Күптән түгел яңы фатирға күстек. “Элиталы” тип һаналған йортта шундай уҡ кешеләр йәшәй булып сыҡты. Беҙҙең ҡатта йәшәгән бер күрше менән шунда уҡ уртаҡ тел таптыҡ, ә төпкөрәк фатирҙа йәшәгән өлкән йәштәге һауалы ҡатын менән борсаҡ бешмәне. Бер көндө фатирҙар алдындағы майҙансыҡта ғауға ҡупты. Шул апай менән йәш ҡатын дыу килеп әрләште, бер-береһенә насар һүҙҙәр әйтте. Әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан йәш ир айырмаһа, был хәл һуғышыу менән бөтөр ине. Шулай ҙа тынысландылар. Ә яңыраҡ күршем инеп уларҙың тарихын һөйләп китте. Апайҙың исемен Фирүзә тип алайыҡ. Тормош иптәше менән икеһе лә ғалимдар икән. Ғүмер буйы ғилми институтта эшләгәндәр. Иренең дәрәжәһе лә, ғилми ҡаҙаныштары ла күберәк булһа ла, Фирүзә апай электән үҙен фән докторы ише тотҡан һәм бөгөн дә башҡаларға өҫтән аҫҡа ҡарап йәшәргә өйрәнгән. Эшләгән осорҙарында бер малайға ғүмер биргәндәр. Айрат та аҡыллы малай булып үҫкән, абруйлы уҡыу йортон тамамлаған, атаһы һөйләшеүе буйынса яҡшы урынға эшкә урынлашҡан. Шулай түңәрәк кенә йәшәп я