныҡ ғәжәпләндем. Бының дөрөҫлөгөнә оҙаҡ ышана алманым. Белемемде баһалауҙары минең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Мин «Еңеү диктанты»нда артабан да ҡатнашырға ниәтләнәм», - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Валерия Чепель. Еңеүселәргә сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Тарих беләрмәндәре шулай уҡ Еңеү музейының «Мәскәү өсөн көрәш. Тәүге еңеү!» экспозицияһын ҡараны. 2024 йылда ике миллиондан ашыу кеше «Еңеү диктанты» халыҡ-ара патриотик акцияһында ҡатнашты. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23837/