Өфөлә Башҡортостандың Урмансылар паркы реконструкцияға ябыла, уны быйыл сентябрь аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана. Эштәрҙе башҡарыу осорона биләмәгә инеү сикләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, парк Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелә. Төҙөкләндереү проектына биш объект: пикник өсөн зона, бәләкәй һәм ҙур спорт майҙансыҡтары, балалар майҙансығы, йәйәүлеләр һуҡмағы ингән. Пикник зонаһын төҙөкләндереү буйынса саралар мангалдарҙы һүтеүҙе һәм сауҙа киоскылары менән ял итеү урындарын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Спорт майҙансығында ике футбол майҙансығы – ҙур һәм бәләкәй, ике волейбол майҙансығы, баскетбол һәм стритбол өсөн майҙансыҡ, йүгереү юлы һәм күнекмәләр өсөн зона урынлаштырырға тәҡдим ителә. Балалар майҙансығы төрлө йәштәге балалар өсөн проектланған, уйын ҡорамалдары йәш төркөмдәре буйынса зоналарға бүлен