Ейәнсура районының Абҙан ауыл биләмәһендә “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә “Һыйлы көнөң - һыйырҙа” тип аталған бренд сараһы үтте. Байрам ҡунаҡтарын милли һый-ниғмәттәр – ҡымыҙ һәм сәк-сәк менән ҡаршы алдылар. Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы Абҙан ауыл биләмәһе башлығы Нурғәли Бикбулатов сәләмләне. – Был уникаль сара. Бренд саралары конкурсында ҡатнашыу өсөн бушҡа ғына бындай теманы алманыҡ. Абҙан ауылы халҡы һөт ризыҡтары етештереү менән һәр саҡ шөғөлләнгән бит. Продукциябыҙҙы күрше Ырымбур өлкәһендә лә ҙур теләк менән һатып алалар, – тине ауыл советы башлығы. Сарала ҡатнашыусылар өсөн һөт продукцияһы күргәҙмәһе һәм һатыу ойошторолдо. Теләгән һәр кем урындағы сувенирҙар һатып алды. Художество үҙешмәкәр ҡатнашыусылары тамашасыларҙы күңелле, сағыу номерҙар менән ҡыуандырҙы. “Сулпан” бейеү ансамбле, “Сирендәр” вокаль ансамбле, “Грация” бейеү ансамбле сығыштары был сараның темаһын тағы ла нығыраҡ асты. – Абзандар тәүгеләрҙән булып бренд сараһын күрһәтте. Сағыу, ҡыҙыҡлы сара килеп сыҡты. Хәҙер ту