Найти тему
Журнал "Шонкар"  

“Ҡара йөҙҙәр” – Будапешта

18 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Будапештҡа юлланды, унда ул 11-се MITEM Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнаша.
Йылдың төп театраль ваҡиғаларының береһе – Митем Фестивале 6 апрелдән 28 апрелгә тиклем үтә. Был ваҡытта Будапешт ҡалаһына билдәле театр коллективтары йыйыла. Айрат Абушахмановтың Мәжит Ғафури повесы буйынса ҡуйылған “Ҡара йөҙҙәр” спектакле бөгөн, 22 апрелдә, Венгрия Милли театрының төп сәхнәһендә күрһәтеләсәк.
“Ҡара йөҙҙәр” спектакле тураһында:
✅ Спектакль Башҡортостан Республикаһы Башлығының иң мөһим ижади проекттарға ярҙам итеү грантына ҡуйылды, 2014 йыл
✅ Спектакль – «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премия – фестиваленең «Бәләкәй формалағы иң яҡшы спектакль», «Иң яҡшы режиссер эше» (Айрат Абушахманов), «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» (Гөлнара Ҡаҙаҡбаева), «Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше» (Альберт Нестеров) номинациялары номинанты
✅ “Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше” номинацияһында “Алтын битлек” яулаусы (Альберт Нестеров).

✅ Спектакль авторҙары:
Режиссеры – Айрат Абушахманов
Инсценировка авторҙары – Айрат Абушахманов, Шәүрә Ғилманова
Рәссамы – Альберт Нестеров
Композиторы – Илшат Яхин
Пластика буйынса режиссерҙары – Ринат Абушахманов, Сулпан Асҡарова
Рәссам-яҡтыртыусыһы – Илшат Саяхов
Хормейстеры – Алһыу Хәсбиуллина
Халыҡ йолалары буйынса консультанты – Асия Ғәйнуллина