Найти тему
Башҡортостан гәзите

Машинала – ике кеше һәм эт кәүҙәһе

Кисә Иглин районының Веселый ауылы янында урында йәшәгән кешеләр һыулы соҡорға шыуып төшкән “ВАЗ-2115” машинаһын күреп ҡалған. Ә уның эсендә – ике ирҙең һәм эттең үле кәүҙәһе табылған. Урынға шунда уҡ полиция һәм тәфтишселәр килә. Яҡынса, уларҙың кәүҙәләрендә йәрәхәттәр юҡ. Шулай уҡ машинаға ла бер нимә булмаған, тимәк был авария түгел. Төп фараз – бәхетһеҙ осраҡ булған һәм кешеләр һөрөм газына ағыуланып үлгән. Машина был ваҡытта ҡабыҙылған булған. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, машинала 53 һәм 55 йәшлек ике ир ултырған. Яҡынса уларҙың машинаһы соҡорҙан сыға алмаған. Урынға тәфтиш-оператив төркөм сыҡҡан, төрлө экспертизалар билдәләнгән. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы үҙенең сығанағына таянып, ирҙәр эскән булырға тейеш тип хәбәр итә. Сөнки машина эсендә спиртлы эсемлектәр шешәләре табылған. Фото: Тәфтиш комитеты.