Архангел районы Архангел ауылында йәшәгән Алексей Губачев үҙенең ағас эше оҫтаханаһында ағастан тиҫтәләрсә төрлө әйберҙәр: аш-һыу кәрәк-ярағы, балалар мебеле, өҫтәлдәр, ултырғыстар һәм башҡа интерьер предметтары, иконалар етештерә, шулай уҡ һан менән программаланған идара итеү станоктарында 2 D һәм 3D эшкәртеү яһай. 2023 йылда ул Алыҫ Төньяҡтағы төп эшенән китә һәм үҙен тулыһынса яратҡан эшенә бағышлай. Архангел районы хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса оҫтаға республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы линияһы буйынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген асыуға адреслы социаль ярҙам алыуҙа ярҙам күрһәтелә. Ә барыһы ла 2013 йылда, йәш ирҙең буласаҡ ҡыҙы өсөн ағас карауат яһарға ниәтенән башлана. Ул ваҡытта улар тормош иптәше менән бергә йорт төҙөү менән шөғөлләнә, ағас эшкәртеү өсөн тәүге станоктар һатып алына. Һәм “ағас донъяһы” уны үҙенә шул тиклем йәлеп итә, хатта тәүге заказдар ҙа