“Белем. Уйын” чемпионаттары серияһының “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?”: мәктәптәр һәм колледждар” төбәк этабы 17 апрелдә Өфө вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында үтте. Төбәк финалында республика колледждарынан ете команда һәм мәктәптәрҙән ете команда ҡатнашты. Балалар Стәрлетамаҡтан, Нефтекаманан, Белореттан, Октябрьскийҙан, Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмегенән, Өфөнән һәм Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан йыйылды. Төбәк финалына 14 команда сыҡты, уларҙы Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова, Башҡортостан Республикаһының Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге директоры Кира Ғәләмова һәм «Белем» Рәсәй йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы директоры Диана Вәлиева сәләмләне. «Республикала уйындар тәүге йыл ғына ойошторолмай, командалар һаны йылдан-йыл арта бара. Уйындар - интеллектуаль сара, улар аң даирәһен, эрудицияны, зирәклекте үҫтерә. Уҡыусылар команда менән үҙ-ара килешеп эш итергә, ҡуйылған бурыстарҙы бергәләп хәл итергә өйрәнә. Ә мәктәп һәм колледж коман
Уҡыусылар һәм студенттар “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” уйынында ҡатнашты
22 апреля 202422 апр 2024
1 мин