2024 йылдың ғинуар йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан менән Төркиә араһында үҙ-ара тауар әйләнеше 2023 йылдың ғинуары менән сағыштырғанда 83,6 процентҡа артҡан, атап әйткәндә, был "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты саралары һөҙөмтәһендә мөмкин булған. Был хаҡта республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр иттеләр. - Экспорт күрһәткесе үҫеш динамикаһын күрһәтеүен дауам итә. 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса, республикабыҙҙан Төркиәгә экспорт тәьминәте күләме 2022 йыл менән сағыштырғанда 123,2 процентҡа артҡан, ә 2024 йылдың ғинуарындағы мәғлүмәттәр буйынса - ике тапҡырға. Химия, нефть химияһы, ағас эшкәртеү сәнәғәте, металлургия продукцияһын, шулай уҡ агросәнәғәт комплексы тауарҙарын килтереүҙе экспорт буйынса хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре тип иҫәпләйбеҙ, - тип һөйләне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Башҡортостандың контрагент илдәре араһында Төркиәнең икенсе урын алыуы асыҡлана. Күрше илгә минераль продукттар, химия сәнәғәте продукцияһы, аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ изделиелары, шулай уҡ металдар, машиналар эшләү продукцияһы оҙатыла. Шул уҡ ваҡытта республикаға каучук, туҡыма һәм туҡыма әйберҙәр, шулай уҡ аяҡ кейеме килә. "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға һәм Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Автор фотоһы.