Бүздәк районының Кәпәй-Ҡыбау ауылында алты улы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған әсәй – Майкамал Латиповаға ҡуйылған стеланы күптән барып күреү хыялы бар ине. 9 Май байрамы алдынан был маҡсатҡа өлгәштек. Күңел әрнеткес был тарих тураһында ауыл биләмәһенең Ветерандар советы рәйесе, ошо ауылда 32 йыл мәктәп директоры булып эшләгән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Иршат Вәлиевтән һораштыҡ. - Майкамал Латиповаға 1947 йылда Герой-Әсә исеме бирелгән. Тормош иптәше Шакир ағай менән улар ун бала: һигеҙ ул һәм ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Улдарының барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ә алтауһы яу яландарында һәләк була. Икәүһенә генә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип була. Майкамал Ғабдрахман ҡыҙына ҡуйылған стела - Герой-Әсәгә яҡташтарының ихтирам билдәһе, – тип һөйләне Иршат Ғиниәт улы. Дүрт улы 1942 йылда, икәүһе 1943 йылда һәләк булған әсәй кисергән ҡара ҡайғыларҙың йән әрнетҡес булыуын әсәй булған кеше генә аңлайҙыр. Герой-Әсә үҙе 1953 йылда 75 йәшендә яҡты донъя менән хушлаша, әмм