Махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа сроклы ялға сираттағы яугирҙәр төркөмө ҡайтты. Улар араһындағы “Лом” позывнойлы егет күптән инде контракт буйынса хеҙмәт итә. Хәрби кеше өсөн физик әҙерлек, батырлыҡ, әхлаҡи-психологик ныҡлыҡ бик мөһим. Яҡташыбыҙ ике тапҡыр “Хәрби отличие өсөн” миҙалы һәм ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған, тип яҙа “Светлый путь”. Үҫмерҙе өләсәһе тәрбиәләп үҫтергән. Йәштән спорт менән шөғөлләнгән, мәктәпте тамамлағас, Стәрлебаштағы 17-се училищела уҡып, тракторсы-машинист һөнәрен алып сыға. Аҙаҡ иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. 2015 йылда егет армияға хеҙмәткә саҡырыла. – Хәрби хеҙмәтте Забайкалье хәрби округында танк ғәскәрҙәрендә үттем. Ярты йылдан һуң контрактҡа ҡул ҡуйҙым, хеҙмәтте Сахалин өлкәһендә дауам иттем. Унда тәбиғәт шарттары ҡаты: йә ҡойма ямғыр, йә тайфун, йә ҡар яуа. Хәрби операция башланғас та, беҙҙе бер батальонға туплап, Украинаға ебәрҙеләр. Хәҙер беҙ тәүге һыҙыҡта, бер-беребеҙҙең ғүмере өсөн яуаплылыҡ тоябыҙ, – ти егет. Ялда булғанда туғандарына төҙөлөш эштәрендә ярҙам итешә ул. – Мин эвакуация төркөмөндә хеҙмәт итәм. Беҙҙең бурыс – һуғыш яланынан яралыларҙы сығарыу. Аҙаҡ уларҙы санитарҙарға тапшырабыҙ, ниндәй яра алыуҙарына ҡарап, Донецк ҡалаһына йәки башҡа ҡалаларға оҙаталар, – ти һалдат ғүмерҙәрен ҡотҡарыусы һалдат. Беҙ батырға именлек, рух ныҡлығы теләйбеҙ! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: шәхси архивтан.