9 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ленин урамы буйлап “Башҡортостан” дәүләт концерт залынан алып ҡаланың Киров районында Сергей Аксаков исемендәге баҡсаға тиклем йәйәүләп үтте. Республика етәксеһе 450 йыллыҡ юбилейын байрам итеүгә республика баш ҡалаһының йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү барышы менән танышты. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡала урамдарын яңыртыу барышы хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, Ленин урамындағы тротуарҙарға ремонт быйыл Киров урамынан Революция урамына тиклемге участкала үткәреләсәк. Төҙөүселәр яңы гранит брусчатка һаласаҡ, тышҡы яҡтыртыу системаларын монтажлаясаҡ һәм йәшелләндерәсәк. Ә “Таҙа күк йөҙө” проекты сиктәрендә һауа элемтә һәм энергия менән тәьмин итеү линиялары сымдарын ер аҫтына һаласаҡтар. Май башында Ленин урамының йәйәүлеләр өлөшөн (ArtTerria аллеяһы) яҡтылыҡ менән биҙәкләү тамамланған, турист навигация билдәләре һәм арт-объекттар ҡуйылған. Бынан тыш, бында бәләкәй клумбаларға сәскәләр һәм ҡыуаҡтар ултырта башлағандар. Ә “Башҡортостан” дәүләт концерт залы эргәһендә этник тематикалы сквер төҙөргә ниәтләйҙәр. Республика Башлығы башҡарылған эштәрҙең сифатын баһаланы. – Иҫкәрмәләр әлегә етерлек, күп нәмәне тамамларға кәрәк. Төп юбилей саралары башланыуға Өфөнөң үҙәк өлөшөн үҙгәртәсәкбеҙ, уны тәртипкә килтерәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. Сергей Аксаков исемендәге баҡсала Башҡортостан Башлығы ҡала халҡы менән аралашты һәм улар менән бергә 9 Май хөрмәтенә байрам концертын ҡараны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, баҡсаны төҙөкләндереү 2023 йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә башҡарылды. Яңыртылған йәмәғәт киңлеге 11 октябрҙә, Республика көнөндә, асылды. Баҡса биләмәһе бер нисә функциональ зонаға бүленә. Бында тарихи аллея, йәйге амфитеатр, әҙәби ҡунаҡ бүлмәһе, ваҡиға майҙансығы, хәүефһеҙ япмалы балалар уйын комплексы, баскетбол майҙансығы, скейт-парк, асыҡ китапхана бар. – Баҡсаның кешеләр һәм ваҡиғалар менән ҡайнап тороуына тағы бер тапҡыр инаныу мөһим ине. Халыҡ уны ярата, бында өлкәндәр һәм балалар күп. Минеңсә, яңыртыу проекты уңышлы килеп сыҡты, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Тиҙҙән Өфөнөң Урмансылар паркын төҙөкләндереүгә лә тотонасаҡбыҙ. Фото: glavarb.ru