Быйыл Рәсәй Президенты тарафынан иғлан ителгән Ғаилә йылының маҡсаты ғаилә, әсәлек, атайлыҡ һәм балалыҡ ҡиммәттәрен популярлаштырыу һәм үҫтереү менән бергә илебеҙҙәге, республикабыҙҙағы дан ғаиләләр, өлгөлө атайҙар һәм әсәйҙәр, уларҙың көндәлек тормошо, дәүләт ярҙамы саралары менән даими таныштырыу. Йыл башында ил етәксеһенең исемле йылға ярашлы күп балалы ғаиләләр тураһында указға ҡул ҡуйыуы ла мөһим ваҡиға булды. Документта ниндәй ғаиләләрҙең күп балалы тип иҫәпләнеүе, уларҙың статустарының срокһыҙ билдәләнеүе әйтелде. Указ бөтә ил буйынса күп балалы ғаиләләрҙең берҙәм хоҡуҡи статусын һәм төп социаль гарантияларын билдәләй. Һуңғы ун йылда Башҡортостан ғаиләләре структураһында күп балалы ғаиләләр һаны 27,4 процентҡа артты һәм хәҙер улар 59 меңдән ашыу тәшкил итә. Шундай ишле, күптәргә өлгө булырлыҡ ғаиләләрҙең береһе менән Дәүләкән районында таныштыҡ. Ғаилә башлығы Марсель Айрат улы Ғәлимов район үҙәгендәге Әхиәр Хәкимов исемендәге йорт- музей директоры вазифаһын башҡара. Танылған башҡорт халыҡ яҙыусыһы, тәржемәсе, әҙәбиәтсе Әхиәр Хәсән улы Хәкимовтың йәшәгән йорто Дәүләкән үҙәгендә әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып торғандай. Тап ошо мәҙәниәт һәм әҙәбиәт рухы менән һуғарылған күркәм йорт- музейҙа танылған яҙыусының ҡәҙерләп һаҡланған китаптары, шәхси әйберҙәре, ҡулъяҙмалары, иҫтәлекле фотолары, аудио-һәм видеояҙмалары менән танышырға мөмкин булды. Яҙыусының эш кабинеты интерьеры иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. 2004 йылда йорт-музей булараҡ асылған бинанан әле лә кеше өҙөлмәй, сөнки бында әҙәби осрашыуҙар, иҫтәлекле кисәләр йыш ойошторолоп тора, яҡты, йәмле йорттоң тартыу көсө ныҡ, күрәһең. Яҡташтары, билдәле яҙыусы һәм педагог Рәсимә Ураҡсинаға арналған бүлмә лә асылған. Яңыраҡ “шайморатовсылар” класы бында экскурсияла булып, матур тәьҫораттарға байып, үҙҙәре өсөн яңылыҡтар асып, ҡәнәғәтлек тойғолары менән ҡайтҡан. Экскурсовод Зимфира Ғәндәлиф ҡыҙы Мусағитова уларҙы мауыҡтырғыс квест -уйын менән йәлеп итһә, музей директоры Марсель Айрат улы йәйәнән уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтеп, аҙаҡ уҡыусылар араһында турнир үткәргән. Райондың мәҙәни – әҙәби тормошонда, милли кейемдәрҙе популярлаштырыуҙа, милли биҙәүестәр эшләү серҙәрен үҙләштереү һәм оҫталыҡ дәрестәрен үткәреүҙә лә ошо бәләкәй генә коллектив оло эштәр башҡара. Марсель Айрат улы төп эшенән тыш, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә билбау көрәше һәм милли көрәш буйынса күнекмәләр үткәрә. Тәрбиәләнеүселәренең һәр уңышына һөйөнә тренер, “яңы ғына Данил Булатов Рәсәй чемпионатында беренсе урынды яулап барыбыҙҙы ҡыуандырҙы, оҙаҡламай ике спортсы менән Астрахандә үтәсәк Рәсәй беренселегендә ҡатнашасаҡбыҙ, үҫмерҙәргә тәжрибә туплау өсөн яҡшы майҙан буласаҡ”, ти спортсы. Әлшәй районында йәшәгән билдәле көрәшсе Хәбир ағаһының уңыштары, абруйы менән ҡанатланып, тап шундай көслө, мыҡты, еңелмәҫ спортсы булыу теләге менән яна ул үҫмерлек йылдарында. “Дәүләкәндең бер осонан икенсе осона һигеҙ- туғыҙ километр ер үтеп, көн һайын күнекмәләргә йөрөй торғайным. Тәжрибә туплау, көрәшсе булыу теләге ифрат ҙур! 6-сы класта уҡыған Дим улымдың да минең һуҡмаҡтан барыуына, уның менән ныҡлап бергәләп шөғөлләнеүебеҙгә өмөт тотҡайным. Ә уның хыялдары башҡаса булып сыҡты, улым йәне-тәне менән музыкаға тартыла, нишләйһең, балаларҙың ынтылышына ҡаршы төшөп булмай, бары теләктәренең тормошҡа ашыуына ярҙамлашырға кәрәк”, – тип йылмая биш бала атаһы Марсель Айрат улы. – Биш бала – биш төрлө яҙмыш... Арҡа терәр улдарығыҙ, йортҡа биҙәк булырлыҡ ҡыҙҙарығыҙ барлығы менән бәхетлеһегеҙ. Улар менән таныштырып китегеҙ әле. – Оло ҡыҙыбыҙ Аделина Санкт-Петербургтағы И.П. Павлов исемендәге 1-се медицина университетының 4-се курсында уҡый. Мәктәп йылдарынан әүҙем ирекмән булды. Университет тормошонда әлә лә ҡайнап йәшәй, хатта вуз етәкселегенән шундай уңған ҡыҙҙы тәрбиәләгәнебеҙ өсөн Рәхмәт хаты алып ҡыуандыҡ. Санкт-Петербургта үтәсәк Милли кейем байрамына үҙебеҙҙең милли кейемдәрҙе популярлаштырыу уйы менән ҡыҙыбыҙға милли костюмдар ебәрҙек, бик оҡшатҡандар, матур байрам булған. Элина ҡыҙыбыҙ 9-сы класта уҡый, уның йыл ирекмәне булыуы менән ғорурланабыҙ. Дим улыбыҙ 6-сы класта, “шайморатовсылар” класында ҙур теләк менән уҡып йөрөй. Мәҙинә 1-се класты тамамлай, ә төпсөгөбөҙ Иҙел балалар баҡсаһына йөрөй. Балаларыбыҙ ниндәй һөнәр һайлаһа ла, теләктәренә ҡаршы төшмәйәсәкбеҙ, бары йәмғиәткә файҙалы кеше булып үҫһендәр, яратҡан хеҙмәттәре үҙҙәренә ҡәнәғәтлек килтерһен. – Марсель Айрат улы, йәш кенә булһағыҙ ҙа әллә күпме һынауҙар үтергә, шатлыҡлы сағыу ваҡиғалар кисерергә тура килгән. Ир-егетте ил бурыстары ла, донъя мәшәҡәттәре лә ныҡ ҡына һынай шул.Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланыуығыҙ ҙа юҡҡа түгелдер... – Һәр һынау тәүге ҡабат кеүек. 1999 йылда армияға алындым, Чечняла хеҙмәт итергә тура килде. Яраланыу һөҙөмтәһендә ҡулһыҙ ҡалыу ҡурҡынысы бар ине. Һамар табиптарының профессиональ оҫталығы арҡаһында бөгөн дә көрәшеп, балаларҙы спортҡа ылыҡтырып, тормоштан йәм табып йәшәйем. – Өҫтәүенә һеҙ – Дәүләкән районының атайҙар советы рәйесе. Быйыл “Атайҙар ҡаһарманлығы” йәмғиәт наградаһына хаҡлы рәүештә лайыҡ булдығыҙ. Стәрлетамаҡта үткән “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында, оло ғаиләгеҙ менән ҡатнашып, “Күп балалы ғаилә” номинацияһында еңеп, дәүләкәндәрҙе һөйөндөрҙөгөҙ. Барыһына өлгөрөү өсөн ниндәй атай булырға кәрәк? – Был уңыштарҙың ҙур өлөшө ҡатыным Рәйсәнеке. Бары татыу, бер-береңде ярты һүҙҙән аңлаған ғаиләлә генә моратҡа ирешергә, ауыр тойолған мәсьәләләрҙең осона сығырға була. Ул Күп функциялы үҙәктә эшләй. Балаларҙа бергәләп хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләйбеҙ, уларҙы аҡса тотонорға, аш-һыу әҙерләргә, мал-тыуар ҡарарға өйрәтәбеҙ. Ҡатыным яҡлап та, үҙемдең яҡлап та Мең ырыуына ҡараған ата-бабаларыбыҙҙың Шәжәрәһен төҙөнөк, балалар ҙа тарихи тамырҙарын белеп үҫһен тинек. Ғөмүмән, буш ваҡытты, каникулдарҙы ул-ҡыҙҙарыбыҙ менән бергә үткәрергә тырышабыҙ. Шундай иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларҙың береһе Дағстанға сәйәхәт булды. Машинабыҙ ете урынлыҡ булғас, барыбыҙ ҙа һыя. Рәйсә – ышаныслы водитель, машинаны ихлас йөрөтә. Шул тиклем сәфәр оҡшаны, тәбиғәт һоҡланғыс, халыҡ ҡунаҡсыл, шифалы һыу сығанаҡтары бушлай! Шәжәрәне төҙөгәндә ҡайһы бер туғандарҙы асыҡлау, эҙләп табыу маҡсаты менән ҡартатайымдың апаһы Гөлнәзирәнең Мөхәббәт тигән ҡыҙын, нәҫел-нәсәбен күреп танышыу өсөн ҡатыным менән Үзбәкстанға юлландыҡ. Ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ тәьҫораттар бүләк итте был мауыҡтырғыс сәфәр ҙә. – Марсель Айрат улы, ғаиләгеҙ менән оҙон-оҙаҡ юлдарҙы йәнәш үтергә яҙһын, тормош бит үҙе һоҡландырғыс сәйәхәт! Дәүләкән ҡалаһы. Фото: ғаилә архивынан.