Найти тему
Башҡортостан гәзите

28 генә йәшлек егеттең йәшәгеһе килә!

Милләттәшебеҙ Йәмил Намаҙбаевҡа 28 йәш. Ул 13 йәшенән Мәскәүҙә йәшәй. Тарих һәм йәмғиәт фәндәре уҡытыусыһы булып эшләй. Бығаса эшләй ине. Әле ҡаты сир менән көрәшә. Уның баш мейеһендә яман шеш бар. ...2009 йылда малай буйға үҫеүҙән туҡтай. Әсәһе Айгөл улын табипҡа алып бара. Шунда уның башында шеш булыуы асыҡлана. Йәмил йәш ярымлыҡ сағында йәрәхәт алған була, бәлки, шуның эҙемтәһелер был. Табиптар гормональ терапия билдәләй. Үҫмергә спортты ташларға тура килә. Ул тхэквондо менән шөғөлләнгән була. 2017 йылда сир киҫкенләшә. Йәмил Бурденко госпиталендә нур терапияһы үтә. Артабан ул хоҡуҡ йүнәлеше буйынса институт тамамлай. Әммә уҡытыусылыҡты һайлай: тәрбиәсе була, тарих һәм йәмғиәт фәндәренән дәрестәр бирә. Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты лицейында педагог, Юғары иҡтисад мәктәбендә магистрант, имен булмаған үҫмерҙәргә ярҙам иткән үҙәктә ирекмән, Новгород өлкәһендә уҡытыусы... 10 йыл инде Мәскәүҙә йәшәһә лә, яҡташыбыҙ үҙен Башҡортостан улы тип иҫәпләй. Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә өлөш индерә. Ошо йүнәлештәге фестивалдәрҙә ҡатнаша, Мәскәү дәүләт университеты курстарында һәм ғәрәп үҙәгендә башҡорт телен өйрәтә. Өфөләге 136-сы башҡорт лицейында уҡығанда уҡ "Урал батыр" эпосы буйынса башҡарған эше менән Бөтә Рәсәй фән конкурсында еңеп сыға ул. Хәҙер Йәмил эшләй алмай. Февралдә хәтерен юғалтып, дауаханаға эләгә, хатта уны эҙләүҙе ойошторалар. Шеш үҫкәндән-үҫеп, мейенең хәтер өсөн яуаплы өлөшөнә барып етә шул... Шештең ғүмер өсөн хәүефле урында булыуы сәбәпле, табиптар операция эшләргә ҡурҡа. Ябай дауаланыу ғына үткәреп, өйгә ҡайтыуҙы тәҡдим итәләр. Был "артабан ярҙам итә алмайбыҙ" тигәнде аңлата. Йәмил менән әсәһе шәхси клиникаға мөрәжәғәт итә. Тик унда дауаланыр өсөн миллион һумдар талап ителә. Ә ғаиләлә Йәмил, әсәһе һәм өләсәһе Фәриҙә генә. Өләсәй ныҡ ҡарт һәм сирле, шуға күрә уға күңелһеҙ хәбәрҙәрҙе белдермәҫкә тырышалар. Әле "Живой" фонды Йәмил өсөн аҡса йыйыу иғлан иткән. Был турала уның дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре социаль селтәрҙәрҙә яҙа: https://vk.com/wall-64952366_8438 Улар әйтеүенсә, Йәмил - иҫ киткес изге күңелле яҡшы кеше. Ә яҡшы кешеләр оҙаҡ йәшәһен ине ул. Фото: Йәмил Намаҙбаевтың шәхси архивынан.