Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығы Иглин районында йәштәрҙе туҡмау факты буйынса енәйәт эше асҡан. Рәсәй Тәфтиш комитетының БР буйынса тәфтиш идаралығы Иглин район-ара тәфтиш бүлеге хулиганлыҡ статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Тикшереү фаразы буйынса, 2024 йылдың 20 апрелендә Иглин ауылында “Toyota Land Cruiser” автомашинаһы водителе, йәштәрҙең тәртибе менән ҡәнәғәт булмайынса, үҙенең ике улы һәм тағы бер ир менән үҫмерҙәрҙе туҡмаған. Һөҙөмтәлә 17 йәшлек үҫмер төрлө тән йәрәхәте менән дауаханаға һалынған. Әлеге ваҡытта хәл-ваҡиғаның нисек булғанлығын тергеҙеү һәм конфликтта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла хоҡуҡи баһа биреү маҡсатында тикшереү-оператив саралары ойошторолған. Гүзәл Насирова: “Иглинда шәмбе эшҡыуар Рәүф Ғабдуллиндың йәштәрҙе туҡмау ваҡиғаһы буйынса ошоларҙы әйтергә теләйем. Бик күп һорауҙар килә, социаль селтәрҙәргә күп яҙалар. Полиция һәм тәфтиш комитеты тикшереү үткәрә. Үҫмерҙәрҙең ата-әсәһе менән осрашып, һөйләштек. Зыян күр