Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡытайҙа олимпиадала беҙҙең егет еңгән

Радий Хәбиров Хөкүмәткә эшкә саҡырған Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы Вадим Харисов үҙенең белеме менән бөтә донъяны тағы бер тапҡыр хайран ҡалдырҙы. Башҡортостан уҡыусыһы Ҡытайҙа үткән химия буйынса Менделеев халыҡ-ара олимпиадаһында икенсе тапҡыр еңеү яуланы. Команда иҫәбендә бөтәһе биш алтын һәм биш көмөш миҙал бар. Вадим Харисов Межгорьела ябай ғаиләлә тыуған. Әсәһе уны һәм ағаһын яңғыҙ тәрбиәләгән. Йәш гений химия нигеҙҙәрен үҙаллы өйрәнә, шунан һуң Өфө лицейына уҡырға инә. Унда Вадимға уҡытыусылар иғтибар итә һәм фәнде үҙләштереүҙә ярҙам күрһәтәләр. Бер аҙҙан үҫмер күп кенә профилле олимпиадаларҙа беренсе урындарҙы яулай башлай. Фото сығанағы: https://t.me/c/1601276259/17002