Найти тему
Башҡортостан гәзите

Автомобиль йылғаға төшөп киткән...

Балтас районында оло фажиғә теркәлгән. Тушҡыр ауылы янындағы Танып йылғаһына автомобиль төшөп киткән. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар килгән һәм шаһиттар салонда ике ирҙең булыуы хаҡында белдергәндәр. Ҡотҡарыусылар береһенең кәүҙәһен - автомобиль салонынан, икенсеһенең - йылғанан тапҡандар, уны ағым алып киткән. Машинаны ярға трактор ярҙамында һөйрәп сығарғандар. Ваҡиға урынында тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана. Быйыл йылғалар ташты, һыуҙың иң мул сағы. Шуға күрә водителдәргә йылғаны кисеп сыҡмаҫға кәңәш ителә, хәүефһеҙлек сараларын инҡар итмәгеҙ! Фото һәм сығанаҡ: "Балтас таңдары" гәзитенән