Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназия уҡыусылары ҡулдарынан килгәнсә фронтҡа ярҙам итергә тырыша.Улар маскировка селтәрҙәрен үрергә өйрәнгән, тип хәбәр итә “Стерлитамакский рабочий”. Был юлы гимназияның 5 “Д” класы уҡыусылары йәйге маскировка селтәрҙәре, ҡоро душ әҙерләнгән “Аструм”сауҙа-күңел асыу үҙәгендә булды. Ошонда уҡ госпиталдәр һәм фронт өсөн кәрәкле гуманитар ярҙам туплана. Гимназия уҡыусылары башҡа ирекмәндәр менән бергә маскировкалау селтәрҙәре үрҙе, уларҙың бәләкәй генә йөрәктәрендә Ватанды һөйөү тойғоһо, Тыуған ил һағындағы һалдаттарға хөрмәт тойғоһо йәшәй. Был хаҡта координатор Данис Ғатауллин һөйләне. Гимназия уҡыусыларына яҡты киләсәк, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Фото: https://srgazeta.ru/news/novosti-sterlitamaka/2024-04-23/rebyata-iz-gimnazii-1-g-sterlitamaka-pomogli-frontu-3739675?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=22753747