Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яр ситенә килтереп терәнеләр...

Халҡыбыҙға баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ хас. Үҙ-үҙеңде яратыу, үҙеңде һаҡлау, йәлләү тигәнде белмәйбеҙ. Шулай күпме яҡындарыбыҙ фани донъянан иртә китә. Ә дөрөҫ йәшәйбеҙме һуң? Бәлки, туҡтап хәл алырға, уйланырға кәрәктер?.. Өс ай инде онкология диспансерында ятам. Һыҙланыу, аһ-зар, үҙәкте өҙгөс әрнеү, үпкә, әсе күҙ йәштәре, өмөтһөҙлөк... Барыһын да күрҙем, кисерҙем, йөрәгемдән үткәрҙем. Йәшәүгә йәбешеү өсөн “һуңғы һалам”... Тап шулай тип ҡабул итә күптәр был диспансерҙы. Ә “яр” ситенә нимә килтереп терәй һуң әҙәм балаһын? ...Йәшләй кейәүгә сығып, бер-бер артлы өс бала таптым. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары. Колхоз тарҡалыу сәбәпле эшһеҙ ҡалған ирем, өмөтһөҙлөккә бирелеп, эскегә һабышты. Һүҙ әйтеп ҡара – сыраһыҙ тоҡанырға тора, типкесләп ырғытыр. Холҡон белгәнгә күрә, бесәй кеүек кенә йөрөнөм, ирем сираттағы “һунар”ҙан ҡайтыуға сабыйҙарымды йоҡлатып өлгөрөргә тырыштым. Артабан нисек йәшәргә һуң? Балаларҙың тамағын нисек туйҙырырға? Бәләкәсемә йәш ярым тула, тимәк, күҙ терәп торған аҡсанан да яҙасаҡбыҙ... Тәүәккәлләп, күрше райондағы әхирәтем менән бергә ҡырҙан тауар ташып һата башланым. Балалар – әсәйемдә, айнымаған ирем иһә беҙҙең өйҙә юҡлыҡты һиҙмәне лә кеүек. Тәүлектәр буйына өҙлөкһөҙ эшләү, сауҙаға хас ығы-зығы, ғауға, этеш-төртөш... Ямғыр һибәләп тороуға, әсе елдең үҙәккә үтеүенә, күҙ асҡыһыҙ бурандарға, тәнде үтә һуҡҡан сатлама һыуыҡтарға ҡарамайынса, һәр саҡ юлда булыу... Хәлдән тайып йығылыр сиккә еткәндә лә, балаларыңды уйлап, атларға көс табыу... Күҙҙәрҙә нур һүнгән, яурындар һәленгән, ҡулда – ҙур-ҙур сумкалар... Шулай йылдар үтте. Тырышлыҡ бушҡа китмәй инде: етеш тормошта буй еткергән балаларым, бер-бер артлы мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йорттарында белем ала, эсмәгәненә байтаҡ ваҡыт уҙған ирем хәҙер – һалмаҡ ҡына атлап йөрөгән мыҡты кәүҙәле ҡупшы уҙаман. Бер нигә мохтажлыҡ кисермәй, еңел йәшәйҙәр. Минең һуңғы арала хәлһеҙ йөрөүемә, тиҙ арыуыма ла иғтибар итмәйҙәр кеүек. Аҡса булһа, шул еткән. Ә минең хәл, ысынлап та, насар ине. Район табиптары баш ҡалаға ебәргәс, түшемдә яман шеш барлығы асыҡланды. Өсөнсө стадия... Ҡайтҡас, был хаҡта яҡындарыма илай-илай һөйләнем. Ә улар ныҡлап төшөнмәне лә шикелле. Әллә ышанманылар, әллә ишетергә теләмәнеләр... Йәйге каникулға ҡайтҡан балаларым өндәшмәй генә сығып таралды, ирем телевизорға текәлде. “Ҡапыл әйтеп әллә шаңҡыттым инде яҡындарымды?” – тип үҙемде эстән генә әрләргә тотондом. Ә улар икенсе, өсөнсө көндә лә үҙгәрмәне, хәлемде һораманы, яныма килеп һөйләшеп ултырырға уйламаны. Шул саҡта башыма бер уй килеп бәрҙе: кем һуң мин? Яратҡан әсәйме, һөйөклө ҡатынмы, әллә аҡса табыусы “йөк аты”мы? Һуңғыһылыр. Тимәк, эшлектән сыҡҡас, кәрәгем юҡ хәҙер... Өйҙән ҡасып тигәндәй дауаханаға килеп яттым. Еңелерәк булып ҡалды. Бындағы күпселек – минең кеүек һуңғы сиккә етеп туғарылған “йөк аттары”. Бер-беребеҙҙең хәлен, һыҙланыуҙарын ҡараштарҙан аңлайбыҙ, ошо хәлгә етеүебеҙҙең сәбәбен эҙләйбеҙ, үткән ваҡиғалар туҡтауһыҙ күҙ алдына баҫа... Дөрөҫ йәшәгәнбеҙме? “Юҡ! – тим үҙ-үҙемә. – Ғаилә хаҡына яңғыҙым барлыҡ донъя йөгөн иңемә алып, бөтәһе өсөн ҙур яуаплылыҡ тойоп, күтәрә алмаҫтай бурыстарҙы атҡарып, үҙемдең кем икәнемде онотҡанмын. Ә бит мин – ҡатын кеше. Эйе, һөйөп-яратылып, наҙланып, донъяға нур сәсеп, һоҡландырып йәшәргә тейешле зат. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе шуның өсөн яралтҡан. Ә ниңә төп бурысымдан ситкә киттем һуң? Кем ғәйепле?..” Шул саҡ күңел төпкөлөмдән иремә булған барлыҡ үпкәләрем урғылып сыға башланы. Ғәфү иттем тиһәм дә, рәнйеүем үтмәгән, тәрәнгәрәк инеп “йәшеренгән” икән. Белгестәр әйтеүенсә, тап шул үпкә, ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо, төп тәғәйенләнештән ситләшеү ҡатын-ҡыҙҙың түшендә, аналығында яман шеш барлыҡҡа килтерә. “Туҡта! – тип бойора кеүек ҡаты сир. – Һин – ҡатын кеше. Дөрөҫ йәшәмәйһең, тормошоңдо үҙгәрт!” Эйе, хатаны төҙәтеү бик ҙур тырышлыҡ, ихтыяр көсө талап итә. Ваҡытында тотонғанһың һәм теләгең көслө икән, Аллаһ Тәғәләнең ярҙамы менән барыһын да еңеп сығырға була. Һыҙланыуҙан йонсоған хәлһеҙ сағыңда ла доғанан айырылмаҫҡа, күңелеңдә һис кемгә үпкә тотмаҫҡа, тормошто, үҙеңде яратырға кәрәк. ...Яңыраҡ автобуста бер ҡатынды осраттым. Хас та минең йәш саҡтағы кеүек: ике ауыр сумка күтәргән, йөҙө йонсоу, бер яҡ ҡулы шешкән... Яман шеш икәнен шунда уҡ төшөндөм. Аңлатырға тырышыуыма ҡолаҡ та һалмай китеп барҙы. Нисек йәшәйбеҙ беҙ, ҡатындар? Ниңә үҙ-үҙебеҙгә ҡул һелтәйбеҙ?.. Фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.