Уны “тормош еләге”, “сүлдәге икмәк”, “тәбиғәт хазинаһы” тип тә йөрөтәләр. Был һис тә юҡҡа түгел, хөрмә аҙыҡты тулыһынса алмаштыра ала. Организмға һис зыян килтермәйенсә, бер нисә ай буйы һыу һәм хөрмәлә генә ултырырға мөмкин, тип иҫәпләй белгестәр. Төрлө тәмле-татлы аҙыҡтарҙы алыштырырға ла һәләтле ул. Ә ғәрәптәр хөрмәне икмәк сифатында файҙалана. Хөрмә емеше башҡа еләк-емеш менән сағыштырғанда углеводтарға иң байы, унда 60-65 процент углевод тупланған. Шулай уҡ баҡыр, тимер, магний, цинк, марганец, калий, кальций, фосфор, натрий, алюминий, кадмий, кобальт, көкөрт, бор, протеин, май, 23 төрлө аминокислота бар. Был матдәләрҙең күбеһе башҡа еләк-емештә юҡ. Углеводтарҙың үҙләштерелеүенә ярҙам итеүсе А, А1, С, В1, В2, В6 витаминдары, ниацин, рибофламин һәм шулай уҡ пантотен кислотаһы ҡандағы глюкоза кимәлен һәм май кислоталарын көйләй. Хөрмәләге пектин, аҙыҡ епсәләре ҡайһы бер яман шеш сирҙәре хәүефен кәметә. Фтор тештәрҙе кариестан һаҡлаһа, селен иммун системаһын нығыта һәм йөрәк сирҙәр