Уҙған аҙнала Өфөлә булған ҡурҡыныс авария бер юлы биш кешенең ғүмерен алып китте. Баш ҡалаға ингән урында һыу һиптереүсе “КамАЗ” менән “ВАЗ-2115” машиналары бәрелеште. Аҙнаға яҡын ваҡыт үтһә лә, ул ваҡиға һаман күптәргә тыңғы бирмәй. Был тиклем кеше ғүмере өҙөлгән аварияла кем ғәйепле һуң? “Уфа1” баҫмаһы редакцияһы кешеләрҙең фекерен белешкән. Асыҡланыуынса, берәүҙәр “КамАЗ” водителен ғәйепләй. “Ул бик киҫкен маневр яһаны. Был осраҡта бер кем дә бер нәмә эшләп өлгөрмәҫ ине”, – тигән бер ир. “КамАЗ” ситке һул һыҙаттан боролорға тейеш түгелме ни?” - тигән һорау бирә икенсе бер кеше. “Ул маневрының хәүефһеҙ икәненә ышанмаған. Һул көҙгөһөнә ҡарамаған. Иртә ине бит, йоҡоһонан уянып өлгөрмәгәндер”, – тип яҙған өсөнсө уҡыусы. Аварияла еңел машина водителе Илфатты ғәйепләүселәр ҙә бихисап. Әгәр ул тиҙлек режимын үтәһә, фажиғә булмаҫ ине, тиҙәр. Компания аварияға тиклем бер нисә сәғәт алда спиртлы эсемлектәр эскәс, водитель дә эскән булғандыр тигән фекерҙәләр. Әйткәндәй, әлегә судмедэкспертизан