“Һеҙ, һеҙ, һеҙ инегеҙ, Һеҙ бит ике күл инегеҙ. Йылҡысыҡҡан ярынан сыҡҡан, Ығышмаһы юҡҡа сыҡҡан... тиергәме икән хәҙер?” – тип һамаҡлай-һамаҡлай видеоға төшөргән был күренеште Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. Былтыр күл, сентябрь аҙаҡтарында тулыһынса китеп, бөтөн республика халҡын таң ҡалдырғайны. Аҡһаҡалдар иҫләүенсә, Ығышманың һыуы 1921 һәм 1975 йылғы ҡоролоҡта ла юҡҡа сыҡҡан. Бер-береһенә яҡын урынлашҡан Йылҡысыҡҡан, Олокүл — карст күлдәре, ҙур карст соҡорҙары. Барыһы ла Шүлгәнташ мәмерйәһенең өҫтөндә урынлашҡан. Ғалимдар һыуҙың китеүен һәр ваҡыт яуын-төшөмдөң етешмәүенә һәм ер аҫты һыуҙарының кәмеүенә бәйләй. Бөтә һыу аҫты шишмәләре һәм йылғалары Шүлгән ер аҫты йылғаһы менән берләшә һәм Шүлгәнташ мәмерйәһенә ингән ерҙә урынлашҡан Зәңгәр күл сығанағында ер өҫтөнә сыға. Быны Ығышманан һыу сыҡҡандан һуң Зәңгәр күлдә ташҡын барлыҡҡа килеүе лә иҫбатлай. Мәмерйәгә ингән ерҙә ҡуйылған ҡорамалда