Найти в Дзене

Һеңлемдең егете. Хикәйә. Гөлшат Хажиева.

– Апай, таныш бул, был Азамат.  Тәндәрем земберләп китте. Шундай ҙа сибәр егетте күргәнем юҡ ине. Муйылдай ҡара күҙҙәр, мыҡты кәүҙәле, сәстәре тулҡынланып маңлайына төшөп тора. Хас теге кореецтарҙыҡы һымаҡ. Ә мин шул BTS тип ауыҙ һыуы ҡороған әҙәм бит.  Етмәһә, дорамалар ҡоло. Көнө-төнө шул сериалдарҙы ҡарайым, төн йоҡламай ҡайсаҡ, әйләнә-тирәләгеләр был йәһәттән йыш ҡына төрттөрә торғандар. Хәйер, миңә барыбер. Теләйем, ҡарайым.  Ә бында алдыңда тере “кореец” тора, һуйған да ҡаплаған Ким У Бин!   Күңелдә хатта көнләшеү һымаҡ хис тыуҙы: ни эшләп миңә шундай егеттәр осрамай… Шул уҡ мәл оят булып китте: һеңлем оҡшатып йөрөгән егет бит. Уның менән һоҡланырға хаҡым бармы? Ә ни өсөн юҡ? Һоҡланыу ул бары һоҡланыу, яратыу, йә ғашиҡ булыу тигәнде аңлатмай бит. Әммә ул да ҡурҡыныс тойғо: ахырҙа нимә менән бөтөрө билдәһеҙ бит… – Апай, нимә… йоҡлап киттең әллә?  – Ә? Юҡ. Ғәфү ит. Тимәк, Азамат. Таныш булайыҡ, мин Айгөл. Яҙгөлдөң апаһы. Ниһайәт, таныштыҡ.  Һауыт-һаба йыуып йөрөгән ҡулдарҙы өҫт

– Апай, таныш бул, был Азамат. 

Фото с интернета
Фото с интернета

Тәндәрем земберләп китте. Шундай ҙа сибәр егетте күргәнем юҡ ине. Муйылдай ҡара күҙҙәр, мыҡты кәүҙәле, сәстәре тулҡынланып маңлайына төшөп тора. Хас теге кореецтарҙыҡы һымаҡ. Ә мин шул BTS тип ауыҙ һыуы ҡороған әҙәм бит.  Етмәһә, дорамалар ҡоло. Көнө-төнө шул сериалдарҙы ҡарайым, төн йоҡламай ҡайсаҡ, әйләнә-тирәләгеләр был йәһәттән йыш ҡына төрттөрә торғандар. Хәйер, миңә барыбер. Теләйем, ҡарайым. 

Ә бында алдыңда тере “кореец” тора, һуйған да ҡаплаған Ким У Бин! 

 Күңелдә хатта көнләшеү һымаҡ хис тыуҙы: ни эшләп миңә шундай егеттәр осрамай… Шул уҡ мәл оят булып китте: һеңлем оҡшатып йөрөгән егет бит. Уның менән һоҡланырға хаҡым бармы? Ә ни өсөн юҡ? Һоҡланыу ул бары һоҡланыу, яратыу, йә ғашиҡ булыу тигәнде аңлатмай бит. Әммә ул да ҡурҡыныс тойғо: ахырҙа нимә менән бөтөрө билдәһеҙ бит…

– Апай, нимә… йоҡлап киттең әллә? 

– Ә? Юҡ. Ғәфү ит. Тимәк, Азамат. Таныш булайыҡ, мин Айгөл. Яҙгөлдөң апаһы. Ниһайәт, таныштыҡ. 

Һауыт-һаба йыуып йөрөгән ҡулдарҙы өҫтөмдәге ашъяулыҡҡа һөрттөм дә башҡорт Ким У Бинына ҡул һуҙҙым. 

– Азамат. Ә һеҙ бер-берегеҙгә бөтөнләй ҙә оҡшамағанһығыҙ. 

Кеп генә күрһә лә, беҙҙең хаҡта шулай тиҙәрсе. Һеңлем һары сәсле һәм һипкелле булғанға, ә мин аҡ йөҙлө һәм ҡуңыр сәсле булғанға. Ауыҙ сите менән генә йылмайып егет бармаҡтарымды ҡыҫты. Хәҙер иҫем юғалтып йығылам инде. Йә, хоҙай, ниңә шул хәтлем сибәр икән?! Електәрҙе ток һуҡҡандай булды. Ҡараштары менән дә өтөп алғандай. Шулай итеп ҡараны: рентген аша үткәрҙемени… Әллә мин үҙем уның ҡарашына ниндәйҙер бер әһәмиәт бирҙемме.

– Әйҙә, үтегеҙ. Азамат, үҙеңде иркен тот. Хәҙер сәй ҡуям.

Уф, был егет һушымды алды. Ләкин һеңлемдең ҡунағы алдында маһ бирмәҫкә тырыштым. Уйҙарымды һиҙеп ҡалмаһындар. Инде бер ай шул Азамат тип иҫе китә ине Яҙгөлдөң, ҡолаҡтарым талды инде уның хаҡында ләститен тыңлап. Ниһайәт, танышырға форсат булды. Хәҙер, самалайбыҙ инде ниндәйерәк егет икәнен. Айгөл, үҙеңде ҡулға ал! Ул бары ғәҙәти егет. Сибәр егеттәр күрмәгәндәй…Һеңлең яратҡан егет.

Яҙгөл кейемдәрен урынлаштырған арала, мин сәйнүкте тоҡандырҙым да, Азамат янына килдем.  Уныһы диванға йәйелеп ултырған да, пульт баҫҡылай. “ Ҡара һин уны, оялып ултыра торғандарҙан түгел икән. Ҡалай хужаларса үҙен тота” ни өсөндөр асыулана ҡуйҙым.

Шулай ҙа йылмайҙым:

– Сәйме, кофемы, теләһәң, әле генә һығылған әфлисун һуты һалып бирә алам…

Егет телмәремдәге сарказмды тойҙо, ахыры, ҡаш аҫтынан ғына ҡараш ташланы.  Көлөмһәрәгәндәй итте. 

– Ысынмы? Улай булһа, һут.

Аһ, ошо телемде һис тыя белмәйем. Ниңә булмаған нимәне тәҡдим итергә инде.

– Ой, ғәфү итегеҙ, һутһыҡҡыс яңыраҡ боҙолдо бит әле, онотҡанмын…Сәй эсәйек. Ниндәй башҡорт сәй яратмай.

Мин бер ни булмағандай тағы йылмайҙым. Үәт, иҫәр, был егет алдында ниңә шул хәтлем ҡыланам икән. 

– Апай, ниндәй һутһыҡҡыс һөйләйһең һин, беҙҙә унда әйбер юҡ та инде.

Яҙгөл дә Азамат янына барып ултырҙы.

Алдағымда тотолоу уңайһыҙ булһа ла, мин һыр бирмәнем. 

– Шаяртам, иғтибарға алма.

– Апай, ней, ғәфү ит, алдан иҫкәртмәнем, ноутбук һуңғы ваҡытта насар эшләй, ә минең таныштарҙан Азамат был йәһәттән иң шәп белгес.

– Ә, эш шундамы ни.

– Ә һин ни тип уйланың…

– Мөһим түгел. Ярай, мин өҫтәл әҙерләйем.

 Шулай тинем дә, кухняға сығып тайыуҙы хуп керҙем. Аралары әлегә аңлайышһыҙ. Ләкин Яҙгөлдөң мөнәсәбәте асыҡ: бик оҡшай уға Азамат. Ә бына егет хаҡында улай тип әйтеп булмай. Хатта ниндәйҙер һалҡынлыҡ бөркә ҡиәфәте. Яуапһыҙ һөйөү ҡорбаны булырҙай, аһ, һеңлеһе…

Ана ҡалай сутылдап сыға, ә әңгәмәсеһе тотанаҡ ҡына яуап бирә. 

Стеналағы сәйнүк формаһындағы сәғәткә күҙ һалдым. Алтылар тирәһе икән. Тиҙҙән сериалдарының яңы сериялары сығасаҡ, тиҙерәк эштәрҙе бөтөргә лә…

– Апай, сәйен әҙерме?

Күхняға ялпылдап Яҙгөл килеп керҙе. Тәбиғәттән һарғылт сәстәрен өҫкә төйнәп ҡуйған, сикәләрендәге тыңлауһыҙ өлтөктәре уны мөләйем итә. Шундай матурҙы нисек яратмаҫҡа мөмкин? Залда ултырған ҡунаҡ егеткә асыуым килде. Йәш ҡыҙҙың башын әйләндереп йөрөймө? Сөнки ҡарамаҡҡа, олораҡ күренә. Бер 25 йәштәрҙәлер. Минең менән тиңдәш, тиһәң дә була.Ә Яҙгөлгә ни бары 20 генә. Ләкин араларына ҡыҫылырға хаҡым бармы? Әммә Яҙгөл менән һөйләшеп алыу ҡамасауламаҫ.

Табын ҡорҙом да, Яҙгөлгә  ҡунағын хеҙмәтләндереүҙе үҙенә йөкмәтеп, залға сығып ултырҙым. Беҙҙең фатир ике бүлмәле. Бәләкәйерәк бүлмә Яҙгөлдөкө. Ул бикләнеп ултырырға ярата. Минең бүлмә минең йоҡо һәм эш урынымды, һәм зал вазифаһын башҡара. Тәҙрә янындағы креслоға аяҡтарымды бөкләп ҡунаҡланым да, Бәйләнештә яңылыҡтарын ҡараштырырға ултырҙым. Ура, яңы сериялар сыҡҡан. Кеҫәнән ҡолаҡсындарҙы алып ҡолағыма тыҡтым, блютузды тоҡандырҙым. Күркәм кис көтә мине. Ҡытай сериалдарын да ҡарайым, айырыуса уларҙың фэнтези һәм тарихи дорамаларына ғашиҡмын. Уларҙы, халатник тиҙәр. Сөнки ҡытай милли кейем ул халат. Оҙон сәсле бай нағышлы халаттарҙа ҡытай актерҙары һушты алырлыҡ. Кореецтарың ары торһон хатта! Яҙгөл менән Азаматтың үҙ эштәре, шулай ҙа күҙ ҡолаҡ булып торорға кәрәк.

Бер ун -ун биш минуттан улар Яҙгөлдөң бүлмәһенә кереп юғалдылар. Ноутбук менән генә булырҙармы икән, әллә тим.. “Фантазияң бай икән, Айгөл!”- тип уйҙарымды әрләйем. Яҙгөл ундай ҡыҙҙарҙан түгел. Хәйер, быға ла ышаныс юғыраҡ. Егетте ҡаратам, тип эш боҙоп ҡуйыуы ла бар. Азаматтан да нимә көтөргә икәнен белеп булмай, ултырған еренән бер аҙ шомланып китте. Берәй һылтау табып кереп сығырғамы? Сәйер булмаҫмы? Бәлки шиктәрем нигеҙһеҙҙер..

Ни булһа ла, түҙемле генә көтөргә булдым. 

Бер-бер артлы онгоингтар ҡарап ултырып ваҡыт уҙғанын да һиҙмәй ҡалдым. Өйҙә тынлыҡ. Сәғәт нисә икән? Азамат ҡайтып киттеме икән? Тәрбиәһеҙ, хушлашмай ҙа сығып киткәнме? Ә мин уға сәйҙәр яһап йөрөнөм. Видеоны туҡтаттым да, экранды өҫтән аҫҡа һыпырҙым: сәғәт унынсы киткәйне. Яҙгөл мине кино ҡарағанда, ашығыс эш булмаһа, борсорға ярамағанды белә. Шуға өндәшеп тормаған инде. Ҡараңғы төшмәгән әле. Әммә офоҡ ситенә ҡояш һыйынған, йорттар араһы аша күренә. Йәй көнө оҙон бит. Шул мәл сикәмдә һулыш тойҙом. Танауыма ирҙәр хушбуйы килеп бәрелде. Нәзәкәтле генә, ылыҡтырғыс.

– Нимә ҡарайһың?

Көтөлмәгәлектән тертләп китеп, ҡулымдан смартфон саҡ төшөп китмәне. Әйләнһәм, янда Азамат тора.

Саҡ битенә сәпәмәнем, ниңә кешене тертләтә, мин ҡыҙыу ғына холоҡло ул… Торған еремдә тоҡанам да китәм берәй сәбәп булһа… Айырыуса егеттәр менән аралашҡанда.

– Һин ҡайтып китмәнеңме ни? Ни эшләнең быға тиклем? 

Наушниктарымды сисеп, һауытына һалдым. 

– Ноутбукты рәткә килтерҙем, асып саңын,сүп-сарҙан таҙарттым. Программаларын яңырттым.  Яҙгөл йоҡлап киткән, карауатында телефон ҡараған килеш. 

– Алай икән. 

– Тамағым кипте, сәй эсермәҫһеңме?

Мин йәнә ҡаным ҡыҙыуын тойҙом. Был егет миңә ниңә улай тәъҫир итә икән.

– Кем урынына һанайһың мине, әйләнгән һайын сәйҙәр яһап ултыртырға..

– Ә ниңә һин асыуланаһың, мин һиңә берәй насарлыҡ ҡылдыммы әллә…

Ысынлап та, ни эшләп мин уға асыуланам әле. 

– Ғәфү ит. Башыңа алма. Әйҙә һуң.

Мин эмоцияларыма бирелгәнемә, үҙемде әрләй-әрләй урындан ҡуҙғалдым. Юл ыңғайы һеңлемдең бүлмәһенә күҙ һалдым, ысынлап та, әүен баҙарына киткән шул.

– Һин миңә ышанмайһыңмы, һеңлең менән берәй хилафлыҡ ҡылған тип уйлайһыңмы?

– Кем белә һине… Бел: әгәр йәберләһәң, еңел генә ҡотола алмаясаҡһың!

– Бик уҫал икәнһең! Ох, яратам уҫал ҡыҙҙарҙы! Һеңлең һиңә бөтөнләй оҡшамаған.

– Ипләберәк һөйләш! 

– Ярай, ярай, тыныслан, шаяртам бит. 

Электр сәйнүге шыжлай башланы. Өҫтәлгә бер-бер артлы бал, май, варенье менән касалар теҙҙем. Бер ҡасан да бер егеткә сәйҙәр әҙерләгәнем юҡ ине. Ришаттан тыш. Ришат ул минең классташ, бала саҡ дуҫы тиһәң дә була. Шартлы рәүештә инде, миңә ғашиҡ булғанын бар донъя белә.  Яҡшы егет ул былай. Әммә, үкенескә ҡаршы, миндә уға ҡарата бер хис тә юҡ. Әгәр берәй егет ялҡыта башлаһа, уның ярҙамына мөрәжәғәт итә торғанмын. Уның менән шул рәүешле файҙаланыуымлан әлбиттә ваҡыты менән ғәйеп тойғоһо маҙаһыҙлай. Ләкин ул быны үҙе тәҡдим итте, мин уға уны яратмауымды белдерһәм дә. Ләкин күптәр уны минең егетем тип уйлай. 

– Шулай ҙа әйтмәнең, иҫең китеп телефондан ниндәй видео ҡарай инең бая? 

– Ни өсөн һине был ҡыҙыҡһындыра?

– Бар донъяңды онотоп ултыраң бит. Яҙгөл бер әйткән һымаҡ ине, дорама ҡарарға ярата апайым ,тип… Етмәһә, BTS, Stray Kids фанаты икәнһең…

– Һин дә фанатмы әллә?

– Юҡ, һеңлекәшем. Шуға аҙ-маҙ беләм. Алиэкспресстан постерҙар, сувенирҙар заказ иткәнем бар. 

– Шунан фанат булһам, ти. 

Егет сәйен бер тынала күтәреп эсте лә, өҫтәлгә ултыртты.

– Мин һиңә оҡшамайым, эйе бит? Кереү менән яратманың…

Туранан-тура бирелгән был һорауҙан саҡ сәсәмәнем. 

– Ә нишләп һин миңә оҡшарға тейешһең? 

Дөрөҫөн әйткәндә, был һөйләшеү мине ялҡыта башланы. 

– Азамат, минең өсөн һин минең һеңлем оҡшатып йөрөгән егет, ләкин һиҙемләүем буйынса һинең тарафтан бер ниндәй ҙә хис юҡ эйе бит. Ниндәй мөнәсәбәт көтәһең минән? Ноутбукты ҡарап биргәнгә рәхмәт, хаҡын әйт, түләйем..

Егет миңә ҡыҫынҡы күҙҙәре менән тултырып бер ҡараны. (Кореецтар ҡаны юҡмы икән, ай-һай?) Уның ҡараштарынан йәнә тәүге күргәндәге һымаҡ сәйер хис тойҙом. Тьфү, тьфү, тьфү , аллам һаҡлаһын… Ниңә бәлтерәп төштөм әле. Сибәр, суҡынсыҡ. Тап минең типаж. Ләкин һеңлем күҙ һалған егет мине ҡыҙыҡһындырырға тейеш түгел. Бер нисек тә. Бер ҡасан да. Хатта Яҙгөл унан баш тартҡан хәлдә лә.

–  Яҙгөл түләне инде, борсолма. Ярай, хуш бул. Теңкәңә тейеп ултырмайым.

Азамат йәһәт кенә джинсовкаһын өҫтөнә эләктерҙе лә, сығып китте. Тик мин ни өсөндөр һис тә еңеллек кисермәнем, киреһенсә, буштан ғына кешене үпкәләткән һымаҡ хис иттем. Бар ундай холҡом, бар. Күптәрҙе шулай үҙемдән биҙҙерҙем. Ярай, шулай хәйерлерәк. Сибәр егеттәр үҙен генә ярата торған. Яҙгөлдө лә унан айырыу әмәлен ҡайғыртыр кәрәк. Яуапһыҙ мөхәббәт ғазабында яныу яҡшылыҡ менән тамамланыр тиһеңме…

2.

Ура, бөгөн шәмбе! Бер онлайн-дәрес бар ине, ләкин уҡыусымдың әсәһе шылтыратып, уны күсереүҙе һораны. Шәп! Тимәк, иркенләп ял итергә  була. Инглиз теленән репетитор мин. Институтты тамалағас, бер йыл мәктәптә уҡытып ҡараным да, ундағы бюрократиянан ялҡып, репетиторлыҡҡа күстем. Үҙем баш, үҙем түш хәҙер. Кемгә нисек уңайлы шулай уҡытам. Теләүселәр донъя! Кемдер ЕГЭға әҙерләнә, кемдер үҙе өсөн уҡый, кемдер мәктәптәге бирелгән белемен нығыта…

Ә бына иртәгә  4 дәрес алғанмын, күптәргә ял көндәрендә уңайлы бит. Ләкин мин быға зарланмайым: аҡса кеҫәне тишмәй. Ә миңә үҙемде генә түгел, һеңлемде лә ҡарарға кәрәк. Ул бит студент, эшкә сығам тип сыпранлай ҙа рөхсәт итмәйем. Өлгөрөр әле.

Үкенескә ҡаршы, атай-әсәйебеҙ, миңә 18 тигәндә(Яҙгөлгә саҡ 13 тулғайны) аварияға осрап, әрәм булдылар. 

Ә минең саҡ уҡыуҙы тамамлап, егэлар биреп бөткән мәл. Иң мәхшәрле йәй булғандыр, Яҙгөл өсөнҡайғырыуҙарым. Һәр аҙымын ҡараҙыллап тигәндәй йөрөнөм. Шунан алып ике кеше өсөн яуаплылыҡ алып йәшәйем. Туған-тыумасабыҙ былай ташламаны, шулай ҙа уларҙың ярҙамына ғына ҡарап ултырып булмай ине. Ғәзиздәремде юғалтыуҙан йәшәү асылын юғалтыр кимәлгә етһәм дә, документтарымды урындағы институтҡа алып барып бирерлек әмәл таптым. Яҙгөл өҫтөнән опека эшләнем, пенсияһын юлланым. Көндөҙ уҡыным, буш ваҡытта ҡулдан килгән һәр эш менән булдым. Булдырҙым шулай ҙа. Ҡулға диплом алғанда, Яҙгөл мәктәп тамамланы. Ул да ҡалала ҡалды, мин бөтөргән вузға уҡырға керҙе.

Атай-әсәйҙе йәшләй юғалтыу ҡыйын, әлбиттә. Улар беҙҙең олоғайғаныбыҙҙы күрә алмай, беҙҙең уңыштарға ҡыуана алмай, улар беҙңең кейәүгә сыҡҡанды ла, ейәндәрен дә һөйә алмаясаҡ… ошоларҙы уйлаһам, гел күҙем сылана. Атайлы-әсәйлеләргә көнләшеү, яҙмыш ғәҙелһеҙлегенә үпкә тойғоһо уяна. Әммә ҡалай булһа ла тормош дауам итә. “Тормош ниндәй һынау алдына ҡуйһа ла, бирешмә! “ тип әйтә торғайны атай. “Бер берегеҙгә һәр ваҡыт терәк булығыҙ, арағыҙға бер кем керә алмаһын!” – ти ине әсәй. Шуға ла һеңлемдең бәхете минең үҙ бәхетемдән өҫтөн булды. Мин уға ҡарағанда көслөрәк бит, апайҙар шулай булырға тейештер ул…

Иҫемә бер нисә көн элек булған Азамат менән танышыу төштө. Яҙгөл менән уның хаҡында һөйләшеүгә форсат табып булмай әле. Ҡайһы яҡтан һүҙ ҡуҙғатырға белмәйем. Азамат менән осрашма, тип әйтеп булмай бит инде. Дөрөҫ аңламаҫҡа мөмкин. Бәлки бер нәмә лә эшләмәҫкәлер. Ғазаптар шәхесте сынвҡтыра торған. Әлбиттә, һәр ваҡыт түгел. Шулай ҙа был бик деликат мәсьәлә. Һаҡ булырға кәрәк. Күҙ төҙәтәм, ҡаш сығарырға мөмкин.

Мин сәғәткә күҙ һалдым, ун бер тулып килә икән. Эльвина әхирәт торғандыр инде. Бөгөн клубҡа сығырбыҙ тип килешкәйнек элгәре. Әҙерәк, һөйәктәрҙе һелкетеп алырға кәрәк. Ултырғыс артында ултырып ҡатып бөтөп бара. Ришат тренажеркаға саҡыра ла(ул унда тренер), шунда бер нисек барып етеп булмай. Ләкин маҡсат ҡуйғанмын: аҙнаһына бер-ике күнекмәләр яһарға тмгән. Мин хәл итһәм, тимәк эшләйәсәкмен! 

“ Йә, әхирәт, кискә пландар үҙгәрмәнеме?..” 

Шайтанды иҫкә алһаң, тиҙәрме әле.. Телефон экранында Эльвинанан смс пәйҙа булды.

“Әлбиттә! Күптән сыҡҡан юҡ та… Ришат та ҡушылам ти ине.”

“Һәйбәт һаҡсы тапҡанһың, береһе лә һиңә яҡын килә алмай”

“Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тиҙәрме… Миңә артыҡ иғтибар, кәрәкмәй.. Ул һин генә барыһының ҡараштары һиндә булыуын яратаң…”

“ А то, мин был донъяға балҡыр өсөн килгәнмен! “

Мин көлгән смайликтар менән яуап бирҙем.

“Нисәлә киләйем?”

“Әллә үҙең ҡара. Биҙәнергә, төҙәнергә кәрәк бит әле…”

“ОК”

Мин Яҙгөлдөң бүлмәһенә юлландым. Иҫкәртеп ҡуйырға кәрәк. Уны әлегә ундай урындарға йөрөтмәйем. Уҡыуы менән булһын. Кәйеф-сафа ҡорорға өлгөрөр әле.

– Апай, мин дә барам әле. Бер ҡасан да мине алып сыҡмайһың. Миңә 20 йәш бит инде. 

Ни эшләптер был юлы һеңлем ныҡыш инәлде. Элгәре юҡ тиһәң, күнә лә ҡуя торғайны. Был юлы өҙмәне лә ҡуйманы. Мин хатта үҙем пландарымдан баш тартырға уйлап ҡуйҙым. Шунан Эльвинаға ни тип әйтәм. Ярай, ысынлап та, клубҡа сыҡһа ни була, беҙ унда эскегә сыҡмайбыҙ, максимум бер бокал һыра… 

– Ярай, тик ҡара минең эргәнән китмәйһең. Ишеттеңме?!

– Вәғәҙә, апай!

Кискә тиклем ваҡытты аунаҡлап үткәрҙем, тюлень көнө булды инде. Алтыларҙа Эльвина килеп инде, ниһайәт, фатир ҡыҙҙар сирҡылдашыуына күмелде. Ул килһә һәр ваҡыт шулай, туҡтауһыҙ шаярта, төрлө ләстит һөйләй, уның менән һәр саҡ күңелле. Шундай бер әхирәт булырға тейештер ул. Беҙ уның менән институттан бирле дуҫ, бер төркөмдә хатта уҡыныҡ, еңелерәк холҡло булһа ла, уҡыуға етди ҡараны. Әммә диплом алыу менән, уны шкаф төбөнә ырғытты ла, визажист булып эшләй башланы. Уның ҡулы аҫтынан ямаҡ ҡына ҡыҙҙар ҙа сынъяһауға әйләнәләр. Күп тә үтмәй, ҡала үҙәгендә матурлыҡ салонын асып ебәрҙе. Бөтмөр кеше һәләк! Шундайҙарҙы ныҡ хөрмәт итәм! 

– Хәҙер мин һеҙҙән бар донъялағы иң матур ҡыҙҙарға әйләндерәм! 

Ул бер ящик косметикаһын һөйрәп сығарҙы. 

– Мине ныҡ буяма йәме! 

– Ну, вот һин һәр ваҡыт шулай матурлығыңды йәшереп маташаң, ҡурҡма, мин бер аҙ күҙәреңә генә акцент яһармын.

– Ә мине, Эльвина апай, мине биҙәндер әле? 

– Һин ҡайҙа бараң?

– Мин дә клубҡа сығам.

Эльвина аптыраулы ҡарашын миңә төбәне.

– Рөхсәт иттем, эйе. Үҙ ҡарамағымда йөрөһә, яҡшыраҡ. 

– Улай булғас, мотлаҡ. Әлбиттә, Яҙгөлкәй! 

Ике сәғәттән беҙ әҙер инек. Эльвинаның Хендайына тейәлдек тә, музыка яңғыратып, ҡала урамдары буйлап елдерҙек. Салондағы көйҙәр күңелде иләҫ-миләҫ итә. Ғашиҡ булаһы килә. Шул ваҡыт келт итеп күҙ алдыма Азаматтың йөҙө хасил булды. Мин ул күренештән арынырға теләгәндәй, башымды һелктем. 

– Ни булды, Айгөл, үҙеңде насар тояһыңмы әллә?

Эльвина һорай ҡуйҙы.

– Юҡ та, былай, барыһы ла һәйбәт.

Клуб алдында иптәш егете менән Ришат көтөп тора ине. 

– Что за красавчик, Ришат, давай, таныштыр! 

Эльвина беҙҙең баҫалҡыларҙан түгел.

– Айҙар.

– Мин Эльвина булам! Мине үҙ ҡарамағыңа алаңмы? 

– Ҡаршы булмаһаң…

– Шундай бәрхәт тауышҡа нисек ҡаршы булырға мөмкин.

Улар парлашып кереп киттеләр. Ришат яныма килде.

– Сәләм, Айгөл. Мин һинең арттан үҙем керһәм тигәйнем.

– Ярай, ниңә мәшәҡәтләнергә. Эльвина машинаһы менән килгәс, мохтажлыҡ булманы.

– Шунан кәйефтәр нисек? Яҙгөл дө лә эйәрткән икәнһең. 

– Һин ҡаршыһыңмы әллә, Ришат ағай?

Һөйләшеүгә һеңлем дә ҡушылды.

– Юҡ, әлбиттә, һеңлекәш. Апайың менән икегеҙҙе ҡарап ҡына йөрөтөрмөн.

– Шулаймы! Ҡалай шәп! 

Шул ваҡыт Яҙгөлдөң телефоны тауыш бирҙе.

– Сәләм! Эйе, беҙ клуб алдында. Эйе, апайым менән.

– Кем ул? 

– Азамат.

– Азамат?!

Мин ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ул ғына етмәгәйне. Ни эшләргә? Уйҙарымда хаос тыуҙы. Бер уйлаһаң, ни эшләргә мөмкин? Яҙгөл саҡырған бит. 

Парковка яғынан беҙгә табан һәлмәк кенә аҙымдары менән атлап килгән Азамат постерҙан төшкән айдол һымаҡ күренде. Йөрәгем туҡылдай башланы. Тәндәрем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Бүтән осрашмаҫҡа тигәнерәк теләк менән йөрөй инем. Әммә ысынбарлыҡ этлек яһарға ярата торған. Һуң ни өсөн уны күрһәм, шундай ҡаршылыҡлы хистәргә тарыйым икән…Эргәләгеләр һиҙеп ҡалмаһын инде! 

– Сәләм бирҙек!

– Сәләм алдыҡ! 

Тауышым былай мине һатманы.

– Мин Ришат.

– Азамат.

Егеттәр ҡул ҡыҫышты. Азамат минең фиктив парға һынсыл күҙ һалды. Шунан ҡараштарын миңә күсерҙе. Мин Яҙгөлдө эләктерҙем дә, уға ҡарамаҫҡа тырышып, ишек яғына йүнәлдем.

– Ярай, керәйек, әтеү өҫтәлдәр ҡалмаҫ. Эльвиналар ҙа көтөк булғандыр.

Клуб эсе бар көсҡнә яңғыраған музыкаһы менән ҡаршы алды. Эльвина Ришаттың дуҫы Айҙар менән күптәнге таныштар һымаҡ һин дә мин дә һөйләшеп ултыра. Мин ул хәтлем алсаҡ түгел. Кешеләргә ауыр яраҡлашам, ауыр асылам. Шуға ла Эльвинанан, Ришаттан тыш дуҫтарым юҡ. Бер уйлаһаң, был оптималь. Миңә етә. 

Эльвинаның Азаматты күргәс, ниндәй реакция бирер икән? Ул эмоциональ, эсендәге тышында..

– О, май гад, был кем? Бер кискә ике матур егет менән танышыу минең өсөн артыҡ булыр төҫлө! 

– Таныш булығыҙ, был Азамат, минең дуҫ. - тине Яҙгөл.

– Ай-һай, дуҫ ҡынамы. Ундай егетте френдзонала тотоу енәйәт булыр әле. Йә таныш булайыҡ, мин Эльвина!

 – Азамат.

–Бәтәс, һин башҡортмо ни? Шул хәтлем Айгөл һеләгәйҙәрен ағыҙған кореецтарына оҡшағанһың…

– Эльвинаааа…

Мин әхирәтемә ҡараш ташланым.

– Йә, Айгөл, дөрөҫө шул бит. Не сотвори себе кумира, тиҙәрме әле. Һин шул азиаттарың менән аҡылдан яҙғанда, реаль тормош эргәңдән үтеп китә түгелме?

Әхирәтем гел шулай мығырҙағанвна мин өйрәнеп бөткәнмен инде. 

– Әйҙәгеҙ, эсемлектәр алайыҡ. Эльвина, әйҙә. 

Мин өҫтәл артынан уны һөйрәп тигәндәй сығарҙым. Азамат та тороп баҫты.

– Кем нимә теләй? Яртыбыҙ руль артында, тимәк, алкогольһеҙ эсемлектәр алабыҙ. Бар нимә минең иҫәпкә!

– Оооо, Азамат! Һин йомарт! Әллә берәйһе алдында үҙеңде күрһәтергә теләйһеңме? Хуп!

Эльвина сәпәкәйләне. Кеше алдында йөҙөн йыртып торманым инде. Теләй икән, әйҙә түләһен. Ләкин мин үҙемә бер-ике бокал әҙ алкоголле коктейльдәр алдым. Эстә янғын ҡотора. Һуң ни өсөн ошо Азамат янында үҙемде эҫе табалалай тоям. Ярамай, ярамай, ярамай! Айгөл үҙеңде ҡулыңды ал!

Мин бер коктейльде боҙло килеш бер тынала күтәреп эстем дә, Эльвинаға өндәштем. 

– Әйҙә бейергә! Ни өсөн килдек беҙ бында?

– Әлбиттә, бейергә! Яҙгөл, әйҙә! 

Беҙ, өс ҡыҙ өҫтәлебеҙҙән йыраҡ түгел урын алдыҡ. Музыка ҡолаҡты яра. Ләкин миңә был оҡшай. Ул музыканың ритмдары минең һәр күҙәнәгемә үтеп ингәндәй, тулҡын-тулҡын булып тәнем буйлап тарала. Бына ҡайҙа ул ләззәт! Сәстәрем сикәмә һуғыла, тәнем музыка ыңғайы бөгөлә-һығыла. Әйтерһең, танцполда мин бер үҙем. Кем нимә уйлай, миңә барыбер. Ҡапыл күҙем өҫтәл яғына төшә. Азаматтың ҡараштары менән бәрелешәм. Аяҡ аҫтында ер әллә ҡайҙа убылып киткәндәй.

– Эльвина, мин бәҙрәфкә. 

– Ок. 

Битемде һалҡын һыу менән саям. Йөҙөм алһыуланған. Тынысланырға кәрәк. Мин үҙемде контрольдә тота алам бит, эйе? Булдыра алам бит?

Ниһайәт, йөрәгем дарҫлап тибеүҙән туҡтай. Стеналағы ҡоролманан ҡағыҙ салфеткалар менән битемде-ҡулымды ҡороттом. Макияж былай урынында, ахыры. Пайеткалы ҡыҫҡа итәгемде рәтләнем, еңһеҙ топигымды тартҡыланым. Ришат һәр ваҡыт минең матурлығыма һоҡлана. Ысынлап та мин шулай матурмы икән? Ғәҙәти йөҙ һымаҡ. Эльвинаның тылсымлы ҡулдарынан һуң күҙҙәрем ҙурайып киткәндәй. Йә, ярай, мин бында егет ҡаратырға килмәнем. Ләкин шайтан ҡотҡоһон һала башланы инде күңелгә… Азаматҡа мин оҡшайыммы икән? Әллә миңә тойоламы? Әллә мин уға оҡшарға теләйемме? Шуға ҡараштарына сыҙай алмайыммы? Нисек кенә ҡотолорға уның арбауынан? Күптән шундай хистәр кисергәнем юҡ ине. Яҙмыш һынауҙарынан мөхәббәт иң ғазаплыһылыр… ни эшләргә? Ни эшләргә? Эх, ни эшләргә? Мин бит уға тыныс ҡына ҡарай алмайым. Әгәр ҙә Яҙгөл менән аралары нығып китһә? Ярай, миңә тик күҙәтеүсе роле ҡала. Кем белә, бәлки тәүге шауҡым үтер, һәм мин Азаматтан ваз кисермен…

Мин тағы бер көҙгөгә күҙ һалдым. Йөҙөм үҙ төҫөнә ингән. Кире ҡайтырға була.

– Айгөл!

Бәҙрәф ишеген япҡан ыңғайы, тауыш килгән яҡҡа баш борҙом. 

– Барыһы ла яҡшымы?

Минең әрепләшәһем килмәй ине. Икенсенән, уның иғтибары… 

– Коктейль килешмәне, ахыры…

– Бәлки ҡайтырғалыр, әйҙә алып барып ҡуям…

Мин уға ҡараным. Ихлас ҡайғырта, ахыры. 

– Яҙгөл бик тә күңел асҡыһы килгәйне. Берәй ярты сәғәт ултырһаң, ҡурҡыныс юҡ..

– Минең аптечкала активированный уголь бар ине. Хәҙер килтерәм.

Мин стена янындағы эскәмйәгә ултырҙым. Бейеү залынан талғын көй ағыла. Медляк. “Ә хәҙер көслө зат вәкилдәре һөйөклөләрен бейеүгә саҡыра ала!” Азамат тәҡдим итһә, төшөр инемме икән. Юҡ, төшмәҫ ине. Был осраҡтарҙа һәр ваҡыт Ришат уны ҡотҡара. 

Ана, ул үҙе ңилә ята ла. Юғалтҡан инде, тимәк.

– Айгөл, ҡайҙа юғалдың, үҙеңде насар тояһыңмы әллә..

– Инде яҡшыраҡ. 

Шул арала һыулы стакан һәм дарыуҙар тотоп Азамат килеп етте. 

Ришат сәйерһенеп уға ҡараны. 

– Һине ҡайғыртыусы бар икән…

Мин таблеткаларҙы усыма һалдым да, сәйнәмәй генә һыу менән йотоп ебәрҙем. Бер күҙем Азамат менән Ришатта. Эләгешеп китмәҫтәр ҙә? Быға юл ҡуйыра ярамай.

– Азамат, һин Яҙгөлдөң ухажеры түгелме ни…

– Юҡсы. 

– Әтеү, Айгөлдө эҙәрлекләй һеңме?

Һөйләшеүҙәренең был юҫыҡҡа боролоуы миңә һис оҡшамай. 

– Йә, Ришат, ҡыҙма, Азамат осраҡлы ғына бында килеп сыҡты, беҙҙең арала бер ни юҡ, тыныслан, әйҙә башҡалар янына, юғалтҡандарҙвр…

Уны ҡултыҡ аҫтынан алдым да өҫтәлдәр табан алып киттем. Азаматҡа рәхмәт тә әйтмәнем, эй, ярай ҙа, унан бер кем дә ярҙам һораманы бит…

Өҫтәл артында Яҙгөл генә ултыра ине. Эльвина менән Айҙар күренмәй. 

– Улар саф һауаға сыҡтылар. Ә һеҙ ҡайҙа юғалдығыҙ? 

– Коктейль килешмәне, ахыры, күңел болғана. Нисек уйлайһың, бәлки ҡайтырбыҙ…

– Мин ҡаршы түгел. Клуб тигәндәре биҡ ҡыҙыҡ түгел икән. Был музыканан ҡолаҡ алманы. 

Мин көлөмһөрәнем.

– Һәр кемгә үҙенеке. Әйҙә, Эльвинаны иҫкәртәйек тә, Ришат һин беҙҙе алып бврып ташларһың.

– Ә апай, Азамат ағай, ашығыс эшем бар, миңә китергә кәрәк тип смс яҙҙы..

– Аңлашылды.

Эльвина, әлбиттә, бер аҙ үкенес белдерҙе, уртаҡ күңел асыу планы юҡҡа сыҡҡанға, әммә яңы танышы компанияһы менән ҡәнәғәтләнергә ҡаршы булмауы күренеп тора. Ришаттың джибына был юлы артҡа ултырҙым. Быны күргән Яҙгөл: 

– Әтеү, мин алға ултырам. Күптән теләй инем.

Ә минең уйҙарым Азаматта. Үпкәләнеме икән? Бер уйлаһаң, үкпкәләһә лә, минең ни эшем. Ләкин бит ул бер ниндәй насарлыҡ ҡылманы. Бары кешелекле һәм ярҙамсыл булыуын күрһәтте. Ә мин рәхмәт тә әйтмәй, Ришатҡа аҫылынып, танау сөйөп эргәһенән үтеп киттем. Ҡаты бәғерле ҡыҙ һин шулай ҙа, Айгөл! Ләкин мин нимә эшләргә тейеш инем? Беҙҙең арала бер ни булырға тейеш түгеллеген тағы нисек аңлатырға? Был яҙмыш миңә башватҡыс ырғытты бит, әй, тыныс ҡыга йәшәмәһен тигәндер инде…

– Рәхмәт, Ришат, бөгөн сәй эсергә саҡырып тормайым инде, ғәфү ит, үҙемде насар тоям…

Яҙгөл инде подъезд ишеге артында юғалды. 

– Әйҙә, берәй көн киноға барып киләйек, премьералар күп.

– Ярай. Мин ҡаршы түгел.

– Улай булһа, хуш. Үҙеңде ҡайғырт.

Ул мине еңелсә ҡосаҡланы ла, сикәмә ирендәре менән ҡағылды. 

– Йә, ҡасан минеке булаһың? тип ҡолағыма шыбырланы. Мин уны ипләп кенә үҙемдән этәрҙем.

– Ришат, беҙ был хаҡта күп һөйләштек, ҡабат башлама, йәме. 

– Йә, инде, асыуланма… Хуш!

Ул йәһәт кенә машинаһына менеп ултырҙы ла төнгө уттар араһында юғалды. Йәйге кис саф һауаһы менән хәлғмде яҡшыртып ебәрҙе. Мин Яҙгөлгә смс ебәрҙем: “ Өй алдында ултырып алам, мине көтмә, йоҡларға ят, теләһәң…”

Күҙҙәремде йомдом, тирә-яҡтағы тауыштарға ҡолаҡ һалдым. Төн булһа ла машиналар ағымы юлда туҡтамай. Ҡайҙалыр салют аталар. Кемдеңдер балаһы йоҡламай. Ҡайҙалыр иҫеректәр шаулаша. Ҡурҡыныс булып китте. Эскән кешеләрҙән ҡурҡам мин. Керәйемме икән? Ләкин тышта шул тиклем рәхәт…

– Ниңә һаман кермәй ултыраһың?

Таныш тауыш. Азамат! Бында ни юғалтҡан? 

– Тик ирешмә!

– Ирешмәйем.

– Мин үҙем дә аңламайым, ни өсөн мин бында…

Азамат та эскәмйәлә урын алды.

– Күк шундай аяҙ, йондоҙҙар сағыу…

Мин дә башымды күтәрҙем. Ҡарашым менән Ҡош юлын эҙләп таптым. Ә ай бөгөн ҡалай түп-түңәрәк. 

– Матур, эйе, бит… 

Белмәйем, ниңә тап шул һүҙҙәрҙе әйткәнмендер… Мәлде туҡтатыр әмәл бармы? Мөмкин булһа, мин ваҡытты туҡтатыр инем. Азамат, мин, төнгө күк, йондоҙҙар, тулған ай… Артығы кәрәкмәй. Ошо хәтирәне йөрәгемдең иң түренә уйып ҡуйырға ла…

– Тимәк, һин Ришат менән осрашаһыңмы? 

Тылсымлы мәл селпәрәмә килде. Мин уға башымды борҙом. Ул да миңә ҡараны.

– Азамат, әйҙә был хаҡта һөйләшмәйек. 

– Әйт. Мин беләһем килә. 

Ни өсөндөр уның алдында ялғанлағым килмәне.

– Юҡ. Ул дуҫ ҡына, бала саҡтан танышбыҙ. Ә хәҙер һин миңә әйт: Яҙгөл менән һеҙҙең арала ни? 

– Бер ниҙә юҡ. Ул миңә бары һеңлем кеүек. 

Тимәк, Яҙгөл белгертмәгән инде хистәрен. Ләкин был мөһимме? Был бер нимәне лә үҙгәртмәй. Улар араһында бер ҡасанда бер ни булмаған хәлдә лә, һеңлемә ниндәй ҙә булһа ғазаптар килтерә алмайым. Атай-әсәй вафат булғандан бирле, шулай итеп үҙемә һүҙ бирҙем. Уның бәхете, уның хистәре минең бәхеттән, хистәрҙән өҫтөнөрәк. Мин көслө. Мин үҙемә хужа була алам. 

– Беләһеңме, Азамат, Яҙгөл минең өсөн был донъяла иң ҡәҙерле кешем. Мин уның өсөн барыһынан да ваз кисергә әҙер. 

Мин күкрәгемә тултырып тын алдым да, яй ғына кире сығарҙым.

– Һин миңә ҡарауҙан уҡ оҡшаның. Бер ҡасан да улай булғаны юҡ ине. Шул хәтлем ауыр хис ул: һеңлең менән бер үк кешегә ғашиҡ булыуың. Дошманға ла былхәлде теләмәҫ инем. Әйт әле: минең урында булһаң ни эшләр инең? 

Азамат бер килке шым ғына ултырҙы. Шунан ҡулдарына минең ҡулдарҙы алды.

–  Һин дә бит күреү менән күңелемә яттың…

Эйе, пижамала килеш… Тәүге осрашыу күҙ алдында килде лә мин йылмайҙым.

– Йә, ниңә көләһең…

– Тәүге күрешеүебеҙҙе иҫкә төшөрҙөм… Мин пижамала, өҫтөмдә ашъяулыҡ.

– Һин күҙ алдыңа килтерә алмайһың, ни хәтлем һөйкөмлө инең шул мәлдә. Ә ҡарашың өтөп алырҙай. Зәһәр был ҡыҙ, тип уйлап ҡуйҙым. 

– Егеттәрҙә шундай хистәр тыуҙыра алыуымды белмәй инем. 

– Эйе, һин, ахыры, тоймайһың. Бөгөн бейегәнеңдә Ришат һиңә йоторҙай ҡарап ултырғанда, көнләшеүҙән аҡылдан яҙа яҙҙым.  Ләкин бит һиңә барыбер…

– Ни эшләтәйем һуң, мин башҡаларҙың тойғолары өсөн яуап бирә алмайым.

– Айгөл, бәлки ҡырҡа киҫмәй торайыҡ, бәлки…

Мин ҡулдарымды тартып алдым. 

– Юҡ, Азамат, бер ниндәй “бәлки” булыуы мөмкин түгел. Был беҙҙең һуңғы һөйләшеү булһын. Беҙҙең тормоштан юғал, йәме. Әгәр һин мине бер аҙ хөрмәт итәһең икән, зинһар, үтенәм, бүтән юлыбыҙҙа осрама. Яҙгөл менән аралашыуыңды туҡтат. Миңә һинең һөйөүең кәрәкмәй. Мин һинһеҙ йәшәй аласаҡмын. Һин бит бәләкәй малай түгел. Онот мине!

Ауыҙым ошо һүҙҙәрҙе әйтә, ә күңелем үрһәләнеп, уҙенә урын тапмай. Артҡа юл юҡ! Юҡ! Бүтән сарам юҡ минең!

Урынымдан торҙом да, подъезға табан атланым. 

Шул мәл Азамат ҡулымдан үҙенә тартты ла ҡосағына алды.

– Ебәр!

– Ебәрмәйем!

– Ебәр, зинһар, Азамат… 

– Ебәрмәйем! 

Ул үҙенә тағы нығыраҡ ҡыҫты. Көслө ҡулдарҙың ҡамауында тәнем иҙерәй… Үәт, һатлыҡ йән! Мин уға ҡарайым, ул миңә… Бына ул миңә эйелә башланы… Мин арбалғандай бары уның күҙҙәренә баҡҡанмын. Һәм бына ул ирендәремә ҡағылды. Шул мәлдә бар нәмә әһәмиәтен юғалтты. Күҙҙәремде йомдом да шул ирендәр ихтыярына бирелдем. Аҡылым: “ Ярамай! Ярамай! Ярамай!” - тип ҡысҡырһа ла. 

Ниһайәт, бер-беребеҙҙән айырылдыҡ, маңлайҙар терәлгән килеш бер нисә секунд торғанбыҙдыр…

– Ошонан һуң да, минән баш тартырға әҙерһеңме…

Мин йәнә уға ҡарашымды  күтәрҙем. Азаматтың күҙҙәрендә ялбарыу... Ул ялбарыу күңелемде бысаҡтай телә: түҙерлек түгел… Ә һеңлем, уны ҡайғыртырға хаҡым бармы? Юҡ, юҡ, мең тапҡыр юҡ!  Хәл ителгән. Мин һүҙемдән ҡайта торған кеше түгелмен шул… 

– Ғәфү ит, Азамат, был бер нимәне үҙгәртмәйәсәк. 

– Бәғерһеҙ икәнһең… Оҡшатам, тиһең үҙең. Ниңә шаяртаңдыр улай, кеше хистәре менән ниңә уйнайһыңдыр…

Ипләп кенә ҡосағынан арындым. Һис бер нәмә лә аңлатырлыҡ түгел инем. 

– Хуш, Азамат.

– Бына үкенерһең әле, ләкин эҙләһәң дә таба алмаҫһың…

Ғазап тулы был һүҙҙәр йәнемә уҡтай ҡаҙала. Ләкин ҡарар ҡабул ителгән. Мин булдыра алам! Мин көслө! Мин уны онота аласаҡмын! Һис шикһеҙ! Матур йәйге төн ишек артында ҡалды. Ә күҙ алдында һаман йондоҙҙарҙың сағыу балҡышы. Һәм бына улар бер-бер артлы һүнә башланы. Ҡара бушлыҡ ҡына ҡалды. Ярай, ни хәл итәһең. Шулай ҙа була. Һәр ваҡыт хэппиэнд була алмай. Мин ипләп кенә фатир ишеген астым да, эскә үттем. Юрған аҫтына керергә лә онотолорға, һәләк оҙон кис булды был…

3.

Был аҙна нисек үткәнен дә һиҙмәнем. Ғәҙәттәгесә, дәрестәр үткәрҙем. Дорамаларымды ҡараным. Фатирҙа генераль таҙартыу ойошторҙом. Төрлө кәрәкмәгән хламдан ҡотолдом. Ләкин кис йоҡларға ятҡанда, уйҙар менән осрашырға тура килә ине. Азамат хаҡындағы уйҙар менән. “ Үкенерһең әле, мине эҙләһәң дә таба алмаҫһың” Азаматтың һуңғы һүҙҙәре һаман да ҡолаҡта яңғырай. Ләкин тормош дауам итә. Миңә һеңлемде аяҡ баҫтырырға кәрәк. Ошо арала әллә ни һөйләшкән дә юҡ. Уның сессия, имтихандар… Көнө буйы бүлмәһенән сыҡмай. Ялҡауыраҡ булһа ла, үҙенсә тырыша шунда. Үҙ аллылыҡҡа ынтылышы ҡыуандыра, тимәк, яуаплылыҡ тоя. Атай беҙҙе һәр ваҡыт шулай өйрәтте: “ Тормошоғоҙҙағы һәр аҙым өсөн үҙегеҙ яуаплы”. Мин дә хәҙер тап шуны әйтеп торам Яҙгөлгә. 

Йәйге кистәр урам буйына саҡыра. Теге кистән бирле әллә ни сыҡҡан юҡ. Эльвина ҡайҙалыр квалификация күтәрергә киткән, смс аша ғына хәбәрләшеп торабыҙ.

Бөгөн түҙмәнем, шул хәтлем баш елләтеп киләһе килде, Яҙгөлгә өндәштем:

– Әйҙә, саф һауағасығып киләйек, шундай матур кис… Имтихандарың ҡасмаҫ!

– Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ! 

Яҙгөл аптырап миңә баҡты. Элгәре сессияһын япмайынса тегендә-бында йөрөүҙән тыя торғайным шул. 

– Бер-ике сәғәт йөрөп килһәк, зыян булмаҫ. 

Оҙаҡҡа һуҙмай, яңыраҡ Вайлдберризтан заказ иткән йәйге ҡупшы костюмдарҙы кейеп алдыҡ та ҡала шауына күмелгән аллеяға юлландыҡ. Әҙәм күрке сепрәк инде, ярай әле ул ВБ бар. Магазиндар буйлап йөрөү мәшәҡәтле бит. 

– Шунан нисек имтихандар, ауырмы, бирә алаһыңмы?

– Икәүһенән автомат биш алдым! Тағы берәү ҡалды, бишкә, бик булмаһа дүрткә бирермен тип уйлайым…

– Маладис! Мин һиндә шикләнмәйем!

Ә, ней…

Телем тотлоғоп китте. Бик тә уның хаҡында һорағым килә. Ләкин яраймы икән? Дөрөҫ булырмы: уның хаҡында һорашһам. Ләкин теге төндән һуң күңел урын тапмай. Йөрәкте алдап булмай бит. Онот тип әйтеү генә еңел, ә ысынында, ысын хистәр улар үҙ һүҙле, һине ҡамауынан еңел ысҡындырмай. Күҙҙәрҙең уны күрәһе, ҡолаҡтарҙың уның тауышын ишетәһе килә, ирендәр һаман уның ирендәренең ҡағылыуын һаҡлай… әйләнгән һайын уның менән булған һөйләшеүҙе иҫкә алаһың…

– Йә, апай нимә әйтергә теләгәйнең…

– Теге, ней… Азамат исемле дуҫың менән аралар нисек? 

– Һуңғы арала әллә ни күргән юҡ. Үҙе лә бәйләнешкә сыҡмай. 

– Был һине борсоймо? Элгәре шуны һөйләп хәлең бөтә ине..

– Нисек әйтәйем икән? Апай, һин тик әрләмә, йәме…

Йөрәк табанға төштө.

– Һин мине улай ҡурҡытмасы! 

– Юҡ, юҡ, бер ниндәй ҡурҡыныс хәбәр түгел… Мин, ней, уны һинең менән таныштыраһым килгәйне. Һин яратҡан кореецтарға оҡшап тора бит…

Валлаһи, яҡты көндә йәшен атҡандай булды. Мине йәшен атты. Бер мәлгә айыҡ фекерләү әмәлен юғалтҡандай булдым… Мин эскәмйә күрҙем дә, шунда барып ултырҙым…

– Апай, нимә булды? Ниңә  хәҙер һин мине ҡурҡытаһың?

– Ҡабатла әле, һин Азамат менән мине таныштыраһың килгәйнеме?

– Эйе, ғәфү ит… Был хәбәр һиңә оҡшаманымы, ахыры…

– Ә һин быны алдараҡ әйтһәң булмай инеме?! 

Аллея буйлап үтеп барыусылар миңә ҡараны. Тауышымдан өркөп, ҡыуаҡтағы турғайҙар пырх итеп һауаға осто!

– Апай, ниңә ҡысҡыраһың, аңламайым… мине һинең реакцияң аптырата…

Мин һеңлемдең күҙҙәренә тура ҡараным. Тәртибем өсөн оят булып китте. Тынысландырырға ашыҡтым.

– Ғәфү ит, мин көтөлмәгәнлектән..

– Ә нимә һине аптыратты, Азамат һиңә оҡшаманымы… Арағыҙ бешмәгәнен тойҙом шул. Шуға клубтан һуң, уның хаҡында һүҙ күтәрмәнем..

– Эш унда түгел… Мин бит уны һин яратып йөрөй тип уйлағайным, әйләнгән һайын уны һөйләгәс, өйгә лә ҡунаҡҡа саҡырғас…

– Матур егет, әлбиттә, ләкин миңә икенсе төрлө егеттәр оҡшай. Мәҫәлән, Ришат ағай һымаҡ. 

– Нимәәә?!

Был ҡыҙ мине “үлтерә” бит. Был точно минең һеңлемме ул? 

– Йә, ниңә ҡотоң оса, мин Ришат ағай оҡшай тимәйем дә, уның һымаҡ тим… Тыныс холоҡло. Ә Азамат ағай ул ундай ғына түгел. Уның ҡарашынан үҙеңде бөрсә һымаҡ тоям. Һәм шундай бер егет бар беҙҙең потокта. Азамат ағайға өс туған бер ҡустыһы…

– Туҡта, туҡта, туҡта… 

Ҡара әле, мин бөтөнләй дөрөҫ аңламағанмын килеп сыға түгелме? Азамат менән булған һөйләшеүҙәр иҫкә төшә, тимәк, мин юҡҡа ғына ғазапланғанмын… Ниңә алдараҡ һорамағанмын икән? Хәҙер бына ни эшләргә? Азаматҡа ғашикмын, тип әйтә алмай бит инде Яҙгөлгә… Улар бер-береһенән әллә ни сер һаҡлағандары юҡ, шулай ҙа…

– Ә ул егет, Азаматтың ул ҡустыһы менән, һеҙ ниндәй стадияла?

Апай булараҡ шул хаҡта ғына белешергә хаҡым бар ҙа инде. 

– Ну… Беҙ бер-ике тапҡыр үбешкән булды, әммә бүтән бер ниҙә булманы…

– Дөрөҫөн әйтәһеңме? Ҡара, ҡыҙыҡай, мин аңлайым, һин инде балиғ булғанһың, ләкин приоритеттарҙы дөрөҫ урынлаштыр. Тәүҙә уҡыу тамамла, диплом ал, эш тап, эшләп ал… И мотлаҡ һаҡлан, ауырға ҡалып ҡуйма…

Яҙгөл ҡолағына тиклем ҡыҙарҙы.

– Апай, нисек улай әйтә алаһың…

– Тап апай булғанға, әйтәм. Мин иҫкәртмәһәм, һине кем иҫкәртер. Яҙгөл, мин һинең тормошоңа ҡыҫылырға теләмәйем, нисек йәшәргә һин үҙең хәл итергә хаҡлы, ләкин бел, һәр ҡылығың өсөн һин үҙең яуаплы. Мин, әлбиттә, бер ҡасан да баш ҡаҡмам, эргәңдә булырмын…

– Апай, ну, етәр, мин барыһын да аңланым. Мин туңдырма артынан барып киләм, йәме, һыу ҙа алырға ине..

Был һөйләшеүҙән тиҙерәк ҡасырға теләй ине, ахыры…

– Йә! Тик газлы һыу ала күрмә йәме..

– Ярай…

Һеңлем яҡындағы супермаркетҡа юлланды. 

Башта мең уйҙар.  Йорттар өҫтөнән байып барған ҡояштың офоҡто ҡыҙартҡан һуңғы нурҙарына күҙ һалам. Эргәнән тегеләй ҙә былай ҙа үҫмерҙәр шарҡылдай-шарҡылдай үтеп китә. Анау ипләп кенә таяҡтарына таянып әбей менән бабай киске һауаны һуларға сыҡҡан. Бәләкәй балаһын етәкләп ир менән ҡатын йөрөп ята..

Азамат! Ҡайҙаһың икән? Миндә хатта телефон номерың да юҡ. Социаль селтәрҙәрҙән эҙләп ҡарарғамы , фамилияңды ла белмәйем. Нисек бәйләнешкә инергә? Ә бер уйлаһаң, кәрәкме…Мин уны ҡыуып ебәрҙем бит. Нимә тип әйтер? Мин яңылышҡанмын, һеңлем бүтән икенсе егетте ярата типме… Ниндәйҙер бер яҙмыш шаяртыуы төҫлө былар барыһы ла…Ысын бер ҡасан да һөйөү ғазаптарына дусар булырмын тип уйламағайным, мин, әлбиттә, егеттәр менән осрашманым түгел, осраштым, ләкин күңелде эләктерерлек булмағандыр, еңел ташлашҡас… Тимәк, Азамат ҡына, бары бер-ике осрашыу ғына булһа ла, йәнемә берегер әмәл тапҡан. Асҡыс йоҙаҡҡа тап килгәндәй. Йәтеш кенә бер-береһенә һыйынған пазлдай. Шулай ҙа була икән. Һәм хәҙер Айгөл асҡысын юғалтҡан йоҙаҡтай. Йә ишен юғалтҡан пазл киҫәгеләй…

– Апай, бына туңдырма. Һинең яратҡаның шоколад онтоҡтары һәм арахис менән.

Мин һеңлем һуҙған тәмлекәсте алдым да шыптырлағым ипләп кенә асып( әллә ни эшләп урамда ергә төшөрөрмөн тип ҡурҡам) тәүге ҡабым яһаным. Һалҡын киҫәк ауыҙ эсендә иреп, шундай танһыҡ татҡа әйләнде. “Ымммм, тәмле ҡалай! “

Туңдырма һәр ваҡыт кәйефемде күтәрә торған. Был юлы ла һағышлы уйҙарым таралғандай итте. Күңелдә ышаныс яралды: беҙҙе бер осраштырғас,яҙмыш тағы бер осраштырыр әле! Беҙҙең тарих тамамланмаған, мин быға ныҡлы ышанам! Ә бөгөнгә Ким У Бинға булһа ла ҡарап йыуанырмын, уның башҡорт клоны менән осрашҡансы…

Эпилог.

Был Яҙгөл мине киноға саҡырҙы ла үҙе юҡ та юҡ. Етмәһә, һине сюрприз көтә тип интригаланы. Әллә Ришат шулай свиданиеға саҡырғанмы? Әллә теге егете менән таныштырмаҡ итәме. Шуға ла арыуыраҡ кейенергә булды, кем белә бәлки буласаҡ кейәүе булыр… Аһ, Азамат менән уның аша берәй нисек күрешеп булмаҫмы икән? Тик нисек, мине өс туған ағайың менән осраштыр, тип әйтә алмай бит инде. Бәлки Азамат инде башҡа һөйөү тапҡандыр… Юҡ, юҡ оятҡа ҡалып булмай!

Мин Яҙгөлдө көткән арала туңдырма ашарға булдым. Ул күңелһеҙлегемде кәметә торған. Килһен әле, кәрәгең бирермен әле. “Апай, хәҙер килеп етәм!” тине лә юғалды.

Фойелағы күн креслоға барып ултырҙым. Ҡаршыла йәш кенә бер пар сөкөрләшә. Эх, бәхетлеләр! Көнләшәмме? Минең дә ҡапыл берәйһе менән шулай ултыраһым килде. Уйға, әлбиттә, Азамат килде. Берәй уларҙың юлдары киҫешерме, әллә бушҡа өмөт итәме…

– Шунан туңдырмаң тәмлеме? Ниңә бер үҙең моңайып ултыраһың? 

Мин һаташа башланым, ахыры. Ҡолағыма Азаматтың тауышы салынды. Йә булмаһа… Юҡ, юҡтыр…Был реаль түгелдер…Мин ипләп кенә башымды күтәрҙем.

Тимәк, бына ниндәй сюрприз әҙерләгән икән һеңлеһе! Ҡояштай балҡып ҡаршымда Азамат тора ине.

– Һин….

– Эйе, мин! Йә, әйҙә, кино ҡарарға, хәҙер башлана әтеү…

Ул миңә ике билет һуҙҙы. 

Донъям түңәрәкләнде. Күрше өҫтәл артында ултырған парға еңеүле ҡараш ташланым: күрегеҙ, мин һис яңғыҙ түгел тигәндәй..

Ысынын, әйткәндә мин хатта фильмды ҡараманым да, күҙемде Азаматтан алманым, ә ул минән…

Әйттем бит, яҙмыш осраштырасаҡ тип. 

– Күпме киләм, артта урындар ҡалмай торған, ә бөгөн беҙҙән башҡа бер кем дә юҡ.

– Мин артҡы рәтте тулыһынса һатып алдым, белһәң…

– Ә ни өсөн? 

– Ә бына тап шуның өсөн!

Ул яҡынайҙы ла иренемдән үбеп алды.

– Теге көндән бирле, ошо ирендәрҙе тағы бер үпһәң ине тип хыялландым, - тип ҡолағыма шыбырланы.

– Азамат! Кешеләр алдында оят бит! Берәйһе күрһә?

Мин уны ипләп кенә этеп ебәрҙем. Ул янбаштарыма һул ҡулын һалды.

– Күрһә! Һөйөүҙең ояты бармы?

– Ҡарап торам, һин үҙеңде Александр Македонский тип уйлайһың, ахыры..

– Аңламаным..

– Vini, vidi, vichi. Килдем, күрҙем, еңдем. Еңмәйерәк тор әле.

– Таныйым тиҫкәре холҡоңдо. Иҫләйһеңме тәүге осрашҡанда шулай ҡыландың…

– Ҡалай ҡыландым…Мин тимәк тиҫкәре..

– Йә, ҡыҙма, миңә уҫал ҡыҙҙар оҡшай ҙа ул, ләкин ошондай матур кистең йәмен ебәрмәйек…

– Ә кем ебәрә?

– Йә, тссс… 

Азамат бармағын иренемә һалды. 

– Йә, ярай. Һуңынан тетмәңде тетермен әле.

– Һуң ни өсөн тағы? 

Ни өсөнмө? Шул тиклем сибәр булғаның өсөн. Һинең янда үҙемде бер уҡыусы ҡыҙ һымаҡ тойғаным өсөн. Тәү күреүҙән ғашиҡ иттергәнең өсөн. Бергә була алмабыҙ тигән ғазаптарым өсөн… Был донъяла һинән башҡа бер кемде яратаһым килмәгәнем өсөн…

Шул тиклем һағындырғаның өсөн… 

–