Блогер Рөстәм Нәбиев "Рәсәй-1" телеканалында барған ғәжәйеп талантлы кешеләр тураһындағы тапшырыуҙа ҡатнашты. Дүрт сәғәт репетицияға сират көтөп, артабан сәхнәгә сыҡҡас, уға көтөлмәгәнерәк бурыс ҡуялар: яһалма ҡая стенаға менергә. "Мин - альпинист, ә ҡаяға үрмәләүсе түгел", - ти ул. Рөстәм, ысынлап та, профессиональ альпинистарҙан ҡалышмай, донъяның иң бейек тау түбәләрен яулай. Шулай ҙа тапшырыуҙа һис һүҙһеҙ яһалма ҡая стенаға ике тапҡыр - береһендә күҙҙәре бәйле килеш - менеп төштө. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә икенсе урынға ҡалып, финалға сыға алмаһа ла, һис бошонмай ул. "Маҡсатым мотлаҡ еңеү түгел, ә киң йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү ине", - ти. Күп тә үтмәй, ул сәхифәһендә күпкә шатлыҡлыраҡ яҙма баҫтырған. "Атаҡайым, был һиңә, тип ҡыҙҙарымдың һәр береһе берәр сәскә бүләк итте. Был - мөхәббәт", - тиелгән ундағы фото аҫтында. Һүрәттә Рөстәм сәскә тотҡан ҡыҙҙары янында шат йылмая. Ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы?! Фото: Рөстәм Нәбиев/vk