Башҡортостанда социаль газ үткәреү программаһы буйынса 43,6 мең йортҡа зәңгәр яғыулыҡ бирелгән дә инде. Был Рәсәйҙә иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Был хаҡта «Газпром төбәк-ара газ Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры - «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсеһе Альберт Лоҡманов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль газ үткәреү программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса тормошҡа ашырыла. 2021 йылда дәүләт башлығы быға тиклем газ үткәрелгән тораҡ пункттарҙа йорт биләмәләре сиктәренә бушлай газ үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы. Был эш өсөн берҙәм газ үткәреү операторы яуаплы. Башҡортостанда программаға 1 972 тораҡ пункт индерелгән, уларҙа 65,5 мең йортҡа газ индерергә мөмкин. – Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып беҙ газды участкаға еткереүгә 56 383 ғариза ҡабул иттек. Газ бүлеү селтәрҙәрен 50 139 йорттоң сигенә еткерҙек, уларҙың 43,6 меңенә газ инде, – тине Альберт Лоҡм