24 апрелдә Дубайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең климат һәм тирә-яҡ мөхит үҙгәреше мәсьәләләре буйынса министры Амна бинт Абдулла Аль Дахак менән осрашты. Көн тәртибендә - агросәнәғәт комплексының хәләл продукцияһы менән сауҙаны үҫтереү һәм ошо маҡсатта ғәрәп илдәре баҙарҙарына инеү мөмкинлеген киңәйтеү. Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан етештереүселәре Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып «Хәләл» стандарты буйынса Рәсәй сифат системаһында сертификация үтте. - Беҙ һеҙгә Башҡортостандың рәсми делегацияһы ҙур һәм етди ниәт менән килдек. Тиҙҙән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Рәсәйҙең Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан вәкиллеген асырға ниәтләйбеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙән, атап әйткәндә, беҙҙең республиканан ауыл хужалығы продукцияһы ислам донъяһы дәүләттәренә әүҙем оҙатыла башланы. «Хәләл» стандарты буйынса продукцияны поставкалауға ҡуйылған талаптар беҙгә яҡшы таныш. Һәм беҙ хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ. Башҡортостан Башлығы төбәктең Бер