Найти в Дзене

Маҡсат– тормош сифатын яҡшыртыу

Түбәнге Новгород ҡалаһында Волга буйы федераль округында Милли социаль башланғыстарҙың төп проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса стратегик сессия үтте. Сарала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алексей Кузьмицкий, Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры урынбаҫары Игорь Карачин һәм Нижегородск өлкәһе губернаторы урынбаҫары Андрей Чечерин ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар төбәк социаль стандартын тормошҡа ашырыу буйынса төбәктең иң яҡшы практикалары һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Алексей Кузьмицкий сығышында социаль хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре әһәмиәтен, граждандар проблемаларын оператив хәл итеү мөһимлеген билдәләне. “Волга буйы федераль округы төбәктәре социаль өлкәне үҫтереү һәм кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу буйынса эштә әүҙем ҡатнаша. Күрһәткестәр шул хаҡта асыҡ һөйләй. Ил буйынса тормош сифаты рейтингына округтың биш төбәге инә. Шулай уҡ Төбәк социаль стандартын индереү буйынса эш аҡрынлап яҡшыра бара.

Түбәнге Новгород ҡалаһында Волга буйы федераль округында Милли социаль башланғыстарҙың төп проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса стратегик сессия үтте. Сарала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алексей Кузьмицкий, Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры урынбаҫары Игорь Карачин һәм Нижегородск өлкәһе губернаторы урынбаҫары Андрей Чечерин ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар төбәк социаль стандартын тормошҡа ашырыу буйынса төбәктең иң яҡшы практикалары һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Алексей Кузьмицкий сығышында социаль хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре әһәмиәтен, граждандар проблемаларын оператив хәл итеү мөһимлеген билдәләне. “Волга буйы федераль округы төбәктәре социаль өлкәне үҫтереү һәм кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу буйынса эштә әүҙем ҡатнаша. Күрһәткестәр шул хаҡта асыҡ һөйләй. Ил буйынса тормош сифаты рейтингына округтың биш төбәге инә. Шулай уҡ Төбәк социаль стандартын индереү буйынса эш аҡрынлап яҡшыра бара. 14 төбәктең 12-һе уны тормошҡа ашырыуға тотондо ла инде, округтың 11 төбәгендә тормош сифаты буйынса Советтар эшләй”, – тип белдерҙе Алексей Кузьмицкий. “Стратегик сессия – төбәк социаль стандартын индереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа тәьҫирлелекте күтәреү һәм камиллашыу буйынса тәҡдимдәрҙе ҡарау һәм фекер алышыу өсөн майҙан ул. Был округ төбәктәре граждандарының тормош сифатын күтәреүҙә юғары һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам итәсәк”, – тип һығымта яһаны Алексей Кузьмицкий. Фото:VK.com