Найти тему
Башҡортостан гәзите

Геопарктарҙы үҫтереү буйынса конференция Вуз-ара кампуста экскурсиянан башланды

Башҡортостанда “ЮНЕСКО геопарктары: идеянан тормошҡа ашырыуға тиклем” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция эшләй башланы. Форум ҡатнашыусылары “Янғантау” глобаль ЮНЕСКО геопаркында йыйыла. Малайзия, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән килгән (Алтай, Татарстан, Ленинград өлкәһе һ.б.) фәнни-белем биреү берләшмәләре вәкилдәре геопарк булдырыу һәм уларҙы тотороҡло үҫтереүгә бәйле һорауҙарҙы тикшерә. Геопарктарҙы үҫтереү буйынса халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияның эше Өфөнөң Вуз-ара кампусында экскурсиянан башланды. Унда “Кинабалу” ЮНЕСКО геопаркы һәм Малайзияның Туризм, сәнғәт һәм тирә-яҡ мөхит министрлығы ғалимдары булды. ӨДНТУ-ның “Яңы экобиләмәләрҙең ESG-моделдәре үҫеше” стратегик проекты коллективы менән осрашыуҙа ҡунаҡтар ”Кинабалу” геопаркы “ЮНЕСКО” геопарктарының глобаль тармағына 2000 йылда индерелеүе, Кинабалу тауында һирәк осраған үҫемлек һәм йәнлектәр, ҡоштар, шулай уҡ 90 төр орхидея барлығы тураһында һөйләне. 23 апрелдән 27-һенә тиклем конференцияла биләмәләрҙең, туризмдың, мәғарифтың, фәнни тикшеренеүҙәрҙең иҡтисадын үҫтереүҙә актуаль һәм перспективалы булған, тәбиғи һәм мәҙәни мираҫты һаҡларға ярҙам иткән геопарктарҙы булдырыу һәм уларҙы үҫтереү мәсьәләләре тикшерелә. Белешмә. Студенттар кампусы Рәсәй Президенты В. Путин күрһәтмәһенә ярашлы һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының “Фән һәм университеттар” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23674/