Социаль селтәрҙә махсус операция яугиренең уйланыуҙары баҫылды. Ул күңелендәге уй-тойғолары менән уртаҡлаша. “Фронттан хат. Әгәр ҡыҙым, махсус хәрби операция барған мәлдә һин нимә эшләнең, тип һораһа, мин, Тыуған илде һаҡланым, тип яуап бирәсәкмен. Был мәлдә миңә бер тамсы ла оят булмаясаҡ. Мин һуғышҡа тилем хәрби булманым. Ҡорал да тота белмәй инем. Үҙемде яугир итеп күрһәтергә лә тырышманым. Тыуған илебеҙ ҡурҡыныс аҫтында ҡалғас – барырға ҡарар иттем. Бик еңел, артыҡ уйламайынса ризалаштым, хатта ғүмер буйы ошоно көткәндәй тойолдо. Мин МХО-ға килгәндә беҙҙекеләр Изюмдан сигенеп, Херсонды ҡалдырған мәл ине. Бөтә донъя тиерлек Украинаның ҡораллы көстәрен алҡышланы, Рәсәйҙең дошмандары беҙҙең юғалтыуҙар һәм еңелеүҙәр өсөн ҡыуанды. Мин бында бер йылдан ашыу, тик хәҙер дошмандың снарядтары бөтә башланы, улар Марьинканы һәм Авдеевканы ҡалдырҙы. Дошман был һуғышта еңә алмаясағын аңланы, Рәсәйҙе хурлаусылар шымып ҡалды. Һуғыш тиҙҙән бөтәсәк. Беҙ еңәсәкбеҙ һәм беҙҙең еңеүгә, төрлө сәбәптәр та