Бөгөн, 27 апрелдә, Өфөлә “Торатау” конгресс-холында III Республика “Ватан көсө” форумы бара. Ул – республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырылған “Атайсал” проектының сираттағы миҙгеленә йомғаҡ яһауға арналған ҙур һәм мәртәбәле сара. Белеүебеҙсә, был йәмәғәт проекты 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы старт алғайны. Уның төп асылы – республикабыҙҙың төрлө ауыл һәм ҡалаларында тыуып үҫкән кешеләрҙең кесе Ватанына – атайсалына ярҙам итеүҙән ғибәрәт. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. “Атайсал. Ватан көсө” асыҡ дискуссия майҙансығының эшендә проекттың ҡатнашыусылары фекер алышты. Майҙансыҡтың эшен эшҡыуар, журналист Азамат Юлдашбаев менән журналист Лилиә Курамшина алып барҙы. Иң беренсе булып ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне. - Республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2021 йылда "Атайсал" проектын башлап ебәргәндә беҙ уның шундай ки