Азат беренсе класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, шыма уҡый ҙа, тигеҙ хәрефтәр менән матур итеп яҙа ла белә. Бөгөн ул өләсәһенең ҡәләм тотоп нимәлер яҙып ултырыуын күреп, ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай эргәһенә барҙы. – Өләсәй, ниңә ручка менән яҙмайһың? Минең турала атайыма хат яҙырға булдыңмы әллә? – тип һораны. Азат вахта ысулы менән алыҫ тарафтарҙа эшләп йөрөгән атаһын байтаҡ ваҡыт күрмәгәс, ныҡ ҡына һағынып өлгөргәйне. Өләсәһе ейәненең башынан йомшаҡ ҡына итеп һыйпап, яҙыуынан туҡтаны. – Ҡайҙан белдең, улым, һинең турала яҙыуымды? Тик минең нимә тураһында яҙыуым әһәмиәтле түгел, ә нимә менән яҙыуым мөһим. Үҫеп еткәс, һинең тап ошо ҡәләм һымаҡ аҡыллы ла, отҡор ҙа булыуыңды теләр инем. Азат өләсәһенең ҡулындағы ҡәләмде ҡыҙыҡһынып ҡараһа ла, унда иҫ китерлек бер ни тапманы. Бындай байлыҡ уның портфелендә лә етерлек. – Өләсәй, һинең ҡәләмең дә тап минеке кеүек! – Ниндәй күҙлектән ҡарайһың бит, улым. Бына был ҡәләмдә кешегә бик кәрәкле биш төрлө сифат бар. Әгәр ғүмереңде үҙеңде уратып алған донъя менән тыныслыҡта, татыулыҡта үткәргең килһә, ошо күркәм сифаттарға эйә булырға тейешһең. Беренсенән, ниндәй генә юғары дәрәжәләргә ирешһәң дә, донъяла йүнәлеш биреүсе көс барлығын, һинән дә аҡыллыраҡ, ҡеүәтлерәк шәхестәр йәшәгәнен онотма. Ошо йүнәлеш биреүсе көскә ышан һәм уны тойорға өйрән. Икенсенән, нимәлер яҙыу өсөн ҡәләмде ослап торорға кәрәк. Был ғәмәл уның өсөн ауыр бирелә, әлбиттә. Уның ҡарауы, яҡшы осланған ҡәләм яҡшыраҡ яҙасаҡ. Тимәк, тормошта ҡайһы саҡ ауыртыныуҙарҙы, ҡыйынлыҡтарҙы түҙемле үткәреү ҙә һинең файҙаға булыуы мөмкин. Өсөнсөнән, ҡәләм менән яҙғандан һуң һәр саҡ хаталарҙы төҙәтергә була. Иҫеңдә тот, үҙ өҫтөңдә эшләү, етешһеҙлектәреңде ваҡытында бөтөрөү һис тә насар түгел, дөрөҫ юлдан тайпылмауҙа берҙән-бер ысул ул, – тип, өләсәһе ейәненә ҡарап йылмайҙы. – Дүртенсенән, ҡәләмдең ниндәй ағастан эшләнеүе лә, формаһы ла мөһим түгел, ә эсендәге графиты әһәмиәткә эйә. Шуға күрә эске донъяңдың торошон даими күҙәт. Бишенсенән, ҡәләм һәр саҡ үҙенең артынан эҙ ҡалдыра. Һин дә, улым, үҙеңдең эштәрең менән яҡты донъяла эҙҙәр ҡалдырасаҡһың, шуға күрә һәр аҙымыңды уйлап баҫырға кәрәк. Азат өләсәһенең ҡулынан ҡәләмде алып, төрлөсә әйләндергеләп, тотҡолап ҡараны. – Һәр кешегә кәрәкле биш төрлө сифат ошо мөғжизәле бәләкәй генә әйбергә һыйһын әле! Минең дә ҡәләм кеүек булғым килә, өләсәй! Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.