Бөгөн Башҡортостандан сроклы хәрби хеҙмәткә саҡырылған 140 егет хәрби хеҙмәт итеү урынына юлланды. Бөгөн республика йыйылыу пунктында 140 һалдатты оҙатыу тантанаһы үтте. Улар Санкт-Петербургка, Түбәнге Новгородҡа һәм Мәскәү өлкәһендәге хәрби частарға юлланды. Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариатынан хәбәр итеүҙәренсә, йәштәр һауа-космос көстәрендә, милли гвардия ғәскәрҙәрендә һәм ҡоро ер ғәскәрҙәрендә сроклы хеҙмәт бурысын үтәйәсәк. Оҙатыу сараһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич, ҡала һәм район хакимиәттәре, дини конфессиялар вәкилдәре, хәрби хеҙмәт ветерандары ҡатнашты, йәш егеттәргә кәңәштәр бирҙе, уңыштар теләне. Республика хәрби комиссары Михаил Блажевич билдәләүенсә, буласаҡ һалдаттарҙы ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм хәрби хеҙмәттең бөтә ауырлыҡтарын түҙеп торорға өйрәтеүсе мәктәп көтә, был, һис шикһеҙ, артабанғы тормошта ла файҙалы буласаҡ. – Армия – ул һәр йәш кешегә
Бөгөн егеттәрҙе хәрби хеҙмәт итеү урынына оҙаттылар
22 апреля 202422 апр 2024
1 мин