Ағымдағы йылдың ғинуарынан оҙайлы ваҡытҡа һаҡлыҡҡа аҡса һалыу программаһы эшләй башланы. Был һаҡлыҡ продукты граждандарға киләсәктә өҫтәмә килем алырға йәки «хәүефһеҙлек мендәрҙәре» булдырырға мөмкинлек бирә. Бөгөн, 22 апрелдә, «Оҙайлы ваҡытҡа һаҡлыҡҡа аҡса һалыу программаһы – баҙарҙа яңы финанс инструменты» тигән семинар-кәңәшмә үтте. Семинарҙа яңы һаҡлыҡ ҡоралының үҙенсәлектәре, уның өҫтөнлөктәре, программала кемдәрҙең ҡатнаша алыуы һәм быны ниндәй шарттарҙа эшләргә мөмкин булыуы хаҡында һөйләнеләр. Был темаға Рәсәй Финанс министрлығының Финанс сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары Павел Шахлевич, Рәсәй Банкының Инвестиция финанс аралашсылары департаменты директоры Ольга Шишлянникова, Дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарының милли ассоциацияһы президенты Сергей Беляков сығыш яһаны. Бәлиғ булған мәлдән алып төрлө йәштәге граждандар оҙайлы ваҡытҡа һаҡлыҡҡа аҡса һалыу программаһы менән файҙалана ала. Бынан тыш, балаң йәки башҡа кеше файҙаһына ла килешеү төҙөргә мөмкин. Программала ҡат