Өфөнөң Фән һәм технологиялар университетының Технологияларға һәм инновацияларға ярҙам үҙәге үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса ошондай үҙәктәрҙең топ-15 исемлегенә инде, тип хәбәр итә юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәте. Был саралар “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Наука и университеты”) башҡарыла. Үҙәктәр төбәктең инновация системаһын үҫтереүгә, интеллектуаль эшмәкәрлек йомғаҡтарын һөҙөмтәле ҡулланыуға йүнәлтелгән. Файҙаланыусыларға улар интеллектуаль милек өлкәһендә мәғлүмәт ресурстарына бушлай ҡулланыу мөмкинлеген аса. Илдә барлығы 180 ошондай ойошма эшләй, ә Волга буйы федераль округында улар 60. -Технологияларға һәм инновацияларға ярҙам үҙәгенең төп маҡсаты – консультация үткәреү генә түгел, ә бизнесҡа һәм айырым кешеләргә илде һәм республиканы иҡтисади яҡтан үҫтереү маҡсатында интеллектуаль милек ҡулланыуҙа ярҙам күрһәтеү, - тине Өфөнөң Фән һәм технологиялар университетының трансфер технологияһы үҙәге директоры Руслан Хәйретдинов. 2023 йылда