Благовещен ҡалаһында 20 йыл элек барлыҡҡа килгән сүплек юҡ ителде. Быға "Таҙа ил" милли проекты ярҙамында өлгәшелде. “Экология” милли проектына индерелгән “Таҙа ил” федераль проекты Рәсәй биләмәһендәге законһыҙ сүплектәрҙе рекультивациялауҙы күҙ уңында тота. Благовещен ҡалаһы эсендә, уның үҙәгенән биш километр алыҫлыҡта, сүплек ике тиҫтә йыл элек барлыҡҡа килгән. Был ваҡыт эсендә майҙан өс гектарҙан ашыуға еткән. 2019 йылда уны бөтөрөү өсөн проект документтары әҙерләнде. Был объектҡа тотонған подрядсылар бындай объектты бөтөрөү буйынса яңы технологияларҙы эш барышында үҙләштергән тиерлек. Эштәр даими рәүештә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы контролендә булды. Хәҙер район хакимиәтенә бер нисә йыл дауамында элекке сүплек биләмәһендә рекультивацияның биологик этабын алып барырға кәрәк. – Благовещен сүплеге төбәктә милли проект ярҙамында юҡ ителгән тәүге сүплектәр иҫәбендә булыуына бик рәхмәтлебеҙ. Беҙгә уны рекультивациялау буйынса әле күп эштәр башҡарырға кәрәк, һәм был