Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре йәмәғәтселек һәм бизнес вәкилдәре менән бергә Иван Яҡутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында өмә үткәрҙе. Билдәләп үтергә кәрәк, апрель – тәртип урынлаштырыу өсөн традицион ваҡыт, ә өмәләр – фекерҙәштәрҙең ҙур командаһын берләштереүсе изге йола. Сара “Экология” милли проекты бурыстарына ярашлы уҙҙы. – Бөгөн улым һәм коллегаларым менән өмәлә ихлас ҡатнаштым. Парк биләмәһен һәм уның эргәһендәге һыу акваторияһын сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ хаҡында ла ҡайғырттыҡ – уларға тағараҡтар элдек. Көндәрҙең ҡояшлы тороуо һәм яҡшы кәйеф сараға күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итте. Беҙгә Рәсәй экология йәмғиәте һәм “Феномен” рестораны вәкилдәре лә ҡушылды, – тине Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. Нияз Фазылов өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш өлгөһө өсөн рәхмәт әйтте. “Экология” милли проекты (национальный проек