Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өфөлә блогерҙарҙың һәм шоу-бизнес йондоҙҙарының фестивале була

Билдәле блогерҙар һәм шоу-бизнес эшмәкәрҙәре VK FEST-та ҡатнаша. Ул 1 июнь баш ҡаланың “Ватан” паркында үтә. Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренсә, Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ҙур музыкаль- күңел асыу сараһы көтә. VK Fest лекторийы хедлайнеры комик һәм “Артабан ни булды?” шоуы алып барыусыһы Нурлан Сабуров көтөлә. Шулай уҡ Клава Кока сығыш яһаясаҡ, тамашасылар менән блогер һәм йырсы Катя Адушкина аралашасаҡ. Фестивалде Дима Масленников алып бара. VK Fest ҡунаҡтары йондоҙҙарҙың автографын ҡуйҙыра аласаҡ. Сарала музыкаль программанан тыш, интеллектуаль викториналар, оҫталыҡ дәрестәре, ярыштар, бейеү батлы үткәрелә, шулай уҡ өҫтәл теннисы һәм хоккей уйнау мөмкинлеге лә була. Фестивалгә килеүселәр заманса автомобилдәр күргәҙмәһен ҡарай, бьюти-станцияны күрә, балсыҡтан әүәләп эшләй, мультиперсонаждарҙы ҡосаҡлай, VR-уйындар уйнай аласаҡ. Фото һәм сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2024-04-26/stolitsa-bashkirii-priglashaet-na-zvezdnyy-vk-fest-3744848