Бөгөн көнсығыш пирогын әҙерләп алайыҡ. Бының өсөн кәрәк:200 г онсемтем тоҙ1 сәй ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс50 г аҡмай1 йомортҡа1 аш ҡалағы шәкәр пудраһы150 г грек сәтләүеге150 г курага һәм ҡара емеш (чернослив)80 г йөҙөм200 г ҡуйыртылған һөт (сгущенка)Әҙерләү:Онға тоҙ, ҡамыр йомшартҡыс ҡушабыҙ, шунан аҡмай ҡушып, валсыҡ яһайбыҙ. Йомортҡаға пудра ҡушабыҙ,теге валсыҡҡа ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ.Уны формаға йәйеп, ҡырҙарын күтәрәбеҙ. Сәтләүектәрҙе бер аҙ ҡыҙҙырып ваҡлайбыҙ, ҡамыр өҫтөнә һалабыҙ. Емештәрҙе лә ваҡлап һалабыҙ. Ҡуйыртылған һөт (сгущенка) һылап, 180 градустағы мейестә бешерәбеҙ. Әйткәндәй, элегерәк әсәй-өләсәйҙәр кесе йома һәм йома көнө йорттоғоҙҙа май еҫе сығарығыҙ: ҡоймаҡ ҡойоғоҙ, майикмәк бешерегеҙ йә иһә башҡа майға бешкән тәмлекәстәр әҙерләгеҙ, ти торғайны. Имеш тә, әрүәхтәр ҡыуанып ҡайта. Ә һеҙҙең яҡта ошондай ышаныу йәшәйме? Фото: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән