“Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” федераль проекты сиктәрендә Белорет районында 2021 йылдан “Аҡ йылға” үҙешмәкәр автор йыры фестивале уҙғарыла. Быйыл музыкаль сара 23-25 августа Ағиҙел йылғаһы буйында ойошторола. Ошо көндәрҙә Белоретта Урал төбәгенең автор йыры балалар коллективтары, клубтары һәм мәктәптәре етәкселәренең семинары үтте. Сараны Белорет районы хакимиәте ойошторҙо. Белорет картиналар галереяһында Новоуральск, Орск, Новотроицк, Силәбе, Екатеринбург, Магнитогорск һәм Өфө ҡалаларының иң яҡшы балалар автор йыры коллективтары етәкселәре йыйылды. Семинарҙа ҡатнашыусылар был йүнәлеште үҫтереү перспективаларын, үҫеп килеүсе быуынды берлектәге ижадҡа йәлеп итеү алымдарын тикшерҙе, шулай уҡ берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Семинар башланыр алдынан яҙыусы, шағир, бард Виктор Кузьменко сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Ул ҡатнашыусыларға уңыштар һәм файҙалы үҙ-ара эш итеүҙәрен теләне. Сарала ҡатнашыусылар “Төрлө йәштәге коллективтың эшен ойош