Һеңлем тарыған сетерекле лә, ҡыҙғаныс та хәл тураһында һөйләмәйенсә булдыра алмайым, сөнки кисерештәр эскә һыймай, мейене ярып алып килә, шунан, бәлки, аҡыллы кәңәштәр ишетермен, тигән өмөт тә бар. Туғаным төпкөл ауылға килен булып төштө. Кейәү менән бер-бер артлы өс балаға ғүмер бирҙеләр. Һеңлем береһенән-береһе бәләкәйерәк балаларҙан, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эштәрҙән баш та ҡалҡыта алмай донъя көтә, ә кейәү ҙур ғаиләне аҫрау өсөн Себер яҡтарына вахта ысулы менән йөрөй. Үҙ-ара мөнәсәбәттәренә килгәндә, миңә туғаным шул ҡәҙәр йәл. Ни өсөн тигәндә, был ауылда ҡатын-ҡыҙға боронғоса ҡараш, йәғни, дөрөҫмө-юҡмы, ир һүҙен өҫтөн ҡуйыу, һәр нәмәлә уға буйһоноу, өнһөҙ-тынһыҙ хеҙмәт итеү тәртибе йәшәй кеүек. Һеңлем үҙе лә бигерәк йомшаҡ, артығы менән баҫалҡы. Бәлки, шундай холҡо арҡаһында ғаиләһен тарҡатырҙай хәлдәргә тарығандыр ҙа. Кейәү вахтала саҡта һеңлем эргәһенә йыш киләбеҙ. Йыл ярым элек тағы ауырлы икәнен күргәс, беҙҙең арала ошондай һөйләшеү булғайны: "Үҙеңә ауыр бит, ниңә һаҡлан