“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡариҙел районының Ҡорош ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Йәшәү урынына яҡын ерҙә медицина ярҙамын алыу ҡороштарҙың күптәнге хыялы ине. Яңы бинала фельдшер, процедура, прививка кабинеттары, гардероб бар. Фельдшер-акушерлыҡ пункты Ҡорош ауылының 246 кешеһен хеҙмәтләндерә. Бында 24 йыл эшләгән фельдшер Вера Хөсәйенова әйтеүенсә, яҡташтары яңы модулле медицина пункты асылыуына бик шат. Бина яҡын да, уңайлы ла булғас, халыҡ та фельдшер-акушерлыҡ пунктына йышыраҡ килер, һаулығын хәстәрләр, тип өмөтләнә фельдшер. Яңы бинала тәүге медицина–санитар ярҙамын алыу, диспансерлаштырыу үтеү һәм вакцина яһатыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстар булып тор