Башҡортостан һәр саҡ үҙенең егәрле, уңған, намыҫлы халҡы менән дан тота. Бүздәк районының Вознесенка ауылынан умартасылар – аталы-уллы Йәүҙәт менән Рөстәм Фәйрүзовтарҙы ла улар иҫәбенә индерергә мөмкин. Йәүҙәт Ҡашбулмәғән улы – тәжрибәле умартасы. Уның өсөн бал ҡорто – шөғөл дә, мауығыу ҙа, тормош мәғәнәһе лә. Оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләгәндән һуң тыуған яғында төпләнгән Йәүҙәт Фәйрүзов һуңғы йылдарҙа умартасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Ул Вознесенка ауылының Ҡыҫҡайылға ярында үҫемлектәр донъяһына бай һәм умарталыҡ ҡороу өсөн уңайлы урынды һайлай. Йәүҙәт Фәйрүзовҡа был эштә ҡатыны Светлана Фәниз ҡыҙы ярҙам итә. Әйткәндәй, Светлана ханым да оҙаҡ йылдар Себерҙә ашнаҡсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Тормош иптәше менән Себерҙә танышып, ғаилә ҡорғандар. Фәйрүзовтар нәҫеле быуаттар төпкөлөнән умартасылыҡ менән шөғөлләнгән һәм тәжрибәһен быуындан-быуынға тапшырып килә: Имам Әхмәтшакир – Кашфелмәғән – Ҡашбулмәғән – Йәүҙәт – Рөстәм. Йәүҙәт Ҡашбулмәғән улы 1989 – 1995 йылдарҙ