Апрелдәге 30 градуслыҡ аномаль эҫенән һуң ҡапыл һалҡынайтты. Күптәр быны муйыл сәскә атҡан мәлдә күҙәтелгән һыуыҡтар менән аңлата. Республика биләмәһендә болотло, ҡыҫҡа ваҡытлы яуым-төшөмлө һауа торошо урынлашты. Алдағы көндәрҙә лә, йәғни 1 Май байрамында ла ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ. Алдағы ял көндәре аяҙлы-болотло була, шулай ҙа бер аҙ йылыта: 27-28 апрелдә көндөҙгө температура +23...+25 градус тәшкил итәсәк. Артабан тағы һыуыта: 30 апрель - 2 май арауығында көндөҙ +12...+15 градустан артмаясаҡ. Тотороҡло йылы көндәр 10 майҙан һуң ғына башланыр, тип күҙаллана. Дөйөм алғанда, май артыҡ эҫе булмаясаҡ, уртаса көндөҙгө температура +20...+23 градус тәшкил итәсәк. Нәсих Хәлисов фотоһы.