“Бәйләнештә” селтәрендә һабаҡташым, талантлы шағирә Зөлфирә Ҡарағужинаның яҙмаһы иғтибарҙы йәлеп итте. Тыуған ауылы – Әбйәлил районының Күсем ауылында күмәкләп йәш егеттәрҙе әрмегә оҙатыу йолаһы тураһында ине ул. Бала йәшенән сығып, быуындары ҡатып бөтмәгән көйөнсә тыуған яҡтан айырылып алыҫ юлға, сит тарафтарға юлланырға торған егеттәргә күпме хәстәр, йылылыҡ, иғтибар биреп, иңдәренә ҡанат үҫтереп ебәргән матур йола ул! “Ауылыбыҙҙа элек-электән һалдат оҙатыу йолаһы йәшәп килә. Кемдер бер көн алда өйөнә барып теләктәрен теләп, аҙмы-күпме аҡса биреп, ата-әсәһе менән һөйләшеп ултырып, әҙерләнгән табында сәй эсеп ултырып ҡайта. Тиңдәштәре, йәштәр кис йыйыла, әрме хеҙмәтен үткән өлкәнерәк ағалары кәңәш-төңәштәрен бирә. Әйтергә кәрәк, өлкән ағайҙарҙың үҙҙәренән бәләкәйерәк егеттәр алдында абруйы бар. Кесерәктәр өлкәндәрҙән нимә ишетә, нимә күрә, үҙҙәре лә киләсәктә шуны ҡабатлай. Көнөндә урам буйлап гармун уйнап, ҡушылып йырлап, ауыл осона тиклем оҙатып барабыҙ. Унда үҫеп ултырған ҡайынға м