Ташкентта «Иннопром» халыҡ-ара форум-күргәҙмәһе сиктәрендә Ҡарағалпаҡстан (Үзбәкстан) Министрҙар Советы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында 2024-2026 йылдарға иҫәпләнгән хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса «юл картаһына» ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Ҡарағалпаҡстан Министрҙар Советы рәйесе Фәрход Ерманов ҡул ҡуйған. Бөгөн ҡул ҡуйылған документта ике республика араһында сауҙа-иҡтисади өлкәлә, сәнәғәттә, ауыл хужалығында, шулай уҡ хеҙмәт һәм социаль яҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм туризм, йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм төҙөлөш өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығытыу күҙ уңында тотолған.Ҡарағалпаҡстан — Башҡортостанҡа яҡын төбәк, тип билдәләне Андрей Назаров. Башҡорттар һәм ҡарағалпаҡтарҙы этномәҙәни бәйләнештәр берләштерә. Арал диңгеҙенең көньяҡ ярына күптән күсеп килгән башҡорттарҙың вариҫтары әле лә йәшәй. «2022 йылда Ҡарағалпаҡстан Республикаһында рәсми сәфәрҙә булдыҡ. Хәҙер беҙ ик