Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугирҙәр Үлйәбаевтарға рәхмәт белдергән

Игеҙәктәр Илшат һәм Иршат Үлйәбаевтарҙы Хәйбулла районы халҡы яҡшы белә. Улар 2007 йылдан ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Бөгөн “Үлйәбаев И.Г” крәҫтин-фермер хужалығы булараҡ дан алған. Малсылыҡ буйынса ла эш алып баралар, үҫемлекселек менән дә булышалар. Махсус хәрби операция башланғандан алып улар яугирҙәргә бар яҡлап аҡсалата ла, әйберләтә лә ярҙам күрһәтә. Хәйбулла эшҡыуарҙары "УАЗ" машинаһы ебәргәндә лә үҙ өлөшөн индергән. Күптән түгел Үлйәбаевтар хужалығында йылҡы малы һуйылған. Йылҡыны салғанда мулла доға уҡып, ир-егеттәрҙең имен-һау ҡайтыуын, донъябыҙға тыныслыҡ килеүен теләгән. Фермерҙарҙың ҡатындары Юлиә менән Фирүзә махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына 50 банка быҡтырылған ит әҙерләгән. "Ошо арала күстәнәстәр хәрбиҙәргә барып етте һәм улар хәйбуллаларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ремонт бригадаһы егеттәре тәмле һәм туҡлыҡлы киске аш ашай алыуына шат. Улар тәүлек буйына транспорттың бөтә төрҙәрен ремонтлау менән мәшғүл. Шулай уҡ махсус кейем өсөн рәхмәт белдерҙеләр", - тип хәбәр итә ирекмәндәр. Яугирҙар иҫән-һау йөрөп, тыуған яғына, ғаиләләренә имен-һау әйләнеп ҡайтһындар. Ә Үлйәбаевтар ғаиләһенә именлек, изге ғәмәлдәрегеҙҙең сауабы насип булһын! Фото һәм сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенән