Ҡырмыҫҡалы районының Биш-Уңғар ауылында йәшәгән “Артур” позывнойлы яугир Даян Мурзин исемендәге доброволецтар батальонында водитель-электрик вазифаһында хеҙмәт итә. Әле ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялда ғаиләһе янында. Былтыр ул апрель айында Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндән һуң, Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлек үтә. Аҙаҡ махсус хәрби операция зонаһына йүнәлә. – Ватанды үҙебеҙ яҡламаһаҡ, беҙҙең балаларыбыҙ, илебеҙ тураһында бер кем дә хәстәрлек күрмәйәсәк. Киләсәкте бары үҙебеҙ генә төҙөй алабыҙ, – тип уй-фекере менән уртаҡлашты ул. Башҡортостан юлдаш телеканалы алғы һыҙыҡта доброволецтар менән тапшырыу әҙерләгәндә “Артур“ ҙа интервью бирә. – Күршеләрем аҙаҡ телевизорҙан иремде күрһәткәндәрен әйтте. Интернетта был эфирҙы табып ҡараным, уны күреп бик шатландым. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ! Уның тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ, – ти яугирҙең ҡатыны. – Хәрби әҙерлек үткәндә мин уның янына йыш барып йөрөнөм. Хәҙер ул махсус хәрби операция зонаһында булғанда ундай мөмкинлек юҡ, бәйләнешкә һ