Найти тему
Башҡортостан гәзите

Вәдүт Ғәйфулла улын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн "Башҡортостан" республика гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вәдүт Исхаҡов тыуған көнөн билдәләй! Вәдүт Ғәйфулла улы йәмле Ишембай районының Ураҙбай ауылында тыуып үҫкән. Вәдүт Исхаҡов ғүмере буйы матбуғат тармағында тир түгә. "Башҡортостан" гәзитендә үҙхәбәрсе булғанда үткер мәҡәләләре йыш баҫылды, "Торатау" гәзитендә мөхәррир саҡта баҫманың тиражын арттырыуға тос өлөш индерҙе. Ә инде "Башҡортостан" гәзитенә баш мөхәррир кеүек юғары вазифаға тәғәйенләнеү менән ең һыҙғанып эшкә тотондо. Гәзиттә уҡымлы мәҡәләләр баҫтырыу булһынмы, гәзиттең сайтына көн ҡаҙағына һуҡҡан мәғлүмәттәр биреү тиһеңме, ошо эштәрҙең барыһын да яҡшы итеп ойоштороу һәләтенә эйә. Вәдүт Ғәйфулла улын күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғаилә бәхете, тыныс тормош һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ! Ҙур уңыштар юлдаш булһын, Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен. Сәләмәтлек - ярты бәхет, тиҙәр Ошо бәхет ситләп үтмәһен! Иң изге теләктәр менән, "Башҡортостан" гәзите.