Найти в Дзене

Һөйөү хаҡы. Хикәйә. Гөлшат Хажиева

Ҡайһы берҙә үҙеңде тутыйғош һымаҡ тояһың.  – Һаумыһығыҙ! Һеҙгә пакет кәрәкме? – Ташлама картаһы бармы? – Наличкамы йә картамы? – Һатып алыуығыҙ өсөн рәхмәт! Тағы ла килегеҙ! Шунан ҡабаттан. – Һаумыһығыҙ! Пакет кәрәкме? – Ташлама картаһы бармы?... Ааааа …. Сәсең йолҡҡоларҙай булаһың шул саҡ. Ләкин эмоциялар эстә генә ҡайнай, касса алдында өйкөлгән халыҡ алдында бер ни булмағандай йылмайырға ғына тура килә. Уларҙың ғәйебе юҡ бит. – Һеҙ миңә ике икмәк һанағанһығыҙ? Мин бер генә икмәк алдым. – Ой, ғәфү итегеҙ. Яңылыш баҫҡанмын, ахыры.  – Әллә инде, әллә яңылыш, әллә юрамалмы… Һүҙ ҡуйыртыу һәм нимәлер иҫбатлау урынһыҙ. – Хәҙер аҡсаһын кире ҡайтарам, бер-ике минут .. Сираттағы кешеләрҙең йөҙөндә ҡәнәғәтһеҙлек сағылды…Аңлашыла,бер кемдең дә артыҡ көтәһе килмәй.. Хаталы чек хужаһы, минең өтәләнгемде тойоп: – Йә, ярай, ҡайтарып тормағыҙ… Тағы бер икмәк алам да ҡуям, - тип касса эргәһенән китте…. Мин тағы бер клиентты хеҙмәтләндергән ыңғайы, кәштәләргә тауар урынлаштырған Надяға смс яҙҙым: “ Ярт

Ҡайһы берҙә үҙеңде тутыйғош һымаҡ тояһың. 

– Һаумыһығыҙ! Һеҙгә пакет кәрәкме?

– Ташлама картаһы бармы?

– Наличкамы йә картамы?

– Һатып алыуығыҙ өсөн рәхмәт! Тағы ла килегеҙ!

Шунан ҡабаттан.

– Һаумыһығыҙ! Пакет кәрәкме?

– Ташлама картаһы бармы?...

Ааааа …. Сәсең йолҡҡоларҙай булаһың шул саҡ. Ләкин эмоциялар эстә генә ҡайнай, касса алдында өйкөлгән халыҡ алдында бер ни булмағандай йылмайырға ғына тура килә. Уларҙың ғәйебе юҡ бит.

– Һеҙ миңә ике икмәк һанағанһығыҙ? Мин бер генә икмәк алдым.

– Ой, ғәфү итегеҙ. Яңылыш баҫҡанмын, ахыры. 

– Әллә инде, әллә яңылыш, әллә юрамалмы…

Һүҙ ҡуйыртыу һәм нимәлер иҫбатлау урынһыҙ.

– Хәҙер аҡсаһын кире ҡайтарам, бер-ике минут ..

Сираттағы кешеләрҙең йөҙөндә ҡәнәғәтһеҙлек сағылды…Аңлашыла,бер кемдең дә артыҡ көтәһе килмәй..

Хаталы чек хужаһы, минең өтәләнгемде тойоп:

– Йә, ярай, ҡайтарып тормағыҙ… Тағы бер икмәк алам да ҡуям, - тип касса эргәһенән китте….

Мин тағы бер клиентты хеҙмәтләндергән ыңғайы, кәштәләргә тауар урынлаштырған Надяға смс яҙҙым:

“ Ярты сәғәткә генә алмаштыр әле…”

“ Ярты сәғәт оҙаҡ…”

Ярай, ун биш минут, бик булмаһа ун минут…. “

…Һалҡын һыу менән битемде бер нисә ҡабат йыуғас, әҙерәк тынысланғандай иттем. Һуңғы арала ни өсөндөр ныҡ йонсоғанлыҡ, хатта апатия тоям. Эшемдән ялҡтыммы? Биш йылға яҡын эшләйем бит инде, күп нәмә автоматик рәүештә. Әллә бүтән сәбәпме? Арығанлыҡ шулай беленәме? Бер уйлаһаң, әллә ни проблемалар юҡ та һымаҡ. Ҡыҙым аллаға шөкөр, уҡып йөрөй, үҫмер йәшендә булһа ла, башты ҡаңғыртмай… Ял көндәрендә икәүләшеп урам буйына сығалар, киноға, кафеға баралар. Ә бына яңғыҙым ҡалһам, ниндәйҙер тынысһыҙлыҡ тоям. 

Ярай, әле тап ошо мәлдә был хаҡта уйларға ваҡыт юҡ. Ун минут үтте инде, эш урынына ҡайтырға кәрәк. 

Бәҙрәфтән сыҡҡан ыңғайы артҡы ишек шығырлағанға шул яҡҡа күҙ һалдым. Таныш булмаған бер егет тауар ташый. Яңы йөк ташыусы ҡабул иткәндәр, ахыры. Эш хаҡы түбәнерәк булғас, ир-ат был эште үҙһенмәй, берәү китә, берәү килә… Күптәр өсөн ваҡытлыса ғына эш. 

Егет, бер утыҙ йәштәрҙәлер, үҙенә төбәлгән ҡарашты тойҙо, сәләм тигәндәй ҡул болғаны. Ни өсөндөр йөрәгем келт итте, ир күргәне юҡмы…

Мин бары баш һелктем дә, ашығыс эш урынына йүнәлдем.

Ирем үлгәндән һуң, көслө зат яғына күҙ һалғаным булманы. Үлеп яраттым, тип әйтеп булмай, шулай ҙа татыу ғына йәшәнек. Илдар мине өрмәгән ергә ултыртманы, ә мин бары уның һөйөүен ихлас ҡабул иткәндермендер.  Ҡыҙыбыҙ Илнара, йөҙөк ҡашылай, икебеҙҙән дә сикһеҙ һөйөүгә күмелеп үҫте. Үкенескә ҡаршы бүтән балаға уҙманым. Хәҙер был хаҡта уйлаһам, бер яҡтан һәйбәт тә… Атайһыҙ бер баланы ла үҫтереүе ҡыйын. 

Миңә хәҙер 34. Сәскәләй сағым, ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә…Әхирәттәр, әйҙә берәйһе менән таныштырам, теңкәне ҡорота. Әсәйем дә димләп ҡараны бер-ике буйҙаҡ егеткә. Әммә ҡаты торҙом, ыңғайламаным. Ҡыҙым бар бит. Нисек икенсе ир менән осрашырға мөмкин!? Илнарам миңә барыһынан да мөһим. Бер ниндәй ир-егет башымды юғалттыра алмаясаҡ! 

Яңғыҙлығыма өйрәндем инде. Ирһеҙ булыуым әллә ни борсомай ҙа һымаҡ. Иптәшкә бынамын тигән ҡыҙым бар. Ләкин һуңғы арала уныһы ла бергә ваҡыт уҙғарыуҙан баш тарта башланы. Бүлмәһенә йыш ҡына бикләнә. Аптырағандан интернеттан яуап эҙләнем. “Үҫмерҙәр шулай була торған, сепарация осоро, йәғни атай әсәй ҡарамағынан сыға торған ваҡыт - ул 14 йәш.”

 Ҡай арала үҫеп етте икән? Әле генә итәгенә тағылып йөрөй торғайны, хәҙер бүлмәһенән дә сыҡмай. Хатта ашын да шунда ташый.

Ҡыҙын мәктәпкә оҙатҡандан һуң, кире ятып торғайным, йоҡлап киткәнмен. Бына әле саҡ йоҡонан тороп, иртәнге сәй йәһәтләгән ыңғайы шундай үҙ тормошом хаҡында уйҙарға баттым...

 Әйләнә-тирәһендә уның һымаҡ парһыҙ бер кем дә юҡ. Ирҙә булмағандар мотлаҡ кем менәндер осраша. 

– Әйт әле, нисек ирһеҙ көн итәң, ә? Как без мужика? Ҡәһәрең, кисен берәйһе ҡосағына алмаһа, йоҡлай алмайым.

 Ухажерҙаын бирсәткә урынына алмаштырған хеҙмәттәшем Надежда шулай ти ҙә һамаҡлай. Элегерәк аҡлана торғайным, йәнәһе лә, ҡыҙым бар, ваҡытым юҡ тип. Хәҙер йылмаям да ҡуям. Был донъяға һәр кем үҙ күҙлегенән ҡарарға хаҡы бар. Кемгәлер һәр саҡ юлдаш, пар кәрәк, ваҡытлыса булһа ла, ә кемдер бер үҙе лә бошмай. 

Ысынлап та бошмаймы икән? Ҡайһы бер ҙә урам буйында эргәһенән көлөшөп үткән парҙар артынан ҡарап ҡала торғанмын. Көнләшәмме? Әллә һөйөүгә танһығым үҙен белгертәме?

Ҡабаттан ғашиҡ булыу, хатта кейәүгә сығыу енәйәт түгел инде. Ләкин ни өсөндөр мин үҙемде икенсе ир менән күҙ алдыма килтерә алмайым. Бәлки тәғәйен кеше осрамағандыр әле. Артымдан һуҡҡылаған егеттәр булды инде, булманы түгел. Ләкин уларҙың ҡыҙыҡһыныуын кире һуҡтым, осрашып маташып та торманым. Мәрхүм иремдең хәтерен таплағым килмәнеме? Атаһын үлеп яратҡан ҡыҙымды рәнйетермен тип тә ҡурҡҡанмындыр…

— Понимаешь, Лялечка, сексһыҙ йәшәү һаулыҡҡа зарарлы, ишеткәнең бармы?

— Кит юҡ менән башты ҡатырма, Надя, һинең уйыңда гел шул булыр инде…

— А че, мин ирекле ҡатын, ғүмер бер генә, ләззәт алып йәшәүҙән бер кем тыя алмай…

— Һин хаҡлы, әлбиттә, ләкин миңә һинең ысул тап килмәйҙер ул…

— Күреп тор ғашиҡ булырһың, һәм мине аңларһың…

Надя менән шул кисәге һөйләшеү ҙә тынғы бирмәйсе. Ғашиҡ булырға хоҡуғы бармы минең? Яуап таба алмайым әле был һорауға.

Күренеп тора, был егет тренажер залына йөрөй, ахыры. Янбаштарының рельефы униформа аша ла тойола. Кәштәләргә тауар урынлаштырған яңы хеҙмәттәше артынан күҙәтеү дөрөҫ түгелдер ҙә. Ләкин, ни өсөндөр ҡараштарым менән шуны һағалап ултырам касса артынан. Был нимә? Беренсе булып бер ҡасан да ир-егет менән ҡыҙыҡһынған юҡ ине. Точно, аҙған. Хистәрен бутаған уйҙарҙан арынырға теләгәндәй күҙҙәрен йомоп, башымды өйрөлтөп алдым. Тиҙҙән магазин һатып алыусылар менән тулыр.Әҙер булырға кәрәк.

— Үҙеңде насар тояһыңмы әллә?

Һиҫкәнеп, күҙҙәрем асһам, ҡаршымда мин яңыраҡ һоҡланып ултырған йөк ташыусы тора.

— Яҡшы, яҡшы, борсолма…

— Ярай, әтеү…

Егет һәлмәк кенә атлап тауарҙар складына юлланды. Йөрәгем йәнә дарҫ-дарҫ тибә башланы, ниндәйҙер эҫе тулҡын бар тәнем буйлап таралды… Эш көнө башланыр алдынан шулай албырғап ултыр инде…

— Был яңы егет нисауа күренә түгелме? Һиҙҙеңме, ул һинән ҡарашын алмай.

Надя һәр ваҡыт үҙ репертуарында.

— Күҙеңә күренгәндер, минең һымаҡ ҡарт бисә уға ни бысағына? Ул минән йәшерәк тә.

— Һин ахыры көҙгөгә күҙ алмайһың…Бындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙан иң һылыуы һин, валлаһи…

— Ғәҙәти ҡатын мин, Надя. Етмәһә, тол ҡатын…

Надя, ярай, ярай, тигәндәй кәштәләр араһына кереп юғалды.

Шулай ҙа үҙем дә һиҙмәҫтән ул егетте күрһәм, күңелемдең үрһәләнгәнен тойҙом. Ысынлап та миңә күҙе төшкәнме? Әллә Надя бары шаярттымы?

Бына, эш көнө тамамланды. Йәһәт кенә ҡайтырға ла, ваннаға сумырға кәрәк. Иртәгә ял, йоҡо туйҙырыр… Шул уйҙарымдан рәхәт булып китте.  

— Арыттырҙымы?

 Мин элгестән  сумкамды алған ыңғайына тауыш килгән яҡҡа боролдом. Был егет мине ысынлап та эҙәрлекләйме?

— Эйе, өйрәнелгән инде.

Тауышым тыныс ҡына яңғыраны буғай.

— Ошо тирәлә йәшәйһеңме , әйҙә оҙатып ҡуям, һуң бит…

Ғәҙәттәгесә, кире ҡағырға уйлағайным да, был юлы был тәҡдимгә “йәшел ут” тоҡандырҙым.

— Мин үҙем ҡаршылағы йортта ғына йәшәйем. 

Был көтөлмәгән яңылыҡтан ултыра төштөм:

— Эйеме? 

Ҡаланы киске эңер инде ныҡлы ғына ялмап алғайны. Көнө буйы эштә булғанда, ҡыҙым өләсәһенә лә бара торған. Ләкин бөгөн: ”Мин өйҙә!”,- тип хәбәр итте. Ҡайтҡансы йоҡлап та китә торған.

Оҙатыусым менән күптәнге таныштар һымаҡ һөйләшеп киттек. Ваҡыты менән генә ниндәйҙер тартыныуға оҡшаш хис кисерһәм дә. 

Исеме Азамат икән. Ике йыл буйы Камчаткала булып, фатирлыҡ һәм машиналыҡ аҡса эшләп ҡайтҡан. Буйҙаҡ. Йәштән аҡса эшләү уйы менән янған. Атаһы кредит алып, түләй алмайынса, бурысҡа батҡас, шуны ҡапларға ярҙам иткән. Беҙҙең супермаркетҡа ваҡытлыса урынлашҡан, өйҙә тик ятмаҫ өсөн. Берәй арыуыраҡ эш тапҡансы. Бигерәк эшһөйәр икән! Ғаиләлә төпсөк. Ике апаһы бар. Бәхетле! 

Мин әсәйемдең берҙән-бер балаһы бит. Бәләкәйҙән апайлы-һеңлеләрҙән, ағайлы-ҡустылыларҙан көнләшеп үҫтем. Мәрхүм тормош иптәшем менән күршеләр генә түгел, бер класта ла уҡыныҡ. Шуға ныҡ эҫенгәнемдер. Балалыҡтан бергә булғас, мөнәсәбәттәрегюбеҙ никахҡа барып етте. Илдар мине нығыраҡ яратты, эйе, ә миңә ул яҡшы тормошо булыр тип тойолдо, беҙ уның менән әллә ни әрләшкән дә булманы, тик бына 28 йәшендә ашҡаҙан рагы табылды, үкенескә ҡаршы, һуңғы стадияла… Ауырығанын йәшереп йөрөгән булған икән, ҡайғыртмайым тип…

Шулай 29 йәшемдә тол ҡалдым. Ауыр булды шулай ҙа. Ҡыҙым бер йыл буйы йүнләп ашаманы. Ҡайғырыуҙарым. Атаһы менән йыш уйнаған майҙансыҡта эскәмйәлә тик ултырыр ине. Мин фатирҙы алмаштырырға булдым. Ҡаланың икенсе осонда йәшәйбеҙ хәҙер.

Бер нисә көн белгән кешегә шулай бар ғүмеремде һөйләп бирҙем дә ҡуйҙым. Ихлас егет. Беҙ хатта подъезд алдында бер аҙ әңгәмәләшеп ултырҙыҡ. “Әсәй, һин ҡайҙа?” тигән смс алғас ҡына, ашығыс хушлашып кереп киттем. 

 

“ Ай-һай, тыйнаҡлығың яһалма икән дә… Мине лә көтмәй, егет менән сығып киткәнһең…” 

Надежда ебәргән тауышлы смс-хәбәр ниндәй реакция бирергә лә белмәнем. Артынан Азамат менән бергә китеп барған фото ла беркеткән…

“Бер йортта йәшәүебеҙ асыҡланды. Артыҡ бер нәмә лә юҡ. ”

“Осраҡлыҡтар осраҡлы булмай ул. Белеп ҡуй! “

Юҡ, бүтән быға юл ҡуйырға ярамай. Тормошона ир-ат кертергә йыйынмай ҙа! Ҡыҙы бар бит. Атаһын һаман юҡһына. Башҡалар бәлки бер ниндәй ҡурҡыныс тоймайҙыр, әммә мин һис кенә лә ҡыҙыма хыянат итә алмайым.

Азамат хаҡында уйламаҫҡа тырыштым, егеттә лә миңә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы барлығын тойҙом(нимә-нимә, был яҡтан интуиция көслө минең), унан бигерәк үҙем дә битараф түгеллегемде аңланым,ләкин хистәремдең тәрәнеүенә юл ҡуя алмайым бер нисек тә. 

Хатта эш сменаһын алмаштырыу хаҡында уйлағайным, башҡаларға был сәйер күренер тип кире уйланым.

Әммә ваҡиғалар һин уйлағанса барһа икән.

Магазин директоры бер көн кабинетына йыйҙы. 

— Минең тиҙҙән юбилей, барығыҙҙы ла ресторанға саҡырам. Азамат һин дә ҡалма, йәме! 

Беҙ, ҡыҙҙар, уның тыуған көнө китеп килгәнен белә инек, инде аҡса ла йыйылышҡайныҡ. Ләкин юбилейына саҡырыр тип уйламағайныҡ. Хатта бер-ике аҙна ғына эшләгән Азаматты ла саҡырҙы, ҡара һин уны. 

Был айҙа яҡшы ғына күрһәткестәргә сыҡҡайныҡ шул. Әллә шуға күңелде күрергә булды. Ярай, ҡалай була ла ресторанға күптән йөрөгән юҡ. Беҙ ҙә бит тере кеше. Ә һатып алыусыларҙы хеҙмәтләндереүсе робот түгел.

— Яңы күлдәк алырға кәрәк бит инде! Ләлә әйҙә иртәгә магазин буйлап йөрөп киләйек. Маникюр, прическа ла ҡайғыртырға кәрәк бит инде. Керфек эшләтергә! Бәлки мин унда яҙмышымды осратырмын! 

Надя кабинеттан сыҡҡас та, йонсота башланы, ризалыҡ биреп ҡына ҡотолдом. 

Ошо көндәрҙә мин Азаматтан ысынлап та арыраҡ йөрөргә тырыштым. Уның миңә һораулы ҡараштарына иғтибар итмәнем. Ул йәш буйҙаҡ. Ә мин балалы ҡатын. Етмәһә 4 йәшкә оломон. Етмәһә, ҡыҙым үҫмер йәшендә. Пубертат осорон мөмкин тиклем тетрәнеүһеҙ үткәрергә тәҡдим итә психологтар. Минең өсөн ҡыҙымдан мөһим кеше булыуы мөмкин түгел. Мин хаҡлы түгелме ни?

Шулай ҙа тыуған көн байрамында уның да буласағы елкендерә. Ҡупшыланыу теләге мин дә лә уянды. Сәсемде бөҙрәләтергә микән? Ҡасандыр бер күҙем ҡыҙып алған фатин итәкле ҡара төҫтәге күлдәк шкафта эленеп тора… Шуны кейһәм нисек булыр икән? Бейек үксәле туфли алырға кәрәк булыр. Надежда менән магазинға сыҡһаҡ, ҡарарға кәрәк. Эх, татлы уйҙар… Азамат менән бергә булыу мөмкинлеген ситкә быраҡтырһам да, матур булыу теләгенән ваз кисеп булмай бит инде. 

Көҙгөләге ҡатынды танырлыҡ түгел. Өҫтө ялтыр пайеткалар менән биҙәлгән, еңһеҙ күлдәк минең ҡыҙҙарҙай фигурама йәтеш кенә ултырҙы. Оҙон сәстәремә карвинг эшләттем, Надя тел шартлатты ғына инде.. Бер ҙә ябай һатыусы тимәҫһең. 

– Әсәй, ҡалай һин матур! - ҡыҙының һоҡланып  әйткән һүҙҙәренән әллә нисек булып китте Ләләгә. 

– Ярай, ҡыҙым, һин өләсәйеңә бар, йәме, бер үҙең ҡунма, мин ҡасан ҡайтырмын билдәһеҙ…

— Мин өйҙә лә ҡала ала алам. Мин бәләкәй түгел бит хәҙер.

— Ярай, үҫкәнем, берәр хәл булһа, өләсәйеңә шылтырат, йәме, мин бәлки ишетмәмен…

— Ярай, ярай, бар, такси килеп еткәндер инде…

Каблуктарҙа күптән йөрөгән булмағас, уңайһыҙ төҫлө, ярай бер кискә түҙермен әле, тип тыҡылдай-тыҡылдай баҫҡыстан төштөм.

— Ә мин һине көтә инем. 

Азаматмы был? Тауышы шуныҡы. Уның тауышын бер кемдеке менән бутап булмай. Костюмда танырлыҡ та түгел.

— Такси саҡыртҡайным мин…

— Юҡ, һин минең менән барасаҡһың. 

Ай-вайыма ҡарамай, алғы пассажир урынына ултыртты. Таксиҙы оҙатты.

Руль артына ултырғас, ул кинәт ҡолағыма эйелде.

— Һин бөгөн шул хәтлем гүзәлһең, ҡара, урлап ҡуймаһындар..

Уның яҡынлығы илертә, сикәмдә уның тынын тойоу уғата. Ҡасып йөрөүҙән ни файҙа, күңелем уға тартылып торғас. Аҡыл менән йөрәк алышында ахыры һуңғыһы еңерҙәй. Яратаһы-яратылаһы килеү ул тәбиғи теләк… Инстинктарға ҡаршы барып ҡара…

Кемгә нисек күренгәндер, ресторанға беҙ бергә керҙек. Бер табын артынан Надя ҡул болғаны, мут ҡына күҙ ҡыҫты.

— Бергә бик камил пар  күренәһегеҙ!

— Кит юҡты!

Ҡунаҡтарҙың айырым-айырым түңәрәк өҫтәлдәргә урынлаштырғандар. Шулай итеп беҙ магазин хеҙмәткәрҙәре ике өҫтәл артына һыйҙыҡ.

— Тәк, иғтибар, иҫтәлеккә селфи!

Хатта Азамат менән икебеҙҙе генә фотоға төшөрҙө Надя. Иртәгә кәрәген бирәм мин уның. 

Юбилей бик күңелле барҙы, тамада ҡорған уйындарҙа ла ҡатнашыу форсаты ла тейҙе. Хатта бер уйында Азамат менән бергә эләктек. Теге бауҙа эленеп торған алманы ашай торған. Әлбиттә, был бик насар идеяға риза булыуыма мең үкендем! Шулай икебеҙ ике яҡтан алманы ҡабып маташҡанда, ул алма ысҡынып китте лә, беҙ ҡапыл ирендәребеҙ менән бәрелештек. Уңайһыҙланғанымды белһәгеҙ! Ток һуҡҡандай булды! Тегенеһе шаян ҡараштарын атты бары. Ләкин барыһы алдында һыр биреп булмай бит инде, бер ни булмағандай уйыныбыҙҙы дауам иттек. Хатта иң беренсе ул алманы ашап та бөттөк. Асыуым ҡабарҙы бер яҡтан, ғәфү үтенәһе урынға, ҡалай кинәнә. Уның да кәрәген бирмәйенсә булмай!

— Асыуланғаныңда, һин тағы ла матурыраҡ!

Бер ни өндәшмәнем, алдымда ултырған араҡылы рюмканы ауыҙға ҡойҙом. Эх, шарап ҡына эсермен тип уйлағайным

— Һин, ҡыҙый еңелерәк, араҡы эсмәйем,ти инең түгелмен ни? 

Әлдә мине ҡайғыртырға Надя бар. Ләкин эстәге ялҡынды ҡалай булһа ла баҫырға кәрәк бит. Азамат тыуҙырған ялҡынды.

— Ярай, Ләлә, тыныслан, үпкәләтһәм, ғәфү ит. Әйҙә саф һауаға сығып керәйек. 

Хистәремә ҡарышып, ялҡтыммы, мин тыңлаусан егет артынан эйәреп сыҡтым. Ресторан янында эскәмйәләр ҙә бар. Азамат ипле генә шунда ултыртты. 

— Эсергә ярамағас, ниңә эсәһең, миңә асыуың килһә лә, улай итмәҫкә ине…

Мин тәрән итеп киске һауаны үпкәләремә тултырҙым. Фонарь уты аҫтында төнгө күбәләктәр айҡаша. Шул күбәләктәй тойҙом үҙемде: ниндәйҙер билдәһеҙ осраҡлы утҡа ымһынып, өтөлөрмөнмө икән?

— Һиңә асыуым килмәй минең, үҙемә, асыуым килә, беләһеңме…

— Ниңә үҙеңә асыуың килә?

Азамат кеҫәһенән сигарет ҡабын сығарҙы, борғолап торҙо ла, кире тыҡты. Ул да үҙ тәрилкәһендә түгел, күренеп тора.

— Сөнки хистәремде контрольдә тота алмайым! Улар миңә бүтән буйһонмай! Һәм беләһеңме ни өсөн? 

Хәмер шауҡымымы, бүтән өндәшмәй түҙә алмам кеүек, юҡҡа ғына, эскән кешенең уйында ни, шул телендә, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер

— Мин үҙемә хужа түгел хәҙер, һине осратҡандан бирле мин үҙемә хужа түгелмен! Ә миңә ярамай ғашиҡ булырға белдеңме! Мин бит әсәй, минең ҡыҙым алдында яуаплылығым бар…

…Әйт әле, миңә ни эшләргә, Азамат! Мин һиңә ғашиҡ булдым, ахыры…

Егет бер аҙға аптырап ҡалды, буғай. Беренсе булып хистәрен асыусы мин булыр тип көтмәгәндер. Артҡа юл юҡ инде. Һүҙҙәр әйтелгән. Ни булһа ла, булыр…

Ә ул бер тултырып күҙҙәремә ҡараны ла устарына битемде алды.

— Һин дә миңә оҡшайһың, Ләлә! 

Әйтерһең дә, шул мәл ваҡыт туҡтаны. Ҡала шауы әллә ҡайҙа юҡ булды. Бары ул һәм мин. Һәм беҙҙең йөрәктәрҙең тибеше. 

— Рөхсәт итерһеңме?

Егет шыбырлап, ирендәремә ҡарашын төбәне.

Мин тик керфектәрем менән ҡаҡтым.

Күптән бер кем ҡағылмаған ирендәр икенсе ирендәрҙең ихтыярына күндәм асылды. Ул ирендәр тик уларға буйһоноуҙы талап итә ине. Ә минең буйһонаһым килде. Быға тиклем кисермәгән хис-тойғолар уяныуын һиҙҙем. 

Теләк. 

Миндә теләк уянды. 

Ошо ир-атын бөгөн мин теләй инем. Ошо ирендәрҙең тик мине үбеүен, ошо ҡулдарҙың тик мине наҙлауын, ошо ҡосаҡта мөмкин тиклем оҙаҡ ҡалырға теләнем…

— Барыһы ла яҡшы буласаҡ! Ышан миңә! Һинең дә һөйөүгә хоҡуғың бар! 

Ул йәнә күҙҙәремә ҡараны.

— Әгәр ике яңғыҙ кеше бер береһенә оҡшай икән, уларҙың бергә булырға хаҡы бар. Һин бының менән риза түгелһеңме?

Шул хәтлем ошо һүҙҙәргә ышанаһы килә.

Иртәгә ни булыры мөһим түгел, бөгөн минең һинең менән булаһым килә. Шуныһы билдәле…

Шулай ҙа яңғыҙың булыуҙан, эргәңдә тағы берәү булыуы яҡшыраҡ икән. Етмәһә, Азамат һымаҡ матур ир-егет булһа. Ипләп кенә уға күҙ һалам.  Ул миңә күҙ ташлап ихлас йылмайҙы.

— Күңелең болғанмаймы?

— Юҡ…

Ҡала киске уттарҙа һоҡланғыс. Бына ошолай яратҡан кешең менән ер сигенә тиклем бар ҙа бар. 

— Музыка ҡуйһам яраймы?

Салон буйлап Айҙар Ғәлимовтың моңло тауышы таралды…

— О, был минең яратҡан йырым…

Мин һине ғүмерем буйына,

Ышыҡлап барырмын елдәрҙән….

Өҙөлһә бараһы юлдарың –

Күрермен мин күпер гөлдәрҙән.

Беҙ икәү – айырылмаҫ пар ҡанат,

Бер кем дә керә алмаҫ араға.

Хәсрәтте бүлербеҙ икегә,

Сит-яттар тоҙ һалһа яраға.

Донъя был…Бармай ул тигеҙ,

Шатлыҡ бар тормошта, ҡайғы бар….

Ал ҡояш булып мин балҡырмын,

Күгеңде ҡаплаһа болоттар…

Йыр бөттө, беҙ йортобоҙ янына килеп туҡтаныҡ.

— Һине ҡайтараһым килмәй.

Ҡулдары минең ҡулдарға үрелде.

— Ҡайтарма һуң…

Егет пинжәген минең иңдәргә һалды. Ҡаса-боҫа подъезға керҙек. Хәмерҙең йоғонтоһо бөтмәгән әле, аяҡтарым бөгөлөп барасы. Подъезд ишеге ябылғас, мин стенаға терәлдем. Үҙемдең көлкө килә.

— Ниңә көләһең?

Азамат бер ҡулы менән үҙенә һырыҡтырҙы.

— Беҙ эш боҙған бала саға һымаҡ…

— Ну, мин күптән бала-саға түгел инде…

Ир көсө ташып торған ҡулдар ҡамауында рәхәт. Надя хаҡлы: бынан һуң мин дә был хаҡта хыял итәсәкмен инде.

Фатир беренсе ҡатта ғына икән, беҙ утты ла яндырмай эскә үттек. 

– Беләһеңме, һинән дә матурыраҡ ҡатын осратҡаным булманы, тәүге күреүҙән мин һиңә ғашиҡ булғанмындыр…! 

Азамат йәнә ҡосағына алды. Ирендәренең йәнә ҡағылыуына тәнем уға һонолдо. Бер ҡасан да шулай иргә бирелеү теләге менән янғаным юҡ ине. Әгәр ҙә иртәгә ул мине ташлаһа ла, риза булыр инем быға. Аһ, Ләлә, аҙғынлығын йәшеренгән булған икән…

— Мин матур булһам, һин, күрәм, батырһың…

Тиҙҙән беҙҙең өҫтә кейемдәр ҡалманы. Бары тик беҙҙе бер бөтөн иткән теләк кенә ҡалды…

…Ярай, ҡыҙым мине тыңлап өләсәһенә киткән. Әсәһе өйгә ҡунырға ҡайтмағанын белһә, нисек аңлатыр ине. Етмәһә, эшкә. Туғыҙға тиклем, душ инеп сығырға ла кәрәк. Хәйер, Азаматтың да ял түгел.

Карауатта мин бер үҙе уяндым. Өҫтөмдә, ирҙәр футболкаһы. Унан Азаматтың еҫе килә. Шундай танһыҡ еҫ!

Кухнянан таба шыжлаған тауыштар ишетелә. Стеналағы электрон сәғәт 7.30 тип күрһәтә. Ярай, икеһе бер йортта йәшәйҙәр. Бер подъездан сыҡтың, икенсеһенә керҙең.

— Торҙоңмо, әйҙә ҡапҡылап алайыҡ. Ҡыҙған күкәй ашайһыңмы? Кофе, сәй, һут?

Кухнянан ҡулдарын таҫтамалға һөртә-һөртә Азамат килеп сыҡты:

— Эх, ниңә бөгөн эшкә икән? 

Эргәмә ултырҙы ла, ирендәремә үрелде.

Ауыҙыма бесәй эш бөтөргәнме ни, мин унан тайшандым.

— Йә, ҡайҙа ваннаға кереп сығайым әле…

Үҙемде йәнә ҡыҙлығын юғалтҡан ҡыҙҙай тоям. Утыҙ дүрт йәштә оялырға инде һуңыраҡтыр. Шулай ҙа тартындыра бер бер аҙ. Битемдәге косметика эҙҙәрен йыуып төшөрҙөм. Матурһың, тигән була Азамат, мин үҙемә ябай күренәмсе…

— Фатирың зауыҡлы ғына…Минимализм, лофт?

Ҡара төҫтәрҙәге интерьер шулай стилле күренә. Буйҙаҡ фатиры.

— Элекке хужанан ҡалған ремонт, мебель дә… 

Помидор менән ҡыҙҙырылған йомортҡа хәл кертеп ебәрҙе. Кофе һемергәс, ҡандар йүгереп китте.

— Ярай, мин ҡайтайым, икебеҙгә лә эшкә…

— Ҡасан осрашабыҙ инде хәҙер? 

Азамат алдына тартты. Мин ҡулдарымды иңдәренә һалдым. Шулай тартынмай ирҙең тубыҡтарына ултырырмын икән дә….

— Беҙ һинең менән көнө буйы эштә бергә бит.

— Ләкин унда мин һиңә яҡын да килә алмам инде…

— Иртәнән һуң, киләһе ялда инде. Онотма минең үҫмер йәшендә ҡыҙым бар. Теләгән ваҡытта осрашып булмаҫ.

— Беләм дә ул мин…

Мин һаман да үҙем менән булған был ваҡиғаға төш һымаҡ ҡабул итәм төҫлө.

— Рәхмәт!

— Нимәгә?

— Һинең менән мин үҙемде ҡатын- ҡыҙ икәнлегемде иҫкә төшөрҙөм. Күптән онотолған тойғо.

— Ниңә улай итеп, әйтәң инде, хәҙер икебеҙгә лә отгул алам, һәм һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем …

– Былай ҙа һатыусылар етешмәй, кем беҙгә отгул бирһен…

Мин уның ҡара сәстәрен бармаҡ аша үткәрҙем.

— Азамат, тим, сәғәт туғыҙынсы китте…

Ул теләр-теләмәҫ ҡулдарын ысҡындырҙы…

…Надя эштә  мине күреү менән ҡыҫымға алды. 

— Йә, һөйлә! Кисә Азамат менән бергә килдең, бергә ҡайтып киттең. Һеҙҙең арала ниҙер бар!

Биттәремдең алһыуланыуын тойҙом, ҡарашымды иҙәнгә төбәнем…

— Һеҙ бергә эйе бит! Йә, түҙемемде һынама, хәҙер унан барып һорайым, әтеү… 

— Мин уның фатирында ҡундым бөгөн. 

Әйтерһең, бомба шартланымы, Надя шок кисергәндәй ауыҙын асты, күҙҙәре түңәрәкләнде.

Бер нисә секундтан һөйләшеү һәләте ҡайтты саҡ уға.

— Ҡотлайым, ҡәҙерлем, мин шул тиклем шат һинең өсөн! Тормош мөхәббәт өсөн яралтылған. 

Ул мине ҡосаҡлап алды. 

— Яңғыҙ йәшәүе ауыр ул, Ләлә. Ярай, һинең ҡыҙың бар. Ләкин ул да үҫер, уҡырға сит ҡалаға сығып китер, кейәүгә сығыр, байрамдарҙа ғына осрашырһығыҙ. Йәшһең бит әле. Үҙеңде лә уйларға кәрәк. Һинең дә һөйөүгә хоҡуғың бар! Һәр кем яратып-яратылып йәшәргә лайыҡлы.

Шаталаҡ холоҡло әхирәтемдән шундай һүҙҙәр ишетеүе сәйер ҙә һымаҡ.

— Бына мин үҙем мине яратҡан кешене йәш сағымда кире ҡаҡтым. Ул бала теләне, ә мин йәшлегем шауҡымы менән ҡаршы торҙом. Хәҙер үкенергә генә ҡалды. Шундай уҡ тойғолар эҙләйем дә, таба алмайым. Бына күптәр уйлай: был Надя аҙғын, әйләнгән һайын ир алмаштыра тип, ләкин мин үҙем генә беләм: эстәге бушлыҡты шул рәүешле тултырырға ғына маташыу был…

Нисек йыуатырға ла белмәнем.

— Надя, мин ышанам, лайыҡ кешеңде осратырһың әле… Бәпәй табырһың.. 

— Таба алмайым инде хәҙер, осраҡлы ауырға ҡалып, алдыртҡандан һуң, түлһеҙгә әйләндем…

Был хаҡта белмәй инем әле. Йәш көйөнсә күп нәмә кисергән икән дә.

— Ярай, минең хаҡта етәр! Минең арҡала күңелең төшмәһен!

Ул сикәләрен ус һырты менән һыпырҙы ла, йәнә шаян ҡарашлы Надяға әйләнде. Ләкин мин генә уның был шаянлығы артында күпме ғазап йәшеренгәнен беләмдер хәҙер…

Тормош тигәнең кеше алдына төрлө һынауҙар ҡуйыусан шул. Үҙ яҙмышыңа үҙең хужа тиһәләр ҙә. Ниндәй генә һайлау алдына ҡуйһа ла, эҙемтәләре буласағы билдәле, уларҙан ҡасып йөрөү ул ҡурҡаҡлыҡ. Әгәр мин күңелем саҡырыуы артынан барырға теләһәм, мин һәр нәмәгә әҙер булырға тейешмен. Хатта ғазаптарға ла.

Әммә әлеге мәлдә беҙ мөхәббәт өйөрмәһендә. Эштә булғанда, осраҡлы ғына бер-береңә ҡағылып үтеүҙәр, кеше күрмәгәндә йәшенеп үбешеүҙәр, ҡараш менән генә һөйләшеүҙәр… Күптәр шунда уҡ аңғарҙы инде беҙҙең араларҙы. Һөйөүҙе йәшереп буламы? 

Ул хис минең бар булмышымды ялмап алды. Шулай ҙа буламы икән? Һәр минутымды тик һөйгәнем менән уҙғараһым килә. Ҡыҙым алдында ғәйеп тойғоһо барлыҡҡа килә башланы. Һатлыҡ йәнме мин? 

Ҡыҙым мәктәптә булғанда, мин Азаматтың фатирынан ҡайтышманым. Таныштар күҙенә эләгеүҙән ҡурҡһам да, киноға, кафеға ла уның менән сыҡтым. Эштән һуң урам буйлап берәй ярты сәғәт гәп һатып аллея буйлап йөрөп килеү ғәҙәткә әйләнде. Бүтән төндәрен ҡалғаным булманы шулай ҙа. Быға ҡабат йөрьәт итә алманым. 

Шуға беҙ-беребеҙҙе көндөҙ һөйҙөк. Үҙемдә шул хәтлем дәрт булғанын да белмәгәнмен дә. Илдар менән ундай булмағайным мин, ул хатта минең һалҡынлығыма зарлана торғайны. Ә Азамат миңә ҡағылыу була, теләк ялҡыны бар тәнемде солғап ала…

Киләсәк тураһында һүҙ ҡуҙғатҡан булманы, беҙгә тик тап ошо хәҙерге мәл ҡәҙерле ине. Бергә уҙғарған һәр минутыбыҙ менән ләззәтләндек. Миңә Азаматтың һәр ҡылығы оҡшай. Наҙлы ла, иғтибарлы, ҡайғыртыусан… Аралағы йәш айырмаһын тоймайым да. Уның өйөндә һәр ваҡыт тәртип, һәр нәмә үҙ урынында. Үҙе һәр ваҡыт ыҫпай кейенә, зауыҡлы ир-егет һоҡланғыс түгелме? Мин үҙ гардеробымды рәтләргә ваҡыт еткәнен аңланым. Әбейҙәр һымаҡ кейенмәһәм дә, мода һәм трендтар  артынан күҙәтеп барһам да( ҡыҙымдың йоғонтоһо инде), әйберҙәремә сағыулыҡ өҫтәгем килде. 

Бәхетле һәм мөхәббәтле булыуым хаҡында бар донъя белһен! Яратып-яратылып йәшәү ул йәшәү асылы, кем нимә тимәһен. Мине Азамат менән осраштырған яҙмышҡа рәхмәтле инем, иртәгә ул минән ҡапыл ялҡһа ла, йә булмаһа, бүтән сәбәптәр буйынса араларыбыҙ өҙөлһә лә, мин рәхмәтле булып ҡалыр инем…

— Һин кем менәндер осрашаһың, ахыры… Эштән һуңыраҡ ҡайта башланың, ял көндәрендә өйҙә лә тормайһың…

Ҡасан да булһа, ҡыҙымдың был хаҡта белеп ҡалырын һиҙһәм дә, уның был ҡапылғара һорауынан албырғап ҡалдым. 

Башымда был һөйләшеүҙе мең тапҡыр күҙ алдыма килтергәнем булды, әммә ул ысынбарлыҡҡа әүерелгәс, ҡаушарлыҡ.. 

— Эйе, ҡыҙым, мин хәҙер бер үҙем түгел. 

— Бүтән бер ҡасан да кейәүгә сыҡмайым тигәйнең дә.

— Кейәүгә сығам тимәнем бит, беҙ әлегә осрашабыҙ ғына.

— Шулай ҙа ихтималлыҡ бар бит, эйе?

Ни әйтергә лә белмәнем. Азамат менән был хаҡта һөйләшкән юҡ. Минең өсөн был мөһим дә түгел әле. 

Илнара ҡырт әйләнде лә, бүлмәһенә кереп бикләнде. Мин уның хистәрен аңлай инем. Шулай ҙа үҙемдең бәхетем менән мауығып, ҡыҙыма иғтибарымды кәметкәнемдер инде… Һис бер нимәгә ҡарамай, ҡыҙым миңә иң ҡәҙерле кешем. Һәр бала атаһы-әсәһе өсөн шундай булаһы килә. Уларға һинең ихлас һөйөүең, иғтибарың һыу һәм һауа һымаҡ кәрәк. 

Мин ишеккә һаҡ ҡына туҡылдаттым да, карауатында пледҡа уранып ултырған ҡыҙыма янына ултырҙым.

– Ҡыҙым, Илнарам, берҙән берем… Минең тормошомда кем генә барлыҡҡа килһә лә, һин минең йөрәгемдә иң мөһим кеше. Мин һине һәр ваҡыт яратасаҡмын, һинең тормошоң, һинең бәхетең барыһынан өҫтөн. Беҙҙең тормошта бер ни үҙгәрмәйәсәк. Әммә мин ул кешене шулай уҡ яратам, ул да мөһим минең өсөн. Һин дә уны яратырға тейеш тигәнде аңлатмай. Мин быны талап итмәйәсәкмен.

Ҡыҙым телефонынан башын күтәрҙе. 

– Мин ҡаршы. Мин ҡырҡа ҡаршы. Һиңә уның менән арағыҙҙы өҙөргә тура киләсәк. Атайым үлгәс, һин минең өсөн йәшәйәсәкһең, тип әйттең. 

Өҫтөмә тау төштөмө… Ҡалай булһа ла, ҡыҙым мине аңларға тырышыр тигән өмөт бар ине.

– Әгәр уны ташламаһаң, мин тәҙрәнән ырғыйым!

– Ҡыҙым, ниңә улай тиһең, ҡурҡытма мине улай… Һин минең өсөн барыһынан өҫтөн, барыһынан да мөһим…

…– Ниһайәт, беҙ бер карауатта йоҡлаясаҡбыҙ…

– Оҙаҡ хыялланғанһыңдыр инде….

– Әлбиттә, урыҡ-һурыҡ көндөҙ осрашыуҙар ялҡытты ла… Хәҙер мин һинең рәсми рәүештә ирең. Теләгән ваҡытта ҡосаҡлай алам, теләгән ваҡытта үбә алам… 

Шундай һылыу кәләшкә нисек битараф ҡалырға….

Сәсемдәге шпилькаларды сисеп торған еремдән Азамат үҙенә тартты.

– Һағындым һине шул хәтлем, матурым! 

Муйыныма ирендәре менән ҡағылды. Билемдән ҡыҫып ҡосаҡлап алды.

– Йә, Азамат, сәстәремде һүтәйем әле, туй күлдәген дә сисергә кәрәк. 

– Ярҙам итәйемме?

Мин уға алдым менән боролдом.

– Ярҙам ит…

Аяҡ остарына баҫып ирендәренән үбеп алдым.

– Мин дә һине һағындым, батырым…

… Мин уянам, һәм бының тик төш булғанын аңлайым. Бары төш. Сөнки өнөмдә ул минең тормошомда инде юҡ. Һуңғы һөйләшеү генә аңымда утлы мисәттәй баҫылған… 

– Азамат беҙгә айырылырға тура киләсәк. 

Һәр һүҙемде йөрәгемдән итте ҡырҡып алғандай әйттем. Август кистәре ошо арала ямғырлы ине. Беҙ подъезд алдында ышыҡта торабыҙ, профнастил башлы ҡыйығында тамсылар тыпырлай, минең дә илағым килә. Тик бар көсөм менән тыйылам.

– Нимә, ни булды? Мин һине берәй нисек рәнйетемме?

– Юҡ, - мин баш һелкетеп…

– Ҡыҙың ҡаршымы?

Мин башымды ситкә борам. Миңә ҡыйын, хәҙер илайым инде. Шундай һайлау алдына ҡуйған яҙмышҡа рәнйейем. 

– Беҙ былай ғына осраша алабыҙ, аҙнаһына бер-ике… Тик зинһар, мине ташлама… Мин һине шул тиклем яратам. Нисек инде мин һинһеҙ, ә һин минһеҙ?! Юҡ, мин риза түгел!

Азаматтың тауышы ярһыбыраҡ сыҡты.

–  Бәлки ҡыҙың сәбәп кенәлер, һин минән ялҡҡанһыңдыр…

Унан еңел генә ҡотолмаясағым билдәле, ләкин уны үпкәләтмәйенсә араларҙы өҙөү мөмкин түгеллеген аңланым…

– Эйе, мин һинән ялҡтым! Артымдан ҡойроҡ һымаҡ тик йөрөйһөң. Мин һиңә нисек әйтергә белмәй генә йөрөнөм быға тиклем. Онот мине, бүтән эргәмә килмә!

Тауышыма бар ҡырыҫлығымды һалырға тырыштым.

Подъезд ишеген асып индем дә, иҙәнгә быуылып төштөм. Бар тәнемде өнһөҙ һыҡтау һелкетә.

“Һау бул, Азаматым… Бер кемде лә һине яратҡан кеүек яратманым… Рәнйеткәнемә ғәфү ит!”

– Ләлә! Ләлә! Нисек инде улай, мин ышанмайым!

Азамат тимер ишекте йоҙроҡтары менән төйә. Мин устарым менән ауыҙымды ҡаплап өн дә сығармаҫҡа тырышам... Бер аҙҙан  тыштан күләүектәр буйлап шаптырлаған тауыштар ишетелде. 

Стенаға таяна-таяна фатирыма менеп еттем. Ҡулдарым ҡалтырай, күҙ алдарым туҡтауһыҙ аҡҡан йәштәрҙән томалана. 

Ниндәй гонаһтарым өсөн мине хоҙай шул тиклем язалай икән? Мин бары тик яратаһым һәм яратылаһым килде. Айырыр булғас, ниңә уны минең ҡаршыма сығарҙың… Айырыр булғас, беҙҙең һөйөүҙең яралыуына ниңә юл ҡуйҙың, ә!

Барыһына әҙер булһам ла, шул хәтлем дә ғазап кисерермен тип көтмәгәйнем. Ул ғазап бысаҡ менән тереләй һуйғандай. Йөрәгемде өҙгөләй. Йәштәр урынына ҡан аҡҡандай. Өҫтөмдә ле сисмәй карауатыма ауҙым. Ғәҙәттә, эштән ҡайтҡас, ҡыҙымдың бүлмәһенә күҙ һала торғайным. Бөгөн кермәнем. Юҡ мин уға үпкәләмәйем. Бала кешегә үпкәләп буламы, хаҡым бармы? Уның урынында мин дә шундай булыр инем ул. 

Ләкин шул тиклем дә үҙәк өҙгөс хәлгә төшөрмөн тип уйламағайным, хатта ирем үлгәндә лә улай ғазапланманғанмындыр…

Ярай, иртәгә ял. Рәхәтләнеп ике көн илармын инде. Тормош дауам итә. Ҡыҙымды үҫтерәһе бар. Ә һөйөү… Ә һөйөү тимәк минең өсөн түгел. 

– Һаумыһығыҙ! Пакет кәрәкме?

– Акция буйынса әйберҙәр алығыҙ!

– Ташлама картағыҙ бармы?

– Наличкамы, картамы?

Үҙемде хисһеҙ, уйһыҙ робот һымаҡ тоям. Мин робот. Эмоциялар миңә ят. Мин иламайым, ҡайғырмайым, күңелһеҙләнмәйем, шатлана ла белмәйем. Мин роботҡа әйләндем. 

Һатып алыусылар касса алдынан бербер артлы алмашыналар, арығанымды ла һиҙмәйем. Робот булыу уңайлы икән дә. 

Шул мәл сиратта кемдеңдер телефоны геүләй башланы.

Айҙар Ғәлимовтың йыры супермаркет буйынса таралды…

Һин – минең йәнемдең яртыһы,

Йәшәйһең йөрәгем түрендә,

Нур һибеп бараһың юлыма

Башлайһың күңелем күгендә.

Ә телефон хужаһы сумкаһынан уны таба алмай, ахыры…

Мин һине ғүмерем буйына

Ышыҡлап барырмын елдәрҙән…

Был рингтон ресторандан ҡайтып килгән мәлде иҫкә төшөрҙө. Мин бар булмышым менән оноторға теләгән хәтирәләр…

Өҙөлһә, бараһы юлдарың –

Күрермен мин күпер гөлдәрҙән…

– Һүндерегеҙ, әле, зинһар, һүндерегеҙ! 

Ҡулымдағы тауар касса алдына осто. Үҙем һикереп баҫтым. Робот психопатҡа әйләнде. Сират шаҡ ҡатты. Яныма Надя йүгереп килде, мине касса янынан алып китте. 

Сәй эсеп алыу бүлмәһендә мин әхирәтемдең түшенә ауҙым да илап ебәрҙем. 

– Надя, миңә ни эшләргә икән… Ярты йыл үтте… Мин һаман уны онота алмайым. 

Надя өндәшмәй, бары тик арҡамдан һыпыра. Төрлөсә йыуатты инде ошо ярты йыл эсендә. Ә мин һаман һыҡтауымдан туҡтай алмайым.

– Мөмкин булһа, хәтеремде юйыр инем. Нисек кенә онотайым икән?!

– Эх, Ләләм, шундай онотолмаҫлыҡ хәтирәләр була ул…Ваҡыт үтеү менән ул хәтлем ғазапланмайһың ғына… 

Минең киреһенсә, ваҡыт үткән һайын тағы ла ҡыйыныраҡ. Ҡыҙым барлығы ғына мине тота. Балаға әсәй кәрәк бит. 

Ә Азамат беҙҙең һуңғы һөйләшеүҙән һуң эшкә килмәне. Хатта өй алдында машинаһы ла юҡ булды. Йәнә Камчаткаға киттеме икән? Фатирын һатып, икенсе ергә күстеме икән? Бер уйлаһаң, дөрөҫ эшләгән. Әйләнгән һайын күрергә тура килһә, күпкә ауырыраҡ булыр ине.

Касса артындағы ҡылығым өсөн иҫкәрмә лә эләкте, премияны киҫтеләр. Ләкин мине был борсоманы ла. Лайыҡлы инем. Тормош мине нисек язалаһа ла, барыбер... Шулай ҙа аҙағы бәхетһеҙ булһа ла, сағыу мөхәббәт тарихы кисергәнемә рәхмәтле булырға кәрәктер. Күрәсәк, тиҙәрме әле. Күнергә генә ҡала.

…Ергә йәнә яҙ килде. Минең 38-се яҙым. Ҡыҙымдың сығарылыш яҙы. Бер нисә айҙан ул әсәй йортонан сығып китәсәк. Ә мин яңғыҙ ҡаласаҡмын. Бер үҙем. Был мине ҡурҡындыра. Ләкин ҡыҙымдың үҙ аллы тормошо башлана.  Унһыҙ йәшәргә өйрәнергә киләсәк.

Мин хәҙер ябай һатыусы түгел инде, ә магазин директоры. Надя, ниһайәт, үҙенең яҙмышын осратып кейәүгә сыҡты, балалар йортонан сабый алдылар, шуның менән декретта ултыра. Мин уның өсөн шат, икебеҙҙең береһе булһа ла бәхетле. Ә мин… Мин күндем инде яңгыҙлығыма. Эш менән баҫылам. Кис сериалдар менән йыуанам. Ҡул эштәре менән мауыға башланым. Тормош дауам итә. 

Тротуарҙарҙағы ҡар эрей башлаған инде. Шулай ҙа тайғаҡ. Үксәле итек кейеп сыҡҡаным үкендем. Берәү эшлекле ханым, йәнәһе. Йортом юл аша була ла, был боҙлауыҡта нисек ҡайтып етергә? Үҙемде әрләй-әрләй, ваҡ ҡына аҙымдар менән тротуарҙан шыуышам. Әммә нисек кенә тырышһам да, уң аяғым кинәт тайып китте… Ҡолап барғанымды һиҙәм. Ләкин бер нәмә лә эшләй алмайым. Берәй еремде һындырмаһам, ярай ҙа…

Шул мәл кемдер көслө ҡулдары менән билемдән тотоп ҡалды, аяғыма баҫтырҙы. Рәхмәт яуғыры! Ҡотҡарыусым кем икән тип артыма әйләндем. 

– Һин!

Дүрт йыл буйы бер ҙә күренмәгән, бер смс булһа ла яҙмаған, аҡылдан яҙыр саҡтарымда тағы ла бер күрергә теләгән Азаматым ҡаршымда тора. Тамсы ла үҙгәрмәгән. Бары тик ҡаштары араһында ике һыр ғына барлыҡҡа килгән. 

– Эйе, был мин, Ләлә! Мин ҡайттым…

Дүрт йыл буйы сынйырлап маташҡан хистәрем яҙғы ташҡындай күңелемдән урғылып сыҡты. Мин уға сараһыҙ ҡараштарымды ғына төбәнем. 

Ҡайтҡан… Эх, ниңә ҡайтҡан? 

Кеше яҙмыштары менән уйнарға ярата, ахыры, Хоҙай тигәндәре… 

Фото с пинтерест
Фото с пинтерест