Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йылға буйында табылған итек малайҙарҙыҡы булғанмы?

Дамир менән Павелдың юғалыуына 25-се көн. Эҙләүҙәр нисек бара? Ошо һәм башҡа хәлдәр тураһында малайҙарҙың ата-әсәләре һөйләне. Кешеләрҙең булышлығы һәм ышанысы беҙгә артабан көрәшергә, эҙләргә ярҙам итә, ти улар. Ошо турала UFA1.RU порталы яҙған. – Хәҙерге ваҡытта кешеләр барыһына ла битараф тиҙәр, әммә беҙ был хәлдең дөрөҫ булмауын үҙ миҫалыбыҙҙа күрҙек. Күптәр беҙгә ярҙам итә, изге кешеләр бихисап. Барыһына ла ҙур рәхмәт, – ти Дамирҙың әсәһе Гүзәл Әҙеһәмова. Павел Паличевтың әсәһе Екатерина ла халыҡтың ихласлығына хайран ҡалған. Кешеләр килеп, эҙләүгә яҙыла, кемдер аҙыҡ-түлек килтерә, ә бәғзеләре иһә һүҙ менән булһа ла ярҙам итә, ти ул. Малайҙарҙың юғалыуына күп ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан, Паша менән Дамирҙы эҙләүҙе дауам итеү бик мөһим, ти үҫмерҙәрҙең ата-әсәһе. – Хатта бер бәләкәй генә деталь – шылтыратыу, берәй төрлө хәбәр ишетеү ҙә ярҙам итеүе мөмкин. Өс аҙна ваҡыт үтһә лә, һаман бер ни ҙә аңлашылмай. Беҙ, ата-әсәләр, аҙаҡҡа тиклем өмөтөбөҙҙө өҙмәйәсәкбеҙ, – тине Сергей Паличев. – Яҙ етеү менән күптәрҙең баҡсала эштәре башланыуы аңлашылып тора, шуға ҡарамаҫтан ял көндәрендә кешеләр эҙләүҙәргә сыға алыр, тип ышанабыҙ. Тәфтиш комитеты һәм 6-сы полиция бүлеге көсөнән килгәндең барыһын да эшләй, һәм былар барыһы ла Радий Фәрит улының контроле аҫтында башҡарыла. Инде өс аҙна ярым ваҡыт үтте, тик һаман бер ни ҙә аңлашылмай. Бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Барыбер ҡайҙалыр нимәлер булырға тейештер инде. Бәлки, берәү ошоға бәйле берәй нәмәне хәтеренә төшөрөр тигән өмөт бар, – тине ул. Улар шулай уҡ йылға буйында табылған итек тураһында һөйләне. Екатерина Паличева хәбәр итеүенсә, ул әлегә экспертизала. – Әлегә аныҡ мәғлүмәт юҡ. Беҙ үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ. Итек балаларыбыҙҙыҡына оҡшаған, әммә ысынлап та уларҙыҡы тип әйтә алмайбыҙ. Малайҙарҙың береһенеке булған хәлдә лә, был бер нәмә тураһында ла һөйләмәй, – тине ул. Малайҙар юғалғандан һуң табылған рюкзактарҙа, телефондарынан тыш, бөтә әйберҙәр ҙә урынында булған. – Дамирҙың карталары телефонында ине, шулар менән түләй торғайны, – ти Гүзәл Әҙеһәмова. – Павелдың картаһы рюкзакта ҡалған. Балаларыбыҙ буштан-бушҡа рюкзактарын ҡалдырып китмәҫ ине, сөнки улар өсөн әйберҙәре ныҡ ҡәҙерле. Ата-әсәләр балаларының юғалыуына бәйле бөтә варианттарҙы ла ҡарауҙары тураһында һөйләгән. – Кейемдәре лә бер ҡайҙа ла юҡ. Әгәр һыуға батҡан булһалар, шапкаларын булһа ла табырҙар ине... Өмөтөбөҙҙө өҙмәйбеҙ, – тине Сергей Паличев. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Дамир менән Павел 30 мартта юғалды. Үҫмерҙәр ярыштарҙан һуң “Аҡсарлаҡ” ял базаһы янына сығып киткән, бер нисә сәғәттән һуң улар менән бәйләнеш өҙөлгән. Шул көндә үк балаларҙы эҙләү башланды. Сығанаҡ: UFA1.RU Фото: БашДТП. Булат Сәлихов.